-6 °С
Ҡар
Һәләк булғандарҙы эш урындарында, уҡыу кабинеттарында, тамаша һәм спорт залдарында йәки асыҡ һауала ла бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алырға мөмкин. Акцияла теләге булған һәр кем, республика ҡала һәм райондарының барлыҡ ойошмалары ҡатнаша ала.
«Ҡатнашыусыларға кейемдәре өҫтөнән үҙенең Еңеүсе һалдаты фотоһы менән бейдж һәм Георгий таҫмаһы тағырға, шул рәүешле уға ихтирам, тирә-йүндәгеләргә гражданлыҡ позицияңды һәм Еңеү көнөнә ҡарата мөнәсәбәтеңде күрһәтергә кәңәш ителә», — тип һөйләнеләр «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең төбәк штабында.