Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
11 Май 2022, 14:45

“Серек картуфты бүлешеп ашаған ваҡыттар булды”

-Еңеү көнөн Шәрифәм менән бергә ҡаршыланыҡ. Ҡыпсаҡта инем. Балалар менән байрам иттек. Өйрә бешерҙем. Шундай ҡыуанысҡа ҡыуанмай торамы кеше, бейегән булдыҡ, - ти инәй, балалыҡ дуҫы булған Шәрифәһен дә иҫкә алып.

“Серек картуфты  бүлешеп ашаған ваҡыттар булды”
“Серек картуфты бүлешеп ашаған ваҡыттар булды”

Ауыр тыл хеҙмәтен үҙ елкәһендә татыған ветерандарыбыҙҙың һаны йылдан-йыл кәмей бара. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, районда һуғыш ветерандарының тол ҡатындары дүртәү ҡалған, шулай уҡ 34 тыл ветераны, 355 һуғыш балаһы йәшәй.

Һуғыш йылдарындағы инәйҙәрҙе, балаларҙы хаҡлы рәүештә тыл батырҙары тип әйтергә кәрәктер.

Оло тормош юлы үткән тыл ветераны Байназар ауылында йәшәүсе Фатима Әхмәт ҡыҙы Заһитова хәтер һандығындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

7 балаға әсә кеше әлеге мәлдә 6-сы балаһы, ҡыҙы Зилә менән кейәүе Ғәйнислам Алтынбаевтарҙың ҡарама-ғында, балаларының наҙын, ҡәҙер-ихтирамын тойоп, тормошона шөкөр итеп йәшәй.

Фатима Әхмәт ҡыҙы 1928 йылда Әбделмәмбәт ауылында тыуған. Илебеҙгә фашист ғәскәрҙәре аяҡ баҫҡанда инәйгә ни бары 12 йәш була. Ауылда төп эшсе ҡулдар булып балалар ҡала. Өҫтәүенә, ғаиләлә иң өлкән бала булараҡ, ике һеңлеһен – Рәбиға менән Факиһаны ҡарау ҙа уның өҫтөндә була.

Һаулығына бәйле, һуғыш йылдарында ниндәй эштәр башҡарыуы, ыҙа сигеүҙәре хаҡында инәй тулыһынса һөйләй алманы. Оло кешенең йөрәк әрнеүҙәрен ҡуҙғытып, әңгәмәләшеү ҙә еңелдән түгел.

-Донъяның әсәһен дә, сөсөһөн дә күрелде инде. Темәс педучилищеһында ситтән тороп уҡыным. Йәйәү йөрөп. Байғаҙыла уҡытыусы булып эшләнем. Үҙ тамағымды үҙем туйҙырҙым. Эшләйем дә, ҡайтып, тапҡан ғына ризығымды туғандарыма ашатам да кире китәм. Бар ҡәҙерен белмәй хәҙер йәштәр, беҙ бер серек картуфты ла бүлешеп ашап ултыра торғайныҡ. Ауырлыҡтарҙы күп күрҙек. Заманы шундай ине бит, ни хәл итмәк. 1943 йылда һуғышҡа киткән ата-йым Румыния яҡтарында ятып ҡалды, - тип ашыҡмай ғына хәтер ебен һүтте Фатима инәй.

Артабан ҡыҙы Зилә апай әсәһенең һөйләгәндәрен бәйән итте.

Фатима Әхмәт ҡыҙы һатыусы ла, келәт мөдире лә, балалар йортонда тәрбиәсе лә булып эшләгән.

-Әсәйем беҙгә атай ҙа, әсәй ҙә булды. 4 йәшемдә атайым был донъяларҙы ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күскән. Уға ни бары 39 йәш булған. Нисек кенә ауыр булмаһын, әсәйем лайыҡлы йәшәне. Шәл бәйләүгә оҫта булды. Бөтәбеҙгә лә кейемде тегеп, бәйләп кейҙерҙе. Йәшелсә үҫтерҙе, мал тотто. Төндәрен шәл бәйләп ултырыр ине. 2-3 көндә ойоҡ, свитерҙар бәйләп, һатыуға сығарҙы. Бер эшһеҙ торманы. Кәбеҫтәне күп сәсер ине. Мискәләр тултырып бәшмәк, ҡыяр, кәбеҫтә тоҙлар ине. Күптән түгел генә әсәйемде үҙебеҙгә күсереп алдыҡ. Быға тиклем үҙ өйөндә торҙо. Хәҙер әсәйемә тәрбиә кәрәк. Эш күреп үҫкәндәр ныҡ була бит ул - һаулығы ҡаҡшап торһа ла, зарланмай, - тип йомшаҡ, йылы һүҙҙәре менән яратып, дәртләндереп тора әсәһен Зилә апай.

Кейәүе Ғәйнислам да ҡәйнәм тип өҙөлөп тора. Айырым уңайлы ғына бүлмә лә бүлеп биргән.

Фатима инәй, ысынлап та, бирешерлек түгел – йәшәү көсө бар әле.

- Ер аҫтын һорамайым, өҫтөндә ятыр кәрәк, - тип сабыр ғына һамаҡлай инәй.

Фатима Әхмәт ҡыҙынан Еңеү көнөн нисек ҡаршылауы тураһында һорашам.

-Еңеү көнөн Шәрифәм менән бергә ҡаршыланыҡ. Ҡыпсаҡта инем. Балалар менән байрам иттек. Өйрә бешерҙем. Шундай ҡыуанысҡа ҡыуанмай торамы кеше, бейегән булдыҡ, - ти инәй, балалыҡ дуҫы булған Шәрифәһен дә иҫкә алып.

-Буйтымса шәп кеше булдым, бирешмәнем.

Зил, Зилә, Зөбәйлә,

Һағынмаған кеше булмай,

Һағынһаң да түҙ әйҙә, - тип таҡмаҡтарын да яйлап иҫенә төшөрә инәй.

-Эшһеҙ тик тормаған әсәйем беҙгә ҡунаҡ-маҙарға килһә:

“Ҡайтаһым килә домой,

Йәрем ҡалды молодой”, тип йүгереп ҡайтып китер ине. Балаларына туйҙар үткәрҙе, уҡығанын уҡытып сығарҙы, - ти Зилә апай.

Ябай ауыл ҡатыны Фатима инәйҙең күргән -кисергәндәрен бер мәҡәләгә генә һыйҙырып булмай. Тәҡдиренә яҙғанын күреп, ҡатмарлы тормош һуҡмаҡтарынан сабырлыҡ менән генә атлап барыусы тыл ветеранына хәстәрле ҡартлыҡ, йән тыныслығы теләйек.

Инәйҙең өҙөк-өҙөк булһа ла һөйләгәндәренән, шуны аңлап сығып киттек - ысынлап та, беҙ бәхетле осорҙа йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ мәктәптә уҡый, белем ала, үҙебеҙ яратҡан, оҡшаған эш менән шөғөлләнәбеҙ. Ер йөҙөндә һуғыш булмаһын, киләсәктә лә матур тормошта йәшәргә насип булһын. Өлкән быуын күргәндәрҙе күрергә яҙмаһын.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: