Барса халыҡ үҙҙәренең һуғышта ҡатнашҡан олаталарының, өләсә-ләренең портреттарын тотоп урамға сығасаҡ.
Ә күпмеһе әле билдәһеҙ, юғалған, ғәйеп булған. Эҙәрмәндәр йыл һайын һалдат ҡәберҙәрен табалар, хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың яҙмыштары асыҡлана. Йылға, күл төптәренән һуғыш осоронан ҡалған хәрби самолеттар, танкылар сығарыла.
Һуғыш... Уның һалҡын, өшәнес елдәре һәр ғаиләнең ишеген ҡаҡҡандыр. Һәр кемдең олаталары, йә иһә олаталарының ағай-энеһе дәһшәтле һуғышта ҡатнаша.
Ҡайһылары 4 йылға һуҙылған үлемесле ғәрәсәтте үтеп, иҫән-һау йәки ғәрипләнеп ҡайтһа, бәғзеләре яу яланында башын һала. Үткән быуаттағы һуғыш беҙҙән йыл һайын йыраҡлаша бара. Ләкин халыҡ хәтерендә ул мәңгелеккә уйылып ҡаласаҡ. Ана бит, Еңеү байрамында халыҡ урамда ташҡын кеүек ағыла.
Минең бер олатайым - Сөләймәнов Сәғәҙей Шәйәхмәт улы Бөрйән районы Мәһәҙей ауылынан фронтҡа китә. Фашист илбаҫарҙарын тар-мар иткәс, тура япон-самурайҙарына ҡаршы һуғышҡа ебәрелә. Унан һуң тик 1946 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Оҙаҡ йылдар тыныс тормошта йәшәргә насип була уға.
Һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе тергеҙеүҙә ең-һыҙғанып эшләй, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, хатта ейәндәр шатлығын күреүгә лә ирешә Сәғәҙей олатай.
Ә бына икенсе олатайымдың исеме Баймаҡ районының Бетерә ауылы обелискыһындағы “Улар һуғыштан әйләнеп ҡайтманы” тигән бағанала урын алған.
Тулыраҡ "Таң" гәзитенең 18-се һанында уҡығыҙ