-4 °С
Болотло
Икенсе йылдың яҙында, 1942 йылдың май айында, үҙ теләге менән фронтҡа ашҡынған ҡыҙҙың теләге үтәлә - район хәрби комиссариаты уны хәрби хеҙмәткә саҡыра.
Райондан дүрт ҡыҙ - комсомолкалар Фәтхиә Мәхмүтова, Ғәфүрә Күжәбаева, Маһинур Ҡолдәүләтова һәм Зөлхизә Байшоғорова Иҙелдә һыуҙың мул мәлендә Мәләүезгә тиклем һал менән ағып төшәләр. Был ҡыҙҙарҙың барыһы ла башта зенитсылар отделениеһына эләгә. Зөлхизә апай аҙаҡ элемтәсе була. Бөтәһе лә һуғыштан иҫән-һау ҡайтып, районыбыҙҙа төрлө хеҙмәт өлкәһендә илде аяҡҡа баҫтырыуҙа тырышып хеҙмәт итә улар.
Архив документтарынан күренеүенсә, Зөлхизә апай һуғыштан 1945 йылдың майында ефрейтор званиеһында ҡайта.
Тулыраҡ "Таң" гәзитенең 18-се һанында уҡығыҙ.