-5 °С
Ҡар
Башҡортостанда 31 июлгә тиклем «Такси» рейдтары башланды.
Быйыл ярты йыл эсендә республикабыҙҙа еңел таксиҙар ҡатнашлығында 28 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 38-е йәрәхәтләнгән.
«Рейдтар юлдарҙа хәлдәрҙе тотороҡландырыу һәм транспорт хеҙмәттәре күрһәткәндә халыҡтың именлеген тәьмин итеү өсөн уҙғарыла. Еңел такси водителдәренең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге талаптарын үтәүенә, билдәләнгән өлгөләге водитель таныҡлығының, пассажирҙар һәм багаж ташыуға рөхсәте булыуына, эш һәм ял режимын үтәүенә, шулай уҡ транспорттың техник торошона айырыуса иғтибар йүнәлтелә», — тип хәбәр итә Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов.