Байрамға йыйылған ололарҙы район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәмилә Салауатова ҡотланы.
Сараның тәүге өлөшөнә йәм өҫтәп К. Рәхимов исемендәге балалар музыка мәктәбенең йәш ҡурайсылары Айваз һәм Асман Йәмиловтар башҡорт көйҙәрен һыҙҙыртып ебәрҙеләр. Артабан йәнле әңгәмә мәктәп һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән матур табын янында дауам итте.
Ветеран коллегаларыбыҙ - Нәсимә Зәкриә ҡыҙы Күсәмишеваны, Фәниә Мөхәмәҙиә ҡыҙы Сәғитованы, Таңһылыу Хәйҙәр ҡыҙы Кәбированы, Әлфиә Хәй ҡыҙы Усманованы, Клара Абдулла ҡыҙы Сафинаны, Алһыу Ҡазихан ҡыҙы Ишморатованы ҡотлап изге теләктәребеҙҙе еткерҙек. Киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, тән сихәте, рух күтәренкелеге насип булһын уларға.
«Ололаһаң олоно - ололарҙар үҙеңде» тигән башҡорт халыҡ мәҡәле бар. Ололар менән ошондай саралар үткәрелеп торһон ине.
Даими ярҙамдары, хәстәрҙәре өсөн яҡташтарыбыҙ Вилдан Кәримовҡа, Марат Бәкировҡа оло рәхмәт һүҙҙәрен белдерәбеҙ.
Сара барыһының да күңеленә хуш килгәндер һәм ветерандарыбыҙ көс-дәрт алып ҡайтҡандыр, тип ышанабыҙ.
А. Айҙарбәкова.