Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
20 Июнь 2023, 12:15

Бөрйәндә тыуып-үҫкән һуңғы Бөйөк Ватан һуғышы донъя менән бәхилләште...

Бөрйәндә тыуып-үҫеп, яҙмыш ҡушыуы буйынса, ғүмере буйы төйәгенән ситтә йәшәген Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәғитов Барый Ҡәйүм улы 99-сы йәшендә мәрхүм булып ҡалған. Тулыраҡ – артабан.

Бөрйәндә тыуып-үҫкән һуңғы Бөйөк Ватан һуғышы донъя менән бәхилләште...
Бөрйәндә тыуып-үҫкән һуңғы Бөйөк Ватан һуғышы донъя менән бәхилләште...

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы 2 ранг капитаны, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры Сәғитов Барый Ҡәйүм улы арабыҙҙан китте.
Сәғитов Б.Ҡ. 1924 йылдың 10 ноябрендә Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Беренсе класс белемде өйҙә өлкән ағайҙарынан алырға тура килә. Артабанғы башланғас белемде район ауылдарында мәктәптә уҡытыусы булып эшләп йөрөгән иң өлкән ағайы Хамматтан ала. 4-се кластан Иҫке Собханғол урта мәктәбендә уҡый башлай. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. 1940-1941 йылдарҙа уҡыу менән бер рәттән мәктәп китапханасыһы эшен дә алып бара.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Барый Ҡәйүм улын тыуған ауылына ете йыллыҡ мәктәпкә уҡытыусы итеп ебәрәләр. 1941—1942 йылдарҙа мәктәптә эшләүҙән тыш, ауыл советы рәйесе ҡушыуы буйынса ауылдаштарына хәрби әҙерлек дәрестәре бирә.
1942 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армия сафына алына. 22 көнлөк башланғыс хәрби әҙерлекте хәҙерге Ырымбур өлкәһендәге Тоцк полигонында запастағы полкта үтә һәм Сталинград фронтына оҙатыла. Әммә юлда тревога буйынса икенсе тимер юл эшелонына тейәйҙәр һәм Алыҫ Көнсығышҡа — Япония фронтына ебәрәләр. Владивосток янындағы мөһим хәрби-диңгеҙ базаһы булған Рус утрауына эләгә. Бында ул яр буйы штурм төркөмөндәге диңгеҙ пехотаһы батальонында хеҙмәт итә.
1944 йылда Сәғитов Б.Ҡ. комсомол комитеты йүнәлтмәһе буйынса Владивосток ҡалаһына Ҡыҙыл Байраҡлы Юғары хәрби диңгеҙ артиллерия училищеһына ебәрелә. Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, шул уҡ йылда училище курсанты булып китә.
Курсант 1945 йылдың июнендә Барановский хәрби полигонында Японияға ҡаршы алышҡа практик әҙерлек үтә. Унан училище менән бергә Ворошилов-Уссурийск ҡалалары янында империалистик Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Һуғыштан һуң хәрби-диңгеҙ училищеһын Рига ҡалаһына, Латвияға, күсерәләр. Барый Ҡәйүм улы унда өс йыл уҡып, уҡыуын уңышлы тамамлай.
Артабан хеҙмәткә кире Тымыҡ океан флотына ебәрәләр. Үҙенең командирлыҡ хеҙмәтен ул Оло Пелис утрауында 62-се яр буйы батареяһы ут взводының командиры вазифаһында башлай.
Сәғитов Б.Ҡ. дивизион штабы начальнигы урынбаҫары булараҡ, 1952 йылдың февралендә Америка-Корея һуғышы барышында ҡаты йәрәхәтләнә. Алты ай буйы Тымыҡ океан флотының баш хәрби госпиталендә дауалана.
1959 йылда Ҡара диңгеҙ флотына хеҙмәткә ебәрелә. 1965—1966 йылдарҙа 51-се айырым яр буйы ракета полкының командиры була.
Артабан Барый Ҡәйүм улы, подполковник (2-се ранг капитаны) дәрәжәһендә, Ҡара диңгеҙ флотының Фиолент морононда урынлашҡан 141-се айырым артиллерия дивизионына тәғәйенләнә, бында командир ғына түгел, ә хәрби уҡытыусы ла була. П. С. Нахимов исемендәге хәрби училище курсанттарын ҡатмарлы яр буйы ракета һәм артиллерия техникаһын практик ҡулланыу оҫталығына өйрәтеү менән етәкселек итә.
1962 йылда Грузияның Поти ҡалаһында урынлашҡан уҡыу үҙәгенә өлкән уҡытыусы итеп ебәрелә.
1969 йылда, һаулығы насарайыу сәбәпле, Барый Ҡәйүм улы Сәғитов хәрби хеҙмәттән китергә мәжбүр була. Отставкаға сыҡҡас та балыҡ сәнәғәте кораблдәрендә өлкән инспектор вазифаһында эшләүен дауам итә. Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Советтар Союзы Флоты адмиралы Н. Г. Кузнецовтың бюсын ҡуйыуҙы ойоштора. ЛКСМУ исемендәге училище хөрмәтенә Лазарев казармаларында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйҙырта. Яр буйы артиллерияһы ветерандары советын ойоштороуҙа ҡатнаша, Адмирал Трифонов менән бергә Н. Г. Кузнецов исемендәге Совет офицерҙары союзын булдыра һәм унда почетлы ағза булып тора.
Барый Ҡәйүм улы Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары менән наградланған.
Тормош иптәше менән бергә ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бәхетле олатай булып, ейән-ейәнсәрҙәренә өлгөлө тәрбиә биреп, татыу ғүмер кисерҙе.
Бар ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған абруйлы яҡташыбыҙ Сәғитов Барый Ҡәйүм улы тураһында иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Бөрйән районы муниципаль район Советы һәм Хакимиәте,
район ветерандар Советы

Бөрйәндә тыуып-үҫкән һуңғы Бөйөк Ватан һуғышы донъя менән бәхилләште...
Бөрйәндә тыуып-үҫкән һуңғы Бөйөк Ватан һуғышы донъя менән бәхилләште...
Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: