2024 йыл - рәсәйҙә ғаилә йылы
Росгвардияның “Һаҡ” ФГУБ-ында эшләүсе Заһир Мөнир улы Өфө кооперация техникумын тамамлағас, 2009 йылда Ҡолғана ауылы Зәлиә Сәрүәр ҡыҙы менән яҙмышын бәйләгән.
Йәштәрҙең мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы Зөфәр, (8-се класта), Тайфур (6-сы кл.), Батырхан (3-сө кл.), Мәликә (1-се кл.), балалар баҡсаһына йөрөүсе Тамерлан (3 йәш) һәм төпсөк Әмир (2 йәш) тыуған.
Район мәҙәниәт һарайында байтаҡ йылдар вахтер булып эшләгән Зәлиә әле төпсөгө менән декрет ялында. Заһир һаҡ эшендә 11 йыл тир түгә.
Тәүҙә төп нигеҙҙә Заһирҙың ата-әсәһе менән бергә торһалар, Заһир ҙур итеп йорт һалырға ҡарар итә. Ниәт – ярты эш, тиҙәр, аҫҡы яғы 11Х8, өҫкө ҡаты 6Х8 ҙурлығында өй ҙур ғаиләгә тап-таман – һәр баланың үҙ бүлмәһе, дәрес әҙерләр мөйөшө бар. Аҫҡы ҡатын буранан эшләһә, өҫ яғы каркастан хасил. 2011 йылда уҡ өйөнә сыҡҡан йәш ғаилә. Заһир бөтә нәмәне үҙе эшләгән – ут үткәреү, һыу индереү, йылылыҡ системаһы, канализация, душ-бәҙрәф, тигәндәй. Матур донъяларын фәҡәт үҙ көстәре менән төҙөп сыҡҡан йәштәр, шуға ла һәр ҡаҡҡан сөй, йышҡан таҡта ҡиммәт.
Ныҡыш, бөтмөр иренә ҡуш ҡына Зәлиә – балаларын эшкә өйрәтеп, булғандың ҡәҙерен белерлек итеп, туған йәнле, егәрле булырға өйрәтеп үҫтереүе.
Өй эсендә ғаиләһе өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырған ир әле һаман ниҙелер үҙгәртеү, ҡыбырлатыу менән мәшғүл – донъя эшенең бөткәне бармы?
Ҡурайсылар үҫә был ғаиләлә – Зөфәр менән Тайфур сәнғәт мәктәбенең ҡурай класын тамамлаған, хәҙер ағайҙары юлынан Батырхан киткән. Өсәүләп ҡурайҙа оҙон көйҙәрҙе лә, ҡыҫҡа көйҙәрҙе лә һыҙҙырып ебәргәйнеләр, тотош концерт, тамаша килеп сыҡты.
Биш малай араһында ханбикә булып ирәйеп үҫеп килгән Мәликә лә сәнғәт мәктәбенең вокал класында шөғөлләнә. Малайҙар спорт менән дуҫ - Зөфәр менән Тайфур волейболға йөрөй.
Балаларҙың һәр береһенең үҙ урыны, бурысы,тәғәйен эше бар – ата-әсәһенең шәп ярҙамсылары булып үҫеп киләләр, шөкөр. Күп балалы ғаиләлә егәрле булмай сараң юҡ.
Ошоғаса ҡорт та тотҡан Сәитбаталовтар, 8 башҡа еткән нәҙекәйбилдәре бөтә ҡортсоларҙың бәкәленә һуҡҡан быйылғы балһыҙ йылда үлеп әрәм булған.
Тырыш, егәрле кешеләр заманы килде, нимә генә тиһәң дә: алма беш, ауыҙға төш, тип ултырғандарҙың ашарына ризығы, кейеренә кейеме, ятып инер өйө булмаған саҡта, Иҫке Собханғол Сәйетбаталовтары юҡтан бар яһап, булғанды болдап тотоноп, балаларын эшкә өйрәтеп, үҙ ҡулдары менән ҡорған донъяларын егәрлелектәре менән ҡотайтып йәшәп ятыуҙары.
Ошо мул өлөштәренән айырмаһын уларҙы. Тапҡан-баҡҡан балаларының тәүфиғын, бәхетен бирһен!