Бөтә яңылыҡтар

Тимур иҫтәлегенә Өфөлә хәтерташ асылған

Еңеү көнө алдынан Фатима Мостафина исемендеге 20-се башҡорт гимназияһында МХО-ла батырҙарса һәләк булған Бөрйән егете Тимур  Ҡасимов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылған.

Тимур иҫтәлегенә Өфөлә хәтерташ асылған
Тимур иҫтәлегенә Өфөлә хәтерташ асылған

“Уны асыу сараһында яугирҙың туғандары, яҡташтары, белем усағы уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Батыр егет бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды, митингыла ҡатнашыусылар таҡтаташҡа сәскә һалды.

Был хаҡта гимназия директоры Булат Зинуров хәбәр итә”, тип яҙалар “Йәшлек” гәзитенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә.

Автор:
Читайте нас: