+7 °С
Болотло
Шулай итеп, Дәүләт Думаһына, өлкә думаһына һәм округ советтарына депутаттар һайлауҙың беренсе көнө тамам. Һайлау эштәре буйынса йомғаҡ яһарға ла мөмкин. 1632-се Байназар һайлау участка комиссияһы рәйесе Йосопов Әлфир хәбәр итеүенсә, һайлаусылар исемлегендә 453 кеше иҫәпләнә, бөгөн шуларҙан 64 кеше һайлауға барған. Иртәгә комиссия ағзалары өйҙән тауыш биреү хоҡуғын файҙаланыусыларҙы хеҙмәтләндерәсәк. Әйтеп үтергә кәрәк, комиссияла бик тәжрибәләре ағайҙар эшләй. Уларҙың береһе оҙаҡ йылдар һайлау комиссияһында ултырыусы Хисаметдинов Нәбиулла Ғәлиулла улы. Утыҙ йылдан ашыу һайлауҙарҙың таҙа һәм ғәҙел, тәртип боҙоуһыҙ уҙыуын күҙәтә ул.