Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
11 Май 2022, 14:55

Дошманды Берлинғаса ҡыуған

Пулеметсы һәм элемтәсе Ҡолбирҙин Клецкая ауылын дошмандан азат иткән саҡта ҡаты яралана. Данлы-шанлы-ҡанлы яу юлдарын аҙаҡ ошолай хәтерләй:  “Йылға аша элемтә булдырырға бойороҡ бирелде. Был мөһим йөкләмәне үтәргә биш кеше һайлап алынһа, улар араһында мин дә бармын. Ағас кәшмәк эшләп, уның эсенә кабель һалып,  дошманға күренмәй генә икенсе ярға ҡуҙғалабыҙ.

Дошманды Берлинғаса ҡыуған
Дошманды Берлинғаса ҡыуған

Дошманды Берлинғаса ҡыуған

 

Иҫке Мөсәт ауылы уҙаманы Әбделғәни Әбделғәлим улы Ҡолбирҙин немец-фашист илбаҫарҙарын Ватаныбыҙҙың изге ерҙәренән ҡыуып-дөмбәҫләп, дошмандың төп өңө – Берлинғаса Дон, Сталинград, Беренсе Украина фронттары составында 200-сө гвардия полкының 156-сы айырым элемтә полкының ҡурҡыу белмәҫ һалдаты булып  оҙайлы һәм дәһшәтле  яу юлын уҙған. Курск дуғаһында Прохоровка өсөн айҡашҡан, 1944 йылда Висла йылғаһын кискән, Еңеү көнөн Макденбургта ҡаршылап,  1945 йылда Еңеү парадында ҡатнашҡан.

 

1923 йылдың 28 ғинуарында Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылында биш балалы ғаиләлә  баш бала булып донъяға ауаз һалған сабый үҙенә Хаҡ Тәғәлә тарафынан шундай ҡатмарлы ла, һынауҙарға, тарихҡа, осош-балҡыштарға  ла бай яҙмыш насип ителгәнен белмәгәндер ҙә.

Һуғыш алдынан, 1939 йылда, 7-се класты тамамлап, быуыны ла нығынып етмәҫтән “Яңы юл” колхозында эш башлай.

Ил өҫтөнә оло яу килгәс, 1942 йылдың 12 июнендә хәрби хеҙмәткә алынып, хәрби парашютсылар әҙерләү мәктәбендә уҡый.

1943 йылдың 12 авгусында Сталинград янында барған алыштарға десантсы булараҡ барып инә. Нәҡ ошо мәлдә коммунистар партияһы сафына алына.

 Пулеметсы һәм элемтәсе Ҡолбирҙин Клецкая ауылын дошмандан азат иткән саҡта ҡаты яралана.

Данлы-шанлы-ҡанлы яу юлдарын аҙаҡ ошолай хәтерләй:  “Йылға аша элемтә булдырырға бойороҡ бирелде. Был мөһим йөкләмәне үтәргә биш кеше һайлап алынһа, улар араһында мин дә бармын. Ағас кәшмәк эшләп, уның эсенә кабель һалып,  дошманға күренмәй генә икенсе ярға ҡуҙғалабыҙ. Ноябрь айы. Боҙло һыу һалҡынлығы елеккә үтә, етмәһә, фашистар бер туҡтауһыҙ ракета яҡтырта, йылға өҫтөндә пуля ямғыр ише бейеп тора. Ни эшләһәк тә, беҙ икенсе ярға сығып, элемтә булдырыуға ирештек. Ошо йөкләмәне үтәгән өсөн мине I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградланылар”.

“Гитлерсылар беҙҙең илдә һәм оккупацияланған башҡа илдәр биләмәһендә бик күп ҡот осҡос яуызлыҡтар ҡылды. Мәҫәлән, мин үҙ күҙем менән  Польша ерендә Мандальск лагерын күрҙем. Люблин ҡалаһын азат иткәндән һуң ошо лагерь фабрикаһында булырға тура килде. Һәр береһе 1000 кубометр һыйҙырышлы 10 соҡор эсендә штабелләп һалынған кеше мәйеттәре ята – уларҙы яндырып өлгөрмәгәндәр, эргәһендә өс келәт.  Уларҙың береһендә  - күбә дәүмәле өйөлгән сәстәр, 2-сеһендә – аяҡ кейемдәре, 3-сөһөндә – үлтерелгән кешеләрҙең өҫ-баш, эске кейемдәре...”

Яугир, баһадир кәүҙәле (буйы 195 см)  Ҡолбирҙин бик күп миҙалдар,  I,  II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, ”Хәрби батырлыҡ  өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн”,  “Берлинды алған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары,  Юғары Баш командующий, Советтар Союзы маршалы И. Сталиндың Бойороғо нигеҙендә Почет грамоталары менән бүләкләнә.

Әбделғәни Әбделғәлим улына Беренсе Украина фронты яугирҙәре исеменән 1945 йылда Мәскәү ҡалаһында үткән Еңеү парадында ҡатнашыу хоҡуғы бирелә. Һалдаттарҙы 4 аҙна буйы әҙерләйҙәр. Тәүлегенә 8-әр сәғәт строевой марш менән күнекмә яһайҙар. Ошо күнекмәләр ваҡытында әллә нисә пар итек туҙҙырҙыҡ, тип аптырап һөйләй торған була ул аҙаҡ.

1946 йылдың 25 мартындағы Указ менән демобилизацияланып, ул тыуған яҡтарына еңеүсе булып ҡайтып төшә. Ҡайтҡас та “Яңы юл” колхозында эшләүен дауам итә.

Аҫҡар ауылында физкультуранан уҡытҡан осоронда буласаҡ ҡатыны Ғәлиәне осрата һәм йәштәр сәсен-сәскә, яҙмышын яҙмышҡа бәйләй.

Биш балаға ғүмер һәм тәрбиә биреп, фәһемле ғүмер юлы үтә Ҡолбирҙиндар.

Ватан именлеге хаҡына оҙайлы яу юлы үтеп, лайыҡлы йәшәп һәм эшләп, Раббыһы тарафынан үҙенә инселәнгән ғүмер юлын 1995 йылдың 15 июнендә ослап,  баҡый донъяһына күсә Еңеү һалдаты.

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: