Барый Ҡәйүм улы Сәғитов башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Бала сағын ул шулай хәтерләй: “Атайымдан ҡалғанда миңә 5 йәш тә тулмаған булған.
Мәктәпкә барырға йөрөгән сағымда аяғымды һәм янбашымды яндырҙым. Улар йүнәлгәнсе, мәктәпкә йөрөй алманым. Унан инде һыуыҡтар, бурандар башланды.
Өҫкә йылы кейем юҡ. Ҡыҫҡаһы, 1-се синыфта уҡый алманым, әлифбаға һәм яҙыуға Самат ағайым өйрәтте. Икенсе синыфҡа өлкән ағайым Хаммат алды. Уның ҡулында 2-3 синыфтарҙы уҡыным. Ағайым ҡулға алынғас, мине Ғәйшә апайым үҙенә алды».
4-се кластан Иҫке Собханғол урта мәктәбендә уҡый башлай. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. 1940-1941 йылдарҙа уҡыу менән бер рәттән мәктәп китапханасыһы эшен дә алып бара.
1941 йылда урта мәктәпте 8 уҡыусы тамамлай. Һуғыш башланырға бер көн ҡалған көндә Алағуян йылғаһы бу-йында сығарылыш класы уҡыусыларының аттестат тапшырыу тантанаһы үтә. Тәүге сығарылыш булараҡ, халыҡ бик күп йыйыла. Иҫтәлекле беренсе сығарылышта билдәле шәхестәр байтаҡ була.
Тулыраҡ "Таң" гәзитенең 18-се һанында уҡығыҙ.