Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
12 Май 2023, 09:45

Полк командиры булған ул

Бөрйәндең арҙаҡлы кешеләре менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Хәтерҙе әленән-әле яңыртып тороу фарыз. Сөнки быуындар алышынып тора. Иҫке Собханғолда бер урам был батыр яҡташыбыҙҙың исемен йөрөтә. Кем булған һуң ул? Тулыраҡ – артабан.

Полк командиры булған ул
Полк командиры булған ул

Ишкилдин Һибәт Ваһап улы   1914 йылда Мәндәғол ауылында донъяға килгән. Уның атаһы урта хәлле, заманына күрә уҡымышлы кеше булған.

Башланғыс белемде Һибәт өйҙә ағаһынан ала. Ағаһы мәҙрәсә тамамлаған була.

 1923 году  ул крәҫтиән йәштәр мәктәбендә уҡый. Бик сос, уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы көслө була.

Уҡымышлы, белемле Һибәтте Әтек ауыл советына секретарь итеп тәғәйәнләйҙәр, ул унда 2 йыл  (1932-1934) эшләй.

 1934 йылдан  1937 йылға тиклем район мәғариф бүлегендә грамотаһыҙлыҡты бөтөрөү буйынса инспектор була.

1937 йылдан 1939 йылға тиклем Һибәт Ишкилдин  совет армияһында хеҙмәт итә, япон самурайҙарына ҡаршы һуғыша.

940-1941 йылдарҙа   «Марс»колхозының етәксеһе, Иҫке Собханғол ауыл советы секретары була.

Һуғыш башланғас, үҙ теләге менән фронтҡа алыуҙарын һораған Һибәт Ваһап улы Мәскәүҙә фельдшерлыҡ курстарында уҡый, унан лейтенант дәрәжәһендә Ленинград фронтына ебәрелә.    

Ул илбаҫарҙарға ҡаршы бик ҡыйыу һуғыша, уны полк командиры итеп ҡуялар.

Һуғышта күрһәткән оло батырлыҡтары өсөн ул Ленин ордены, 2 тапҡыр Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Һибәт  Ишкилдин Советтар Союзы Геройы исеменә лә тәҡдим ителә, ләкин ни сәбәптәндер ул бирелмәй ҡала.

 Һуғыштан имен-һау әйләнеп ҡайтып, 1946 йылда район һаулыҡ һаҡлау етәксеһе булып тәғәйәнләнә.

Һуғыш ваҡытында сәләмәтлеге ҡаҡшаған яугирҙең насарайыу сәбәпле,  1947 йылда эшен ташларға мәжбүр була. Һуғышта алған яраларынан 3 йыл ҡаты ауырығандан һуң, 1951 йылда вафат була.  

         Уның ҡәбәренә стела ҡуйылған.

Киләһе йыл данлыҡлы яҡташыбыҙҙың тыуыуына 110 йыл тула.

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: