Быйыл 9 июлдә почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.
Рәсәйҙә был байрам РФ Президенты Указы менән 1994 йылда билдәләнеп, йыл һайын июлдең икенсе йәкшәмбеһендә үткәрелә.
Яҙма ҡомартҡыларҙа почта хаҡында мең йыл әүәл иҫкә алһалар ҙа, дәүләт почта элемтәһе Петр I заманына барып тоташа.
Нәркәс Баймырҙина почтаның халыҡ өсөн күрһәткән хеҙмәте тураһында һөйләне:
“Почта хеҙмәте элек гәзит-журнал таратыуға ғына нигеҙләнһә, хәҙер беҙ заман башҡа-заң башҡа, тигән лозунгы буйынса эшләйбеҙ. Беҙҙә халыҡ һалымдарын, «IP»-ға, интернетҡа, электр энергияһына, төрлө штрафтарын, капиталь ремонтын, кәрәҙле бәйләнеше, фатиры өсөн, торлаҡ страховкаһына түләй ала.
Бынан тыш “Почта Банк” картаһын эшләтә, кредитҡа йәки кредит картаһына заявка бирә, пенсияһын “Почта Банк” картаһына күсерә, уңайлы ставка буйынса вкладтар индерә ала.
Шулай уҡ “ Рәсәй почтаһы” АЙ-ының бүлексәһендә түбәндәге страховка төрҙәрен башҡарабыҙ: ОСАГО, мөлкәтте страховкалау (йорт һәм фатирҙы һаҡлау) - йылына 2000, 4000, 6000 һум, торлаҡты бер айға 60 һумға ғына страховкалау, талпанға ҡаршы “Антиклещ полисы”, юрист 24 (тәүлек әйләнәһенә күп кенә һорауҙар буйынса юридик ярҙам, мультисервис (үҙ эсенә шәхси юристы ала (хоҡуҡтың бөтә өлкәләре буйынса телдән консультация), теледоктор (медицина өлкәһендә телдән ярҙам), финанс ярҙамсыһы (финанс һорауҙары буйынса телдән ярҙам) өй өсөн сервис (фатирҙағы авария ситуацияларын бөтөрөүҙә ярҙам) хеҙмәттәрен дә күрһәтә.
(Дауамы - гәзиттең 27-се һанында).