Посылкалар һала торғайны. Беҙ уларҙы ризыҡҡа алыштыра инек. Шулай итеп, Заһретдинымдың ярҙамы менән дүрт баламды ла һуғыш йылдарындағы аслыҡта үлтермәй алып ҡала алдым, тип һөйләр ине өләсәй”, - тип хәтирәләр ебен тағатты Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Заһредин Бәҙретдин улы Халиҡовтың ҡыҙы Зәйнәп апай.
Заһретдин Бәҙретдин улы һуғышҡа алынғас, Тоцкиҙағы полк мәктәбенә эләгә. Уҡып бөткәс, ул хеҙмәт иткән 224-се гвардия дивизияһы ҡаты һуғыштар барған Курск йүнәлешенә оҙатыла.
Тарихтан билдәле булыуынса, ул тирәлә һуғыштар бик ҡаты бара. Һәр метр ер өсөн һуғышалар.
-Беҙ һөжүм итәбеҙ, немецтар әҙерәк сигенеп тора ла кире беҙ алған позицияны яулай. Улар тәжрибәле, техникалары ла беҙҙекенә ҡарағанда шәберәк. Беҙ, 17-18 йәшлек малайҙар, нимә генә беләйек инде.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 13-сө һанында уҡығыҙ.