-6 °С
Ҡар
Билдәле булыуынса, әлеге ир үҙенең телефонына, имеш тә, “техподдержка”нан банк ҡушымтаһын яңыртырға кәрәк тигән хәбәр алған. Уйлап та тормайынса, килгән смс-тағы һылтанма аша үткән һәм беркетелгән инструкция буйынса банк ҡушымтаһын яңыртыр урынға үҙенең телефонына вируслы ҡушымта урынлаштырған. Әлеге ҡушымта ярҙамында енәйәтселәр вахтасының телефоны менән дистанцион рәүештә идара итә алған.
Икенсе көндә алданған ир үҙенең бар булған аҡсалары, шулай уҡ кредит иҫәптәренең дә буш булыуын асыҡлаған. Ул полиция бүлегенә мөрәжәғәт иткән.
(Интернет селтәрендәге асыҡ сығанаҡтан алынды).