Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
20 Сентябрь 2023, 11:17

КӨҘГӨ УРМАН

Көҙгө урман шундай серле, Ә ямғыр яуа бирә.

КӨҘГӨ УРМАН
КӨҘГӨ УРМАН

Ҡуш керпек – һары сәнскәген
Ергә ҡаҙай ҡарағас.
Сыуаҡтар үтеп, ваҡыт та
Ҡышҡа табан ырағас.
Ер ороһо – иләүҙәрҙән
Сәнскәктәр ҙә артмаған.
Күләүек йөҙөн сыбартып,
Һары япраҡ ҡаплаған.
Ямғыр энәләре, ялтлап,
Сәнскеләй ерҙең битен.
Бысҡыл ерҙәргә убылып,
Ҡойоға бата итек.
Үрмәксе ауында тамсы
Дерелдәй ем-ем итеп.
Солоҡтағы ажғыр күс тә
Тынған ҡымйыуы үтеп.
Көҙгө урман шундай серле,
Ә ямғыр яуа бирә.
Уйымды бүлеп, бер ҡошсоҡ
Сырҡылдай ара-тирә...

Айһылыу Ғарифуллина

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: