Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
7 Май 2022, 08:53

РӘХМӘТ ҺИҢӘ, ЕҢЕҮ ҺАЛДАТЫ!

Олатайыбыҙ Алтынбаев Фәтхулла Йәғәфәр улы Тимер ауылында 1919 йылдың 1 майында тыуған. Уның бала сағы бик ауыр йылдарға, ауыл хужалығын коллективлаштырыу осорона тура килә.

РӘХМӘТ ҺИҢӘ, ЕҢЕҮ ҺАЛДАТЫ!
РӘХМӘТ ҺИҢӘ, ЕҢЕҮ ҺАЛДАТЫ!

Фәтхулла Йәғәфәр улы бәләкәйҙән колхозда бил бөгә.

1939 йыл Фәтхулла Йәғәфәр улы үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына яҙыла.

Алыҫ Көнсығышта пулеметчик булып хеҙмәт итә. Һуғыш башланыу менән фронтҡа эләгә. Ул Волхов фронтында алыша. Мәскәү ҡалаһы өсөн ҡаты һуғыштарҙа ҡатнашырға тура килә.

Олатайыбыҙ госпиталгә эләгә һәм тыуған яғына ҡайтарыла. 1943 йылдың яҙында ауылдан 5 ир-егетте НКВД саҡыртып ала. Уларҙы Советтар Союзына ҡаршы пропагандалауҙа һәм фашистарға ярҙам итеүҙә ғәйепләп Ҡаҙағстанға холоҡ төҙәтеү лагерына ебәрәләр.

Колонияла 10 йыл буйына баҡыр руднигында ла, көтөүсе лә булып эшләй. Унан һуң 2 йыл БАССР-ҙан ситтә йөрөгәндән һуң, ауылына ҡайта.

2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградланған.

Олатайыбыҙ оҙаҡ йылдар лесник булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Өләсәйебеҙ Сажидә менән 7 балаға ғүмер бүләк итәләр.

Ейәндәре Ильяс Рәхмәтуллин, Ибраһим Бикбулатов.

Автор:
Читайте нас: