Ғәилә
7 Сентября , 04:05

Етмеш етелә лә егеттәр һымаҡ

Шундай һөйкөмлө кешеләр була. Улар менән бер һөйләшеп ултырыу—үҙе бер кинәнес, зиһендәрең асылып, күңел көмбәҙҙәрең яҡтырып китә һымаҡ. Ябайлыҡ, ихласлыҡ, аҡыл һәм күңел сафлығы йөҙҙәренән, һүҙҙәренән сағылып, күңелдәрҙе иретерлек, йөрәктәрҙе елкендерерлек дарыу һымаҡ хатта. Халыҡ телендә Тарыуал, тип тә йөрөтөлгән Яңы Усман ауылында ғүмер итеүсе Ишморатов Ишдәүләт ағай хаҡында һүҙем. Уның менән беҙ өс мәртәбә генә осрашып күрештек. Хатта осраҡлы ғына тип әйтерлек, уйламағанда ғына, өҫтәүенә тәүге икәүһе һый өҫтәле артында. Аңлашыла бит инде, ҡунаҡтар араһында асылып китеп иркенләп һөйләшеү, танышыу мөмкинлеге бик эләкмәй. Тәүге осрашыуҙа ағайҙың гармунда уйнап, моңло итеп халыҡ йырын зыңғырлатып йырлап ебәреүе мине хайран иткәйне. Икенсе осрашыуҙа күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн уға район хакимиәте башлығы Р. Абдуллиндың Рәхмәт хаты тапшырылыуына шаһит булып, ҡыуанысын уртаҡлашыу мәлендә булдым. Ә өсөнсөгә күңелгә ятҡан был ағай менән яҡшылап танышыу, уның турала берәй нәмә яҙып бүтәндәр менән дә уны таныштырыу хаҡында оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм дә бер көн тоттом да Яңы Усманға юл тоттом.

Добавить в предпочтительные источники Google
Етмеш етелә лә егеттәр һымаҡЕтмеш етелә лә егеттәр һымаҡ
Етмеш етелә лә егеттәр һымаҡ

Шундай һөйкөмлө кешеләр була. Улар менән бер һөйләшеп ултырыу—үҙе бер кинәнес, зиһендәрең асылып, күңел көмбәҙҙәрең яҡтырып китә һымаҡ. Ябайлыҡ, ихласлыҡ, аҡыл һәм күңел сафлығы йөҙҙәренән, һүҙҙәренән сағылып, күңелдәрҙе иретерлек, йөрәктәрҙе елкендерерлек дарыу һымаҡ хатта. Халыҡ телендә Тарыуал, тип тә йөрөтөлгән Яңы Усман ауылында ғүмер итеүсе Ишморатов Ишдәүләт ағай хаҡында һүҙем. Уның менән беҙ өс мәртәбә генә осрашып күрештек. Хатта осраҡлы ғына тип әйтерлек, уйламағанда ғына, өҫтәүенә тәүге икәүһе һый өҫтәле артында. Аңлашыла бит инде, ҡунаҡтар араһында асылып китеп иркенләп һөйләшеү, танышыу мөмкинлеге бик эләкмәй. Тәүге осрашыуҙа ағайҙың гармунда уйнап, моңло итеп халыҡ йырын зыңғырлатып йырлап ебәреүе мине хайран иткәйне. Икенсе осрашыуҙа күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн уға район хакимиәте башлығы Р. Абдуллиндың Рәхмәт хаты тапшырылыуына шаһит булып, ҡыуанысын уртаҡлашыу мәлендә булдым. Ә өсөнсөгә күңелгә ятҡан был ағай менән яҡшылап танышыу, уның турала берәй нәмә яҙып бүтәндәр менән дә уны таныштырыу хаҡында оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм дә бер көн тоттом да Яңы Усманға юл тоттом.

Ишдәүләт ағайҙың әйткәне:
Фекерҙәштәрҙе Аллаһ Тәғәлә үҙе тоташтыра. Осрашҡанда фекерҙәштәр үҙҙәре эстән балҡып тора.

Тик ағайым өйҙә булмай сыҡты, ҡатыны Зөлфирә апай:
—Ағайың ысын коммунист бит ул, уны өйҙә тотоп булмай, бына бөгөн дә Темәс яғына кеше алып китте, арыу-талыуҙы белмәй, таксист һымаҡ йомошо булған кешеләрҙе йә аятҡа, йә балнисҡа алып йөрөй. Район эсендә генә түгел, оҙон юлдан ҡурҡыу белмәй Әбйәлил, Баймаҡ яҡтарына, хатта Стәрлегә сығып китә,--ти.—Күберәген туғандарын алып йөрөй, бигерәк туған йәнле, улары өсөн үлә лә ҡуя инде.
Зөлфирә апай Баймаҡ районының Муллаҡай ауылы ҡыҙы икән. Мәктәптән һуң тегенсе һөнәренә эйә булып 1968-1972 йылдарҙа Түбә ҡасабаһындағы комбинатта тегенсе булып эшләгән.
—Ағайыңа тап итте яҙмыш, 1972 йылда мине бында алып ҡайтты, алдағы йыл, бергә йәшәүебеҙгә 55 йыл була, һаулыҡ, ғүмер генә булһын, тип торола, короновирустан һуң һаулығым китеңкерәне, дарыу, укол менән йәшәйем. Заманында 6 һыйыр тоттоҡ, һаулығым насарайғас, ағайың малды бөтөрҙө, ҡош-ҡорт менән дә булышып булмай,—тип апай хәл-әхүәлдәрен ихлас һөйләп ала.--Мин килен булып төшкәндә, ғүмерен колхоз эшендә үткәргән Нәзирә ҡәйнәм ҡарт ине инде, бергә торҙоҡ. Ҡарт булһа ла эшкә әрһеҙ, шәп ине, утын бүкәндәрен шартлатып ярып тора торғайны. Ишдәүләт әлеге өйгә нигеҙ ҡорған ине, ул ваҡытта кеше кешегә ярҙамсыл булды бит, ошо өйҙө эшләп сыҡтыҡ, ауылда иң ҙур өй һеҙҙеке, ти торғандар ине. Ана хәҙер йәштәр ҡалай матур итеп ҙур йорттар һалалар, етеш йәшәйҙәр. Бында килгәс тә тик ятманым, бригадалағы бер эштән дә ҡалманым: ырҙында эшләнем, хисапсы ла булдым, сенажға, силос һалыуҙа йөрөнөм, Әсебарҙа ҡуна ятып эшселәргә ашарға бешерҙем. Бүлексә етәксеһе Фаил Бикбулатов эште матур ойошторҙо, ауылда уның абруйы ҙур булды. Ағайың менән Лилиә исемле бер ҡыҙ үҫтерҙек. Бөгөн ҡыҙыбыҙ Марсель кейәү менән Стәрлелә йәшәйҙәр, Айназ, Илназ исемле ике ул үҫтерәләр. Шул балаларға ҡыуанып бер булып ултырабыҙ. Айназ мәктәптән һуң университетҡа инде, инженер һөнәренә уҡый, Илназ Стәрлеләге лицейҙа белем ала. Бик тырыш, аҡыллы ейәндәребеҙ. Уҡыуҙа алдынғылар, һәләтлеләр, икеһе лә оҫта бейеүсе. Айназ Өфө фән һәм технологиялар университетының “Ирәндек” бейеү ансамблендә, ә Илназ Стәрлеләге “Торатау” балалар халыҡ бейеүҙәре ансамблендә йөрөй. Балалар баҡсаһынан уҡ бейенеләр. Илназ коллективы менән яңыраҡ Төркиәгә барып бейеп ҡайтты.

 

Ишдәүләт ағайҙың әйткәне:
Тормош бер арауыҡ ҡына ул. Тормош юлын үтеү ҙә үҙеңдән тора: бысраҡ үткәрергә була, матур, таҙа үткәреү ҙә үҙ ҡулыңда.

 

Апай менән һөйләшкән арала Ишдәүләт ағай шылтырата: “Көт, Мөнир ҡустым, бер-ике сәғәттән ҡайтып етермен.” Оҙон юл үтеп килеүен килгәс, йомош үтәлмәйсә нисек ҡайтып китмәк кәрәк, өҫтәүенә баш әйләндергес һәм үҙеңде лә буҙартырлыҡ анауы ҡырҡ боролошло Буҙарған буйынан.
Зөлфирә апай алдыма ағайҙың фотоларын, документтарын һала. Иренә хөрмәтле, иғтибарлы, хәстәрлекле булған, ышанып ҡараған ҡатындар алдында баш эйерлек.
Комсомол, комсорг, коммунист... Аҙаҡ коммунистар партияһында булыуына быйыл илле йыл тулыуын әйтәсәк Ишдәүләт ағай. Комсомолға Сибайҙа ауыл хужалығы техникумында уҡығанда индем, активист инем, тиҙҙән мине комсорг итеп ҡуйҙылар, ВЛКСМ-дың ҡала комитеты ағзаһы итеп һайланылар, тип тә өҫтәйәсәк. Райондан Йәнчурин Рим, Мөхәмәтйәнов Гәрәй, Төлкөбаев Айытбай, Муллағолов Әнүәрҙәр менән уҡыйҙар. “Утты-һыуҙы” бергә кискән техникумдаш иптәштәренең дүртеһенең дә хәҙер был донъяла юҡлығына бошоноп ала, аҙыраҡ йәшәй бирмәнеләр, тормош матур, йәшәү рәхәт тә баһа, ти. Үҙенән бигерәк бүтәндәрҙе һөйләүе, йылы телгә алыуы ла ағайға ҡарата күңелдә хөрмәт уята.
—Сибайҙан уҡыу йортон күсерҙеләр ҙә техникумды Баймаҡта тамамланыҡ,--ти.— Ҡулға диплом алғас ҡайҙа барһам да була ине, вольный казак инем. 1969 йылда практиканы Баймаҡтың Һәүәнәк совхозының тоҡомсолоҡ буйынса махсуслашҡан Һаҡмар бүлексәһендә үттем. Бик оҡшағайны ул яҡ, остазым, зоотехник Варис ағай һәйбәт булды, был совхозда һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР Юғары Советы депутаты Ниғмәтуллина Фира Ғариф ҡыҙы эшләй ине. Уның ышаныслыһы беҙҙең Бөрйәндән күренекле педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Бикбулатова Фәүзиә Ғариф ҡыҙы булыуы ла һоҡландырҙы.

 

Ишдәүләт ағайҙың әйткәне:
Оло кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүем—ҙур ҡыуанысым да ҡаҙанышым да булды.

 

Совхоз бай, табышлы эшләгән хужалыҡ ине, һыйыр малдары, сусҡа көттөләр. Әсәһе ауырып, Варис ағай ауылына ҡайтып киткәс, урынында ҡалып алты ай зоотехник булып эшләнем. Тик ҡайҙа ла Бөрйән үҙенә тарта, һағындыра, өҫтәүенә, әсәй яңғыҙ, таяныр кешеһе юҡ, шунлыҡтан ҡайтып киттем.
Ул ваҡытта, районда“Бөрйән” совхозы ойошторолған ине. Директоры Исмәғил ағай Ғәбитов. Шунда эшкә алдылар, институт бөтөп Әлибаков Таштимер ағай ҡайтҡан, бергә эшләнек, бик яҡшы кеше булды Таштимер ағай, күренекле шәхес, оҫта ойоштороусы, эшлекле, кешегә йылы һүҙле, һуңынан колхоздарҙы күтәрҙе.
Техникумда алған белемем малдарҙы яһалма ҡасырыу буйынса ине, ул һөнәргә уҡыусылар юҡ тиерлек, шунлыҡтан мин районда кәрәкле кеше булдым ул заманда, тырышлығым да булғас, унда ла тартҡылайҙар, бында ла. Совхоз үҙәгендә, унан бүлексәләрҙә, ҡыҫҡаһы күп урындарҙа, күп эштәрҙә эшләргә тура килде, унан ауылға ҡайтып нығындым.
Практикала саҡта еңгәйеңде күреп ҡалып велосипед менән Һаҡмарҙан Түбәгә йөрөп, яҡшылап күреп-белеп танышып, әйттереп алып ҡайттым. Икенсе йыл, һау булһаҡ бергә йәшәүебеҙгә ике бишлек юбилейыбыҙ.”
Ишдәүләт ағай йәш сағында был тирәлә билдәле гармунсы, бейеүсе булып йөрөгән, бөгөн дә ҡулына гармунын ала, гармуны моңона ҡушылып йырлап ебәрә. Халыҡ йырҙарын матур итеп башҡарырға ла тыны етә. Актив тормошта йәшәй: матбуғат алдыра, телевизорҙан донъя, ил яңылыҡтарын белеп бара. Күп уҡый икән, белмәгәне юҡ, тиҙәр уның кеүектәргә. Бала сағынан ауыл китапханаһы уның өсөн изге урын булған. Мин уҡымаған китап ҡалдымы икән унда, ти бөгөн. Почта аша алдырған китаптары бер шкаф: башҡорт, татар, рус, сит ил яҙыусыларының ҡалын-ҡалын романдары... Улар янындағы “Лечебник Ванги,””Сад и огород,””Домашний доктор,””Только факты”, “Величайшие загадки”, ”Атлас России” кеүек китаптар, энциклопедиялар, тәржемә һүҙлектәр ағайҙың нимәләр менән ҡыҙыҡһыныуын, күп яҡлы мәғлүмәткә эйә булыуын һөйләй.

 

Ишдәүләт ағайҙың әйткәне:
Күктең аяҙ булыуын күреп, ҡоштарҙың һайрауын тыңлап, кешеләрҙең яҡты йөҙөн күреп, яҡшы һүҙҙәрен ишетеп йәшәү—бына шунда тормош мәғәнәһе.

 

“Минең бала сағым олатайҙар ауылында Байғаҙыла уҙҙы, атайҙың атаһы Баязитов Фазулла Сабит улы менән әсәйҙең атаһы Ишморатов Мырҙағәле Йосоп улы дин тотҡан кешеләр ине, икәү дуҫ йәшәнеләр. Уңай сығыу менән һағынған олатайҙарыма ҡарай һыпырта инем Байғаҙыға,--тип һөйләй Ишдәүләт Ярулла улы.—Шул ике олатайымда тормош тәрбиәһе алдым, эшләп ашарға икәнлегенә төшөндөм, уларҙың аҡыллы һүҙҙәрен, өйрәтеүҙәрен тыңланым. Шунлыҡтан, бәләкәйҙән аңлы, эшкә беше булып үҫтем. Беҙ, колхоздар осоро балалары иртә өлгөрҙөк, башланғыс класта уҡығанда уҡ беҙҙе ат өҫтөнә алып йөрөй торғайнылар, өлкәндәргә бесән эшендә ярҙамлаштыҡ. Колхоз иген сәскән Әсебар башы тигән ер ҡырҡ гектар. Ырҙын да шунда. Ишморатов Ғәлимйән ағай комбайнер, ул иген ура, ә беҙҙе--балаларҙы ырҙынға эшләргә алып баралар, ҡуна ятып эшләйбеҙ. Өлкәндәрҙән Яңылбикә инәй Мәзитова йоҡларға ятҡанда беҙгә биреләр, ен-пәрейҙәр тураһында, унан әкиәттәр, эпостар, легендалар һөйләр ине. Шуныһы хәтерҙә: таң атыуға ҡарай яҡтыра башлағанда инәйебеҙ хәбәрен иң ҡыҙыҡ ерендә ҡырҡа туҡтата ла, хәҙер йоҡлайыҡ инде, дауамы иртәгә, тиер ине. 1964 йылда һигеҙенсене бөткәс Дүртҡарағай утарында Бикбулатов Шәкир бабай менән бер ҡыш мал ҡараным, икебеҙҙә иллешәр башмаҡ. Бабай ауылға ҡайтып китһә, төндә ҡурҡырһың, тип Әхмәтов Ғафар ағай килеп эргәлә йоҡлай торғайны. Һимерткән малдарыбыҙҙы көҙгөһөн Бешәкеләге ҡабул итеү пунктына алып барып тапшырҙыҡ. Утыҙ һум эш хаҡым сыҡҡайны, Әтектәге “айыу” ҡушаматлы Хөсәйенов Миндибай ағай ул аҡсаға Белореттан толоп һатып алып ҡайтып бирҙе. Балаганда ятҡанда ҡулыма райондың ул саҡтағы “Еңеү юлында”гәзите эләкте. Унда техникумға уҡырға саҡырыу яҙылған. Иғланды гәзиттән ҡырҡып кеҫәмә һалып алдым һәм шунан башланды минең яҡты хыялдар менән өлкән донъяға сығыуым. Ул заманда паспорт алыу, колхоз эшенән китеү үҙе бер афәт, проблема ине. Ишдәүләт ағай артабан ниндәй ауырлыҡ менән паспорт йүнләп алыуын, колхоздан нисек “ысҡыныуын” һәм белмәгән, күрмәгән ҡалаға оҙон, ауыр юл үтеп нисек барып, нисек имтихандар тапшырып уҡырға инеү мажараларын һөйләп ала.

 

Ишдәүләт ағайҙың әйткәне:
Тормошта абынып киткән саҡтарың да була, шул мәлдә тороп китергә үҙеңдә көс табырға кәрәк.

 

Һөйләшеүебеҙгә Зөлфирә апай ҡушыла: “Күптәр Ишдәүләт һин китап яҙ, һинең хәлеңдән килә, тиерҙәр ине. Ағайың күпте белә, Бөрйән районын, кешеләрен яҡшы белә, элеккеләрҙе онотмай, хәтере һәйбәт. Почтанан яҙҙырып алған китаптарын күрһәтеп ейәндәренә, ошоно уҡығыҙ, бынауыны уҡығыҙ, һеҙгә кәрәк буласаҡ, ти.” “Элек свит булманы бит, шәм яҡтыһында уҡый инем,- ти ағай.- “Летучая мышь” шәме яҡтыһында Майн Ридтың “Всадник беҙ головы” романын бер төн эсендә уҡып сыҡтым.”
Бына шундай рухлы, теремек һәм үҙ фекерле, киң ҡарашлы ағай менән таныштым мин һәм һоҡландым— бына ниндәй ир-азаматтарыбыҙ бар беҙҙең, етмеш ете йәшендә лә йәштәрсә ырғыта баҫып йөрөгән дәртле, шәп — күптәргә өлгө булырлыҡ. Ишдәүләт ағайҙың Байғаҙыла йәшәгән 83 йәше менән барған ағаһы, райондың билдәле кешеләренең береһе, абруйлы хеҙмәт ветераны Хажғәле Фазулла улы Сабитов бына нимә ти: “Ишдәүләт бәләкәйҙән үҙенә-үҙе юл ярған кеше. Шул юлынан яҙлыҡмай матур эшләп, килен менән татыу ғүмер йәшәп аҡһаҡалдар үренә менеп ултырған ир.”
Сал тарихлы Бөрйәнебеҙ тәбиғәте, тәбиғи ҡомартҡылары менән генә түгел, Ишдәүләт ағай Ишморатов һымаҡ күркәм кешеләре менән дә матур һәм данлы.

 

Мөнир Фәйзуллин,
РФ һәм БР Журналистар союздары ағзаһы
Автор фотолары.

 

Етмеш етелә лә егеттәр һымаҡ
Етмеш етелә лә егеттәр һымаҡ
Етмеш етелә лә егеттәр һымаҡ
Етмеш етелә лә егеттәр һымаҡ
Автор: