Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
6 Май 2023, 21:00

Баныу инәй

...“Баныу килә!” тигән тауышҡа Арҡа тауы башындағы Балануй ерендә ҡуна ятып эшләгән бесәнселәр һиҫкәнеп уянып киттеләр ҙә, тиҙерәк салғыларына тотондолар. Эйе, ныҡ арытылған булһа ла, ысыҡ кипмәҫ борон сабыр кәрәк шул. Юғиһә, эҫе ҡояш аҫтында бесән сабыуҙары үҙе бер һынау.

Баныу инәй
Баныу инәй

Ана, иртәнге томан араһынан һыбайлы Баныу ҙа күренде. Килеп етеп, атынан төшөп, йүгәнен ағасҡа бәйләп, атын үләнгә ҡушты ла, бесәнселәргә аҙыҡ тултырылған моҡсайҙы һондо. Үҙе ялан буйлап бакуйҙарҙың аҫтарын тикшерергә китте. Бесән сабыуҙары – ауыр эш, бесән йыйыуҙары – дәүер эш, тей торғайны боронғолар.

Быйылғы бесән ямғырға эләкмәгәс, ут йәшел генә. Шуға күңелендә ҙур ҡәнәғәтлек кисергән Баныу эшселәргә ҡайһы бер кәңәштәрен әйткәндән һуң, тиҙерәк ҡайтыу яғына ашыҡты. Сөнки уға ҡайта һалып, 5-6 һыйырҙы һауып, һөтөн эшкәртеп, балалары тороуға йылы ҡаймаҡ, ҡатыҡ әҙерләп өлгөрөргә кәрәк.

Олоһо ла, кесеһе лә хөрмәт итеп тә, ҡурҡып та торған был күк күҙле, аҡ йөҙлө, зифа буйлы, матур, батыр ҡатын кем һуң ул?

Туларыҡ "Таң" гәзитенең 18-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Зөһрә Абдуллина (Алтыншина).
Читайте нас: