Бөтә яңылыҡтар
21 Февраль 2020, 16:19
Победа 1945-2020

АТАЙ ҘА, ӘСӘЙ ҘӘ ИЛ ҺАҠЛАҒАН

Һуғыш... Ошо афәт, миллиондарҙың ҡан-йәшен түктергән ҡырғын, ил өҫтөнә килгән яу шойҡаны ҡағылмаған бер генә ғаилә бармы икән дәү илебеҙҙә? Юҡтыр. Еңеүҙе үҙҙәренең йәне-тәне менән яулаған фронтовик яугирҙәребеҙ кәмеһә лә, тылда бил бөккәндәр баҡый донъяһын фаниһына алыштыра барһа ла, һәр өйҙә, һәр йөрәктә үткән данлы-шанлы-ҡанлы йылдарҙың ауазы, остоҡ хәтирәһе, иҫкәртер-киҫәтер набаты булып ваҡыт һарыһы йоҡҡан иҫке фотоһүрәттәр, өскөл хаттар, Еңеүселәр хаҡында хәтирәләр йәшәй. Хәтер тере. Хәтер мәңгелек.

Һуғыш... Ошо афәт, миллиондарҙың ҡан-йәшен түктергән ҡырғын, ил өҫтөнә килгән яу шойҡаны ҡағылмаған бер генә ғаилә бармы икән дәү илебеҙҙә? Юҡтыр. Еңеүҙе үҙҙәренең йәне-тәне менән яулаған фронтовик яугирҙәребеҙ кәмеһә лә, тылда бил бөккәндәр баҡый донъяһын фаниһына алыштыра барһа ла, һәр өйҙә, һәр йөрәктә үткән данлы-шанлы-ҡанлы йылдарҙың ауазы, остоҡ хәтирәһе, иҫкәртер-киҫәтер набаты булып ваҡыт һарыһы йоҡҡан иҫке фотоһүрәттәр, өскөл хаттар, Еңеүселәр хаҡында хәтирәләр йәшәй. Хәтер тере. Хәтер мәңгелек. Редакцияға фронтовик әсәһенең, атаһының яу иҫтәлектәре менән килгән Иҫке Собханғол ауылы кешеһе Зәйтүнә апай Нәҙершина ла тарихи йылдар тураһында байтаҡ мәғлүмәт һаҡлай. Яугир әсәһе, атаһы менән ихлас ғорурланыу кисереүе, уларға рәхмәтле булыуы – ғәзиздәренең рухын шатландырыуға бер сәбәп...- Әсәйем Күжәбаева Ғәфүрә Абдулла ҡыҙы 1923 йылда Бөрйән районының Әтек ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән.1938 йылда 7-се класты “отлично”ға тамамлап, китапханала эшләй башлай. Ул ваҡытта китапханалар «ҡыҙыл мөйөш» тип атала.1940 йылда Сермән педучилищеһына уҡырға инә, әммә уҡыу өсөн 150 һум түләргә кәрәк булғас, аҡса юҡлыҡтан ауылына кире ҡайтырға мәжбүр була. Артабан уҡыуын район үҙәгендәге мәктәптә 8-се класта дауам итә. Ул осорҙағы райком секретары Шакировтарҙа фатирҙа тора.1941-1942 йылдарҙа “Уполминзаг“ исемле ойошмаға статист булып эшкә урынлаша. 1942 йылдың 20 июнендә мобилизацияға эләгә. Өфөлә военкоматта булғас, күп кенә ҡыҙҙарҙы, оло йәштәге апайҙарҙы Куйбышев өлкәһе Чапаевск ҡалаһынан алыҫ түгел яланға килтерәләр. Бында авиация часы урынлашҡан була. Әсәйем үҙенең яу юлдарын ҡағыҙға теркәгән. Һеҙгә уның һуғыштан һуңғы яҙмаларын тәҡдим итәм.“Барыбыҙ ҙа Башҡортостандан. Йәштәрҙе алмаштырҙыҡ. Беҙҙе төндә аэродромдағы самолеттарҙы һаҡларға алып барҙылар. Хәрби присяга ҡабул иттек. Беҙҙең часть РАО (аэродромды хеҙмәтләндереү ротаһы) тип аталды. 414-се авиация дивизияһында уҡыуҙа булып, 767-се уҡсылар батальонында хеҙмәт иттем. Батальон командиры грузин Дзиоф, политрук капитан Ващенко ине. Политзанятиелар үткәрҙеләр, ҡоралды нисек ҡулланырға, нисек итеп беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә, рация ҡулланырға, төндә мылтыҡ тотоп самолеттарҙы ҡыуып алып китеүҙән һаҡларға өйрәттеләр.Бөтөнләй буш ваҡытыбыҙ булманы, тиерлек. 18 йәшлек кенә быуыны ла нығынмаған ҡыҙ-ҡырҡынға ҡола яланда төндә ҡораллы диверсанттарҙан самолеттарҙы һаҡлау бигерәк ҡурҡыныс ине – улар бысаҡ бәреп кенә ғүмеребеҙҙе ҡыйып, самолеттарҙы алып китергә мөмкин ине...Көндөҙҙәрен дә буш түгелбеҙ – кухняла бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш, эргә-тирәне йыйыштырыу, тәртипкә килтереү, йыуыу-йышыу эштәре...Бер көндө батальон командиры Дзиоф мине саҡыртып алды ла: “Һиңә 15 көнгә отпуск бирәбеҙ. Был отпуск – юғарынан бойороҡ буйынса. Һинең әсәйең аслыҡтан үлгән... Бәләкәй балалар – һеңлең менән ике ҡустың ҡарауһыҙ ҡалғандар, ҡайтып шуларҙы урынлаштырып, хеҙмәткә кире килерһең”, - тип бойорҙо.Мин, ул командирға рәхмәт әйтеп, юлға сыҡтым. Әтек ауылындағы өйгә ҡайтып инһәм, ике ҡустым менән һеңлем ҡаҡ урындыҡта яталар... Ҡустым әйткән була: “Апай, ҡара әле, әллә эсем арҡама йәбеште, ауырта”, - ти. Һеңлем: “Һөйләшмә, әтеү үлә алмайбыҙ, нисә көн була ашамағанға”, - тип тегене тыйып маташа.Мин, ишек яҡтауына һөйәлгәнмен дә, тегеләрҙең йөрәк әрнетер һүҙҙәрен тыңлап, күҙ йәштәремә ирек биргәнмен... Теге балалар: “Үлем шулай һаташтырып килә микән?” – тип әйткән була... Аслыҡтан, сиктән сығып миктәгәндән шулайталар, бахырҙар.Һеңлемде район үҙәгендәге бер һәйбәт кенә ҡатынға өй эшен башҡарыусы (домработница) итеп урынлаштырҙым. Ҡустымды Брәтәк ауылындағы балалар йортона илтеп тапшырырға тура килде.Мин отпускымды бөтөрөп барыуға дивизиям урынында юҡ ине инде. Саҡ Белоруссиянан эҙләп табып алдым. Бобруйск ҡалаһында булғандар. Вильнюстағы штабҡа юлландым. Үҙебеҙҙең яҡта, Куйбышев өлкәһендәге Чапаевск ҡалаһында, беҙҙең дивизияға оҙағыраҡ булырға тура килде, сөнки беҙҙең илдең күп ҡалаларын немецтар баҫып алғайны. Совет ғәскәрҙәре уларҙы ҡыуа башлағас, дивизиябыҙҙы Белоруссияға, Бобруйск, Витебск ҡалаларына күсерҙеләр, ә дивизия штабы Вильнюста (Литва) ине. Шунан Германияның Лансберг ҡалаһына барып туҡтаныҡ.1945 йылдың 25 авгусында демобилизацияланып, поезд менән Өфөгә ҡайттым. Аэропортта райондашым Гөлгизәр Изгинаны осраттым. Ул да хәрби формала ине. Польшанан ҡайтып киләм, тине. Шулай бергәләшеп Бөрйәнгә ҡайтып төштөк. Хәрби комиссариатҡа саҡырып, стройға теҙеп, беҙгә фашист Германияһын еңгән өсөн награда, “Фиҙакәр хеҙмәт өсөн” миҙалын тапшырҙылар.Ҡайтыу менән райсоветҡа дөйөм бүлеккә мөдир итеп ҡуйҙылар. Балалар йортондағы ҡустым менән һеңлемде алып, улар менән бергә йәшәнек. 1946 йылдың апрелендә КПСС-ҡа ағза итеп алдылар.Ғүмерем илгә хеҙмәт итеп үтте. Оҙаҡ һәм намыҫлы хеҙмәтемде баһаланылар – 1980 йылдың 30 майында СССР Юғары Советы Президиумы исеменән “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнеләр. Тыныс тормошта 27 йыл эшләп ташланған.Тормош иптәшем Нәҙершин Рамаҙан Ғәтиәт улы менән 1946 йылда өйләнешеп, биш бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Балаларҙың һәр береһе юғары белем алып, үҙҙәре матур итеп ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәйҙәр һәм мине лә хөрмәт итәләр – ярҙамдарынан һис ҡасан ташламайҙар. Яҙҙым 2002 йылдың 16 сентябрендә – Күжәбаева Ғәфүрә Абдулла ҡыҙы».Атайым, өлкән лейтенант Нәҙершин Рамаҙан Ғәтиәт улы 1924 йылғы. Мәҡсүт ауылыныҡы. Ул да һуғышҡа Бөрйән хәрби комиссариатынан алына. Уның яу юлын нисек үтеүе тураһында ла мәғлүмәттәр бар. “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены кавалеры. Ошо юғары наградаға тәҡдим ителеү тарихы түбәндәгенән ғибарәт: “Иптәш Нәҙершин, 1945 йылдың 21 апрелендә, уҡсылар взводы менән етәкселек итеп, беренселәрҙән булып Чехословакия Республикаһының Опава- Моравия йылғаһына яҡынлаша. Көньяҡ ярҙағы немецтар ныҡышып, баш бирмәй. Ошо мәлдә беҙҙең самолеттар дошмандың алғы крайын утҡа тота.Ошо мәл менән файҙаланып, Нәҙершин беренселәрҙән булып йылғаға ташлана, уның артынан – бөтә взвод. Ошо алыш барышында ҡаршы яҡтағы бәләкәй плацдарм ҡулға төшә һәм ике сәғәт буйы беҙҙекеләрҙең ҡарамағында була. Ҡаты яраланған иптәш Нәҙершин яу урынын ташламай. Взвод менән командалыҡ итеп, батальондың юғалтыуһыҙ-ниһеҙ арғы ярға сығыуын тәьмин итә”, - тиелә уны хөкүмәт наградаһына тәҡдим иткән докладта.Һуғыш яу яланында алышҡандар өсөн генә түгел, тотош халыҡ өсөн ҙур юғалтыу, михнәт, һынау була.Өләсәйем Райхана Нәҙершина - атайымдың әсәһе, яуға дүрт уланын оҙата. Икеһенә (Ғибат менән Ғәбит) тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙмай. Яуҙан уландарын көтөп ала алмаған әсәйҙәрҙең йөрәк әрнеткес мәлдәр кисереүенә дәлил бер хәл. Бер мәл (август айында була был) өләсәйемдәр дөйөм хужалыҡ өсөн ҡырҙа бесән эшләп ятҡан. Кәкүк саҡыра икән. Халыҡта бит кәкүктән ғүмер (йәш) һорау, тигән бер ырым йәшәне. Әхирәттәре һорап бөткәс, өләсәйем: “Кәкүк, кәкүк, ҡасан ҡайта улым, уның нисә йыл ғүмере бар?” - тип һораған. Әмәлгә ярағандай, кәкүк: “Күк!” - тип бер генә әйткән дә, туҡтаған. Өләсәйем ана, балаңдың ғүмере бөттө, юҡ, тип әйтте кәкүк, тип бакуй өҫтөнә ятып илай икән... Эш бөтөрөп, кискә генә ҡайтһалар, һуғыштан имен-һау ҡайтҡан Рамаҙаны йылмайып ҡарап ултыра, ти...Эйе, атайым да, әсәйем дә – яугирҙәр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, шәхсән үҙҙәре Еңеү яҡынайтҡан кешеләр. Фронтовиктар ҡыҙы булыуым менән хаҡлы ғорурланам мин. Атайым менән әсәйемдең яҡты исеме йөрәккә уйылған, уларҙың күңел йылыһын, йылдар һуҙымында ла һүнмәҫ һөйөүен әле лә тоям төҫлө, - ти Зәйтүнә Нәҙершина.А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: