Августың төшкә ҡәҙәрем ваҡыты – йәй, төштән киреһе – көҙ, тиеүҙәре дөрөҫтөр: көндәр ҡыҫҡара, иртә-кисен һыуыта, йәй биләмәһен көҙгә тапшыра бара.
Тиҙҙән генә яңы уҡыу йылы башланып, студенттар – ҡалаларға, уҡыусылар гөр килеп мәктәпкә юлланасаҡ.
Яңы уҡыу йылы алдынан 3,4,5 туғандарҙы бер ҡорға йыйып, балаларҙы үҙ-ара таныштырып, туғанлыҡ бәйләнешен нығытайыҡ, тигән ниәтебеҙҙе, тулы состав йыйылмаһа ла, бойомға ашырҙыҡ.
Йәмле Бешәке буйында Тайып ҡарттың вариҫтары - Рәжәп Тайып улы Ғарифуллиндың,Маһира,Мөниә Тайып ҡыҙҙарының балалары,балаларының балалары,ейән -ейәнсәрҙәре,бүлә -бүләсәрҙәре йыйылдыҡ (Шәмсиә Тайып ҡыҙының балалары килә алманы).Тайып Ғарифулла улынан һуң бишенсе быуынғаса вариҫтар туғанлыҡ бәйләнешен нығыттыҡ,ҡорбан ашы ашаныҡ,уйындар уйнап,тәбиғәт ҡосағында ял иттек.
Юлдаш ҡустымдың автобус -мунсаһында тирләп -бешеп йыуынғас,йәй көнө теш зәңкетер Бешәке һыуына шөңкөп бер булды олоһо –кесеһе.
Бала-саға Бешәке буйын яңғыратып футбол уйнаны, Нурия сират тороп мин дә мин,тип квадроциклда йөрөргә атлыҡҡан балаларҙы квадроциклында йөрөтөп әйләндерҙе, туп һуғыш та, Бешәкелә һыу инеү ҙә, төтөн еҫе генә һеңеп бешкән тәмле ҡорбан ите менән һыйланыу ҙа барыһының күңеленә хуш килде.
Иң мөһиме, ғүмерҙә күрмәгән туғандарҙы ла күреп, яҡындан танышырға насип булды.
Бына нимәләр яҙа осрашыу хаҡында ағинәйебеҙ Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы Ишбаева:
- Көтмөрйән олатайҙың1806 йылғы улы Әбделүәхиттән 1826йылда Әбделманаф тыуа. Уның 1843 йылғы улы Ғарифулланан 1881 йылда тыуған Бибиямал улы Тайып олатайыбыҙҙың бер ата-бер әсә Гөлбикә, Сәлиха исемле һеңлеләре, Зәкир ҡустыһы була. 1). Гөлбикә-Байназар Ҡарағолов Нотрахман олатайҙың әсәһе.
2). Зәкиренән Хәтип тыуа. Хәтиптең улы Зәғәфурандың ҡатыны Байназар Һөйәрғолова Рәхилә Мәхмүтдин ҡыҙы икән.
3). Сәлиха-Мораҙым Әлибаков Ишмөхәмәттең ҡатыны.
... Кисә Тайып олатабыҙҙың икенсе ҡатыны 1901 йылғы Мәрзиә өләсәмдән тыуған МӨНИӘ( ире Мәһәҙей Мөхәмәтғәлин Зәки Усманғәле улы, Бәләкәй Ҡыпсаҡта,Ҡыпсаҡта йәшәнеләр), РӘЖӘП( ҡатыны Исламбай Ниғмәтуллина Нәбирә Шәһивәли ҡыҙы), Шәмсиә(ире Ғәлиуллин Мазһар Фәтхулла улы, Өфө нефть институтында юғары математика уҡытҡан дәрәжәле уҡытыусы ине), Маһира( ире Мәһәҙи Ғөбәйҙуллин Мазһар Әфтах улы) исемле балаларының ул-ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙә ре, үҙенең ҡул эштәре оҫтаһы Хисаметдин Насыров ҡустыһы менән Байназарҙың МӨГӘЗӘЙЕН(МГЗ-малый государственный запас өсөн келәт) , Ағиҙел аша тәүге БОРАМ-паромын төҙөшкән 1-се Донъя һуғышы яугире, балта оҫтаһы, һунарсы, биш намаҙ эйәһе,араға ҡалаҡбаш атын йәбештереүсе(ҡалаҡбаш-яҫы,үткер башлы уҡ башы,йәнлек -фәләндең тәненән үтәләй сыҡҡан)
Ғарифуллин Тайып олатайыбыҙҙың рухына бағышлап, ҡорбан салдырып, аят уҡыттыҡ.
... Ике ҡуяндың ҡойроғон бер юлы тоттоҡ:алдағы йылдарҙа уҙасаҡ туғандарҙың ОЛО ЙЫЙЫНЫН нисек, ҡайҙа үткәреү тураһында уртаға һалып һөйләшеү булды.
Ике бармаҡ араһына ит үҫмәй, туған туғанһыҙ көн күрмәй, ағайым кемде алһа-еңгәм шул, апайым кемгә барһа-еҙнәм шул, туғандарым-ике ҡулым, ике аяғым, тип, ТУҒАНЫҢДАН БИҘМӘ-НӘҪЕЛЕҢ ҠОРОР, ТИГӘН халыҡ әйтемен ҡолаҡҡа ныҡ киртеп йәшәгән туғандарымдың,АЛЛАҺЫма мең шөкөр, бай төшөрлөк өйҙәре -донъяһы бар һәр береһенең. Ил-йортобоҙ тыныс торһон да...һәр кемебеҙҙең йән-тәне сәләмәт булып, теүәллектә, байлыҡта-байманлыҡта, имен-аман йәшәйек өлөшөбөҙгә насип донъялыҡта!