Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
9 Май 2023, 12:30

Йырлап киткәйнеләр, бейеп ҡайтып төшкәндәр!

Сибай филармонияһы артистары махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан. Хәтерегеҙҙәлер, уларҙың йырлай-йырлай киткәндәре төшөрөлгән видеояҙма тотош Рәсәйҙе урап сыҡҡайны. Тулыраҡ – артабан.

-Улар сентябрь айында өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә алынғайны. Шул ваҡытта республика халҡы, "йырлай-йырлай киттегеҙ, бейей-бейей" ҡайтып төшөргә насип булһын, тип теләгәйне. Изге теләктәр ҡабул булды, артистарҙың барыһы ла иҫән-һау, Аллаға шөкөр!
Еңеү яулап бөтөнләйгә яныбыҙға ҡайтһын беҙҙең һаҡлаусылар, яҡлаусылар! – тип хәбәр итә Сибайҙан хәбәрсе Г. Ҡадаева.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: