Суфый Мөхәмәтхужа олатай: «Исемемдең яртыһын улыма ҡушам, минең һымаҡ оҙаҡ йәшәр ул», - тип атайыма Мөхәмәтшәкир тип исем ҡушҡан. Ысынлап та, атайымдан һуң олатайым менән өләсәйемдең балалары йәшәп китәләр.
Элек, хәҙерге ваҡыттағы кеүек, яңы тыуған балаларҙы төрөргә йүргәктәр булмаған. Йүргәк урынына ҡоро уҫаҡ сөрөгөн ҡулланғандар. Атайым: «Мин сөрөк араһында ғына үҫкән бала, шуға ла ауырлыҡтарға бирешмәнем», - тип әйтә торғайны. Ул Ғәлиәкбәр ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, промколхозда төрлө эштәр башҡара. “Башҡа эштәр менән бер рәттән бригадир ағайға сутый ҙа сығарып бирә инем”, - тип хәтерләр ине.
Тормош ауыр ваҡыт. Өй ҡото әсәй ауырып түшәккә йығылһа, донъяның аҫты өҫкә әйләнеү менән бер инде. Атайымдың әсәһе, Өмөгөлсөм өләсәйем, үҙенең был яҡты донъянан китерен алдан һиҙенеп, олатайымдан эшкә бармай тороуын ныҡ үтенеп һорай. Олатайым тыңламай, эшкә сығып китә. Өләсәйем үлер алдынан атайыма: ”Иң ауыры һиңә, Әсмәгә булыр инде, улым. Һин бигерәк йомшаҡ күңеллеһең. Баш балаға ауырлыҡ нығыраҡ төшә инде. Әсмәм, балаҡайым, бигерәк бәләкәй генә көйө ҡала бит», - ти, күҙ йәштәренә төйөлөп. - Урындыҡ аҫтында ҡатыҡ ултыра, өҫтөн яп, кискә эсерһегеҙ. Улым, эргәмдә аҡ кейемле кешеләр йөрөй. Һин уларҙан ҡурҡма, һиңә теймәйҙәр, миңә килгәндәр, - ти ҙә өләсәйем атайымдың ҡулында йән бирә.
Тулыраҡ "Таң" гәзитенең 18-се һанында уҡығыҙ.