Был ҡыйырһытылыуҙарҙан миктәп, улар Өфө ҡалаһына китә. 1915 йылғы Бәҙерниса шырпы фабрикаһына эшкә урынлашҡас, 1919 йылғы 16 йәшлек Ғәшүрә һеңлеһен эргәһенә ала. Уныһы ФЗО-ла тегеүсе һөнәре алып, Өфөләге 8 март исемендәге тегеү фабрикаһында эшләй башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас , 1941-1943 йылдарҙа, яугирҙәргә кейем (военное обмундирование) теккән. 1943 йылда беренсе балаһы Роберт тыуғас, буласаҡ әсәйебеҙ Бөрйәнгә ҡайта. Комбинатта эшләй. Һуғыштан һуң комсомолдың район комитететы йүнәлтмәһе менән Брәтәк ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙарҙы тегеү һөнәренә өйрәтеү өсөн "инструктор по трудовому обучению" итеп тәғәйенләнә. 1946 йылда һуғыштан ҡайтҡан Ғиззәтуллин Ғәбделхәй Саҙретдин улы менән өйләнешәләр.
"50-cе йылдарҙа ла "мода"нан сыҡмаған галифе салбар, гимнастерка, фуражкаларҙы райком кешеләренең заказы буйынса тегә инем,"- тип һөйләй торғайны ул. Бөйөк Еңеүҙә әнейем Абдрахимова Ғәшүрә Мифтах ҡыҙының да өлөшө бар, - тип ғорурланам. Урыны ожмахта булһын Бөрйәндең беренсе профессионал тегеүсеһенең! Бәҙерниса инәй ирен һуғышҡа оҙатып, тере килеш ҡаршы ала. 80-се йылдарғаса Өфөнөң Дим ҡасабаһында ғүмер иттелә, балалары булманы. Бәҙривафа инәй мәрхүмәне фотоларҙан да танымайым. Уның ҡыҙы Ленизанан тыуған Камила әлеге көндө Аҫҡарҙа йәшәй.
Рәшиҙә Ғиззәтуллина.