Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
10 Май 2023, 10:30

Тыл ветеранының өйөнә барып концерт күрһәткәндәр

Килдеғол ауылында йәшәүсә тыл ветераны Хәшиә инәй Вәлиева күпте күргән, күпте кисергән ил инәһе. Бөйөк Еңеү көнө алдынан балалар өләсәйҙең өйөндә бәләкәй генә концерт ойошторған. Тулыраҡ (һәм фотолар) - артабан.

Тыл ветеранының өйөнә барып концерт күрһәткәндәр
Тыл ветеранының өйөнә барып концерт күрһәткәндәр

-Балаларға Бөйөк Ватан һуғышының аяуһыҙлығы тураһында төшөндөрөү, Тыуған илгә һөйөү, ветерандарға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында ауылыбыҙҙың иң оло кешеһе, тыл ветераны Вәлиева Хәшиә инәйгә барып, уның осрашыу кисәһе үткәреп ҡайттыҡ.

Ветерандар советы рәйесе Яхина Ғилмия Абдулла ҡыҙы, социаль хеҙмәткәр Ғиләжова Нәйлә Нәҙир ҡыҙы, китапханасы Исҡужина Нәзилә Ишбирҙе ҡыҙы инәйгә ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр. Балалар Хәшиә инәйгә йыр-бейеүҙәрен бүләк иттеләр.

Хәшиә инәй, күҙ йәштәре аша, балаларға һуғыш, тылдағы йәшәү шарттары тураһында һөйләне, изге теләктәрен еткерҙе.

Уҡыусылар үҙҙәренең дә һорауҙарын бирҙеләр, инәйҙең миҙалдары менән таныштылар, - тип хәбәр итәләр Килдеғол ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөндә.

Тыл ветеранының өйөнә барып концерт күрһәткәндәр
Тыл ветеранының өйөнә барып концерт күрһәткәндәр
Тыл ветеранының өйөнә барып концерт күрһәткәндәр
Тыл ветеранының өйөнә барып концерт күрһәткәндәр
Тыл ветеранының өйөнә барып концерт күрһәткәндәр
Тыл ветеранының өйөнә барып концерт күрһәткәндәр
Тыл ветеранының өйөнә барып концерт күрһәткәндәр
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: