Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
11 Май 2022, 14:50

12 йәштән - баҫыуҙа...

Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән малай-ҡыҙҙар күптән инде сал сәсле инәй-бабайҙар ҡорона ингән ҡарт олатай, ҡарт өләсәйҙәр. Сабый саҡтан тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп күреп, күпме ыҙалар аша үткәнгәме, улар тормош ауырлығына зарланмай, булғанына шөкөр итеп йәшәй. Яңы Монасип ауылында йәшәүсе Сәмәрә Мөхәмәтхан ҡыҙы Ҡыуандыҡова (Манапова) 1932 йылда Яңы Собханғол ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда уға 11 йәш була.

12 йәштән - баҫыуҙа...
12 йәштән - баҫыуҙа...

12 йәштән - баҫыуҙа...

- Һуғыш башланғанын мәктәптә белеп ҡайттыҡ - уҡытыусы ағайға дәрес ваҡытында инеп әйтеп сыҡтылар. Иртәгәһенә ауылда ниндәй ир заты бар, барыһы ла: уҡытыусыбыҙ, колхоз председателе, атай-ағайҙарыбыҙ фронтҡа китте. Хөсәйен һәм Лотфулла тигән ике оло бабай, бала-саға һәм ҡатын-ҡыҙҙар ғына тороп ҡалдыҡ. Һуғышҡа аттарҙы ла ҡыуып алып киттеләр. Ябыҡ, йонсоу 5-6 ат ҡына ҡалды. Колхоздың барлыҡ эше әсәйҙәр елкәһенә һәм беҙҙең иңгә төштө. Бер ниндәй техника юҡ, бөтә эш ҡул менән башҡарылды. Күмәкләп баҫыуға эшкә сығабыҙ. 14-15 йәшлек малайҙар ҡорсаңғы ғына аттар менән алдан ерҙе һөрөп бара, ике бабай муйындарына аҫҡан һауыттан бойҙай алып һибә. Бойҙай етмәһә, ҡатын-ҡыҙҙар йәйәүләп Баймаҡ яғына барып алып ҡайталар. Алған саҡта ла, ҡайтҡас тапшырғанда ла уны үлсәйҙәр. Бер ус ҡына бойҙайҙы ла алырға яраманы. Бойҙай һибелгәс, беҙ, бәләкәй генә ун ике ҡыҙ, колхоздың ҙур үгеҙҙәрен егеп, тырматабыҙ. Ике ҡыҙ алдан йәнәш итеп бәйләнгән ике үгеҙҙе етәкләп бара, икәүһе арттан ҡыуалай. Хәҙер уйлайым да аптырайым - ул бәләкәй генә ҡыҙҙарҙы үгеҙҙәр нисек тыңланы икән? Башта өлкәндәр тотоп, егеп бирә торғайнылар, аҙаҡ үҙебеҙ етәкләп алып килә башланыҡ. Ҡаршылашмай ғына йөрөнөләр. Улар ҙа әллә һуғышты һиҙҙе микән, тип уйлап ҡуям хәҙер. Сәсеү тамамланғас, уның ҡый үләндәрен утауға, бесәнгә йөрөнөк. Иген шаулап, матур булып үҫһә лә, беҙгә унан өлөш сыҡманы, алырға яраманы. Бөтә әйбер фронтҡа ебәрелде. Ҡуянтубыҡ, һарына, бәпкә, тарма, йүкә ҡайыры ашап, мәтрүшкә сәйе эсеп көн күрҙек. Һарына Мәсем тауында күп үҫә торғайны, шунан барып алып ҡайта инек. Шырпы, сәй, тоҙ булманы. Ҡаты ата тоҙ ҡайһы берҙә була, шуны имеп йөрөй торғайныҡ.

Аслыҡ ныҡ көслө булды. Хатта эт, бесәйҙәрҙе һуйып ашағандары тураһында ишетелгеләй ине. Ут бөтмәһен өсөн ҡуҙҙы ергә күмеп һаҡланылар.

Март айында Салауат ағайым райпоға Стәрленән барып печенье, берәниктәр алып ҡайтты. Унда үҙебеҙҙең һыйырҙы егеп барғайны. Уныһын да хайран ҡалып иҫкә төшөрәм инде. Ул ваҡытта ағайым да әллә ни ҙур булмаған. Һыйыр менән әллә ҡайҙа ятҡан Стәрлене урап ҡайтсәле. Әсәйем асығыуҙан ауырыңҡырап тора ине, шул печеньелар килгәс, һәйбәт булып ҡалды.

Колхозда эшләгәндән тыш, хөкүмәт фронтҡа ебәрергә тип задание бирә ине: һәр өйҙән 40 килограмм ит, ит булмаһа - бер быҙау, 8 кило ирегән май, ойоҡ-бейәләйҙәр тапшырырға ҡушылды. Бейәләйҙе, мылтыҡ тоторға уңайлы булһын өсөн, һуҡ бармағын айырып бәйләнеләр. Унан тыш, һәр йортҡа 5-6 метрҙай оҙонлоҡта икешәр йөҙ арҡан әҙерләргә кәрәк ине. Йүкә ағасын ағайымдар урмандан һөйрәп алып килеп, ҡайырын һыуҙа серетеп, киптереп, эшкәртәләр ҙә, мин уларға тетешеп, арҡан итеп үрергә ярҙамлашам. Йүкә, йыла ағастарының ҡайырҙарын әсәм турап, ҡул тирмәнендә тарттырып, бешереп ашатты. Йүкәнеке йәбешкәк булғас, ашауы ауырыраҡ булды.

Заданиеға әҙерләгән әйберҙәрҙе киндер тоҡтарға һалып ебәрәләр. Ул тоҡтарҙы ла үҙебеҙ эшләп алабыҙ. Әсәйҙәр көндөҙ колхозда булды, ә өйҙәге эштәрҙе төндә эшләнеләр. Күмәкләшеп бер-береһенә ярҙамға йөрөнөләр. Илашып та, көлөшөп тә, йырлап та алғандары һаман ҡолаҡта яңғыраған кеүек.

Эйелмәһен тал булғас,

Бөгөлмәһен тал булғас.

Матурҙарҙан матурҙарға

Әүрәмәһен йәр булғас,

тип йырлап, көлгән булалар.

Көҙгә мәктәпкә уҡырға барабыҙ. Уҡытыусылар булмағас, беҙҙе 8-9 класс ҡыҙҙары уҡытты. Дәфтәр, ручка юҡ. Китаптың аҡ еренә генә ҡаурый ҡәләм менән яҙҙыҡ. Уҡыу араһында ла эшкә йыш сыҡтыҡ.

Һуғыш тамамланған мәл дә иҫтә ҡалған. Бөтәһе лә ҡосаҡлашалар, ҡыуаналар, илайҙар, көләләр,  - тип бала сағының уйынһыҙ, ялһыҙ үткән йылдарын хәтерләй тыл ветераны. 

8-се, 9-сы кластарҙы район үҙәгенә йөрөп тамамлай ҙа, һарыҡ көтөргә эшкә төшә. Таш тумырып, юл һалыу эштәрендә лә ҡатнаша. Үҙен һоратып килгән Мишәр егете Афзалға кейәүгә барып, Яңы Монасипта матур итеп йәшәп китәләр. Йәштәр колхоз эшенә сумып, ғаилә башлығы малсылыҡ буйынса, Сәмәрә инәй төрлө эштәрҙә ал-ял белмәй хеҙмәт итәләр. Звеноға ла йөрөй, ат менеп күбәһен дә тарттыра. Иптәше колхоздың ҡырҙағы эштәрендә, ә ул ике балаһын етәкләп тә, ҡарынындағы бала менән дә, өс айлыҡ бәпесен күтәреп тә колхоз ҡушҡан 50 центнер бесән нормаһын йыл да тапшыра. Үҙе әйтмешләй, эште ирҙәр һымаҡ эшләй. Аҙаҡ кәнсәгә иҙән йыуыусы-ҡарауылсы булып урынлаша һәм 22 йыл бер урында хеҙмәт итә. Пенсияға сыҡҡас та 9 йыл пилорамала, ырҙында төнгө ҡарауылсы булып йөрөй. 44 йыл дөйөм колхоз стажына эйә инәй.

Афзал бабай менән 59 йыл бергә татыу ғүмер итеп, 7 балаға ғүмер һәм лайыҡлы тәрбиә бирәләр. Йыл да ураҙаларын тотоп, намаҙынан ҡалмаған ағинәй һуңғы йылдарҙа фарыздарын үтәй алмаһа ла, көн дә доғаларын уҡып, илгә именлек, балаларына һаулыҡ теләп ултыра. Ҡышҡыһын ҡыҙҙары ҡарамағында булған инәй, йәйгә үҙ йортон һағынып ҡайтып, дәртләнеп донъяһын көтә, өйөн  бөхтә, таҙа, төҙөк итеп тоторға тырыша. Тәҙрә төптәрендәге гөлдәре лә, һәр ваҡыттағыса, шау сәскәгә күмелгән.

-Иртә торғандарға Аллаһы Тәғәлә бәрәкәт бирә, шуға ла таң атҡас та торорға кәрәк. Аҙыҡты исрафламағыҙ, икмәктең ҡәҙерен белегеҙ, - тип өгөтләй күпте күргән инәй.

Йәш сағынан тегергә әүәҫ Сәмәрә инәй әле лә был шөғөлөн ташламай. Уның теккән милли күлдәк, бишмәт, ҡашмау, таҡыя, селтәрҙәрен ҡыҙҙары, ейәнсәрҙәре, килендәре ҡәҙерләп тотона. Яңыраҡ ҡына бер ейәнсәренә селтәрен тамамлап, тағы ла берәүһен эшләргә самалап йөрөүе. Ҡорама түшәктәрен, ултырғыс ябыуҙарын яҡындарына өләшеп бөткәндән һуң, райондың бер-нисә ауыл мәсетенә лә тапшырып ҡуйған. 

Ете балаһының бүләге итеп ҡабул иткән 60-тан күберәк ейән-ейәнсәренең, бүлә-бүләсәренең иғтибарын, ихтирамын тойоп, уларға һәм бер тыуасарына һөйөнөп бөтә алмай бәхетле ҡарт өләсәй.

Ауылдың йәме, йәштәр өсөн батырлыҡ, сабырлыҡ, эшсәнлек өлгөһө булған, 90 йәшен тултырырға йөрөгән Сәмәрә инәйгә Хоҙай тағы ла оҙаҡ йылдар ғүмер насип итһен.

 

Һүрәттә:

С. Ҡыуандыҡова үҙе теккән милли кейемендә.

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: