Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
9 Май 2023, 08:00

Хөрмәтле райондаштар! Ҡәҙерле тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡатындары!

Һеҙҙе илебеҙ тарихындағы мөһим ваҡиға – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығы менән ҡайнар ҡотлайым!

Хөрмәтле райондаштар!   Ҡәҙерле тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡатындары!
Хөрмәтле райондаштар! Ҡәҙерле тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡатындары!

Илебеҙ тарихындағы мөһим ваҡиға – Еңеү көнө барыбыҙ өсөн дә яҡын һәм ҡәҙерле. Был көндә беҙ 1945 йылдың май айындағы кеүек үк ҙур шатлыҡ һәм шул ваҡытта ауыр юғалтыуҙар тойғоһон кисерәбеҙ. Тәрән ихтирам менән фронтта, тылда рух ныҡлығы күрһәткән, ауыр һынауҙарҙы үтеп, Бөйөк Еңеү яулағандарҙы иҫкә алабыҙ. Уларҙың тырышлығы, үлемһеҙ батырлығы бер ҡасан да онотолмай, халыҡ хәтеренә мәңгелеккә уйылған.

Бөгөнгө көндә лә ошо һынаулы ваҡыттарҙа ата-бабаларыбыҙҙың миҫалында берҙәмлекте юғалтмай, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, илһөйәрлек тойғоларын һаҡлап ҡалыу бик мөһим. Илебеҙ тыныслығы хаҡына үҙ ғүмерҙәрен аямай, һәләк булған яҡташтарыбыҙҙы, әлеге мәлдә Ватаныбыҙҙы һаҡлаған батырҙарыбыҙҙы онотмайыҡ.

Хөрмәтле ветерандарыбыҙ! Һеҙ Тыуған еребеҙ азатлығын һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индереп, илебеҙгә Бөйөк Еңеү алып килдегеҙ. Һуғыштан һуң емерелгән илде тергеҙеп, уның артабанғы үҫешен тәьмин иттегеҙ. Һеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ.

Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете һәм именлек теләйем! Тыуасаҡ таңдарыбыҙ тыныс булһын, ерҙә һәр саҡ дуҫлыҡ һәм татыулыҡ тантана итһен!

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә, тыл хеҙмәтсәндәренә, ветерандарыбыҙға мәңгелек дан һәм хөрмәт!

Байрам менән, Бөйөк Еңеү көнө менән!

Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: