-6 °С
Болотло
- 2012 йылда КФХ булып теркәлдек. Автоһауғысты быйыл алып ҡуйҙыҡ. Ҡымыҙныйҙағы биш стеналы яңы өйгә лә быйыл индек. Быйыл йәйләүгә һуңлаңҡырап - 2 июлдә генә сыҡтыҡ, әммә үҙ һатып алыусыларыбыҙ бар: туристар ҙа, юлаусылар ҙа һуғыла, заказ биреп тә ҡымыҙ алыусылар бихисап. Көндәлек һауым 70-80 литр, көнөнә дүрт йә өс рәт һауабыҙ бейәләрҙе. Литр ярымлыҡ шешәләгеһен 250 һумдан һатабыҙ. Көнөнөкө көнөнә бөтөп тора, - ти Йәмилә.