Бөтә яңылыҡтар
9 Май
8 Май , 12:30

Һай, афарин, Илһам!

Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе Илһам Ғәйнуллин Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын атаһы - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәйретдин Ғәйнетдин улы һәм әсәһе - тыл ветераны Хәтирә Йәрулла ҡыҙы иҫтәлегенә эшләткән ошондай матур баннерҙар менән ҡаршылай.

Һай, афарин, Илһам!
Һай, афарин, Илһам!

-Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе Илһам Ғәйнуллин үҙенең атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәйретдин Ғәйнетдин улы һәм әсәһе, тыл ветераны Хәтирә Йәрулла ҡыҙы иҫтәлегенә ошондай матур баннер эшләтеп ҡуйған.

Ветерандарыбыҙ бер ҡасан да онотолмаҫ. Уларҙың батырлыҡтары мәңге беҙҙең хәтерҙә. Афарин Илһам! – тип хәбәр итәләр Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте төркөмөндә.

Илһам Хәйретдин улына – афарин! Ошондай дәртле, донъя көтөүгә тырыш (ана, ниндәй хужа икәнен йорто-ҡойма-ҡапҡаһы һөйләп тора), тормошҡа ижади ҡараған, ата-әсә ҡәҙерен белгән кешеләрҙә бит ул милләт, төйәк ҡото ла, коды ла...

Һай, афарин, Илһам!
Һай, афарин, Илһам!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: