Өйҙә дүрт бәләкәс балаһын ҡалдырып, һуғышҡа китә ул. Әлкәлә уҡсыға, автоматсыға, пулеметсыға, минометсы һәм танкыға ҡаршы тоҫҡаусыға хәрби әҙерлек курсы үтә.
Курстарҙан һуң “уҡсы” хәрби специальносы алып, Ҡыҙыл байраҡлы Орлов 5-се уҡсылар дивизияһының 190-сы уҡсылар полкы составында Курск дуғаһы һәм Кенигсберг (Калининград) өсөн ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша.
Сержант Ә. Ғәләүетдинов Воронеж фронтында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыша, ҡул автоматы менән 13 немецты үлтерә, 2 пулемет, 21 винтовканы ҡулға төшөрә. Шул ваҡытта башынан ҡаты йәрәхәтләнә.
1943 йылдың 14 февралендә күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1-се дәрәжә “Ватан һуғышы” орденына лайыҡ була.
Госпиталдә дауаланып сыҡҡас, Белгород ҡалаһы эргәһендәге алыштарҙа ҡатнаша, отделениены етәкләй, 2 пулеметты ҡулға төшөрә, минометтан дошмандың бер нисә танкыһын һәм һалдатын юҡ итә. Икенсегә һул ҡулына ҡаты яралана. Госпиталдә дауаланып сыҡҡас, үҙ часына кире ҡайта.
1943 йылдың 28 авгусында яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ була.
Тулыраҡ "Таң" гәзитенең 19-сы һанында уҡығыҙ.