

- Ныҡ маҡтап ҡуймағыҙ, - тип йылмайып оҙатып ҡалды ул беҙҙе. Риза булып, баш һелккән булдыҡ. Әммә... нисек һүҙемде тотоп, маҡтамаҫҡа икән һуң?
Рита апайҙы әсәйем бик хөрмәт итә. Бер-ике сәғәт һөйләшеп ултырғандан һуң мин дә әсәйемдең ихтирамы бушҡа түгел икәнлеген аңланым. Ҡайһылай алсаҡ, ихлас кеше булып сыҡты әле.
Рита (Маргарита) апай матур итеп башҡортса һөйләшһә лә, мари ҡыҙы ул. Ул 1964 йылда Мишкә районының Раевка ауылында тыуа. Ата-әсәһе - колхоз эшселәре, Иван һәм Сима. Эшсән, татыу ғаиләлә алты бала үҫә: Римма, Рита, Раиса, Надя, Ирина, Руслан.
Рита - икенсе бала. Бәләкәй саҡтан уҡ ҡыҙ ата-әсәһенә колхоз эшендә ярҙамлаша: сөгөлдөр, картуф, һуған үҫтерешә. Көҙҙәрен норма буйынса үҙҙәренә бүлеп бирелгән ерҙәрҙән йәшелсәләрҙе йыйып алып, колхозға тапшырыша. Етенсе, һигеҙенсе кластарҙа ашханала ла эшләп ала. Эштә сынығып үҫә Рита апай. Спортты ла ярата, район ярыштарында ҡатнаша.
Балалар Раевканан ете саҡрым алыҫлыҡтағы Чураево тигән ауылға йөрөп уҡый. Бәләкәй саҡта интернатта йәшәйҙәр, ә үҫә биргәс, йәйәүләп ауылдарына ҡайтып йөрөйҙәр. Был да сыныҡтыра, физик яҡтан үҫтерә ҡыҙҙы.
- Ә Әнүәр ағай менән яҙмыш ҡайҙа осраштырҙы һеҙҙе?
Тормошоғоҙҙағы иң ҙур боролоштоң сәбәпсеһе ул бит.
-Туғыҙынсы кластан һуң ауылдан сығып киттем. Өфөләге уҡыу йортона штукатур-малярлыҡҡа уҡыусылар йыйырға килгәйнеләр. Беҙҙе алып киткән мастер барыһын да ойошторҙо: уҡыуға урынлаштырҙы, ятаҡтан бүлмә, кейемдәр бирҙе. Бушлай ашата, кинотеатрға алып йөрөй торғайнылар. Практикала эште яҡындан өйрәнә башланыҡ: стеналарға штукатурка бәрәбеҙ-бәрәбеҙ ҙә, шымартабыҙ. Буяйбыҙ. Уҡып бөткәс, һөнәрем буйынса эшкә сыҡтым. Өфөгә ремонт эштәренә барғайныҡ, Әнүәр менән шунда таныштым. Ул каменщик булып эшләй ине. Туҡтата ла һүҙ ҡуша, исемемде һораша. Яйлап һөйләшеп алып киттек. Һәйбәт кеше һымаҡ күренде. Өҫтәүенә, йырлай, гармунда уйнай. Күңелемә яҡын кеше булып китте. Араны боҙорға теләүселәр булһа ла, кеше һүҙенә төшмәнем.
Рита апай беҙгә тағы ла өҫтәп сәй яһаны ла һүҙен дауам итте:
- Бер-ике йылдан икәүләп Мәскәүгә эшкә сығып киттек. Учалынан бер ағай рекламировать иткәйне. Ярмаларҙы (игенде) елләтәбеҙ, сортировать итәбеҙ. Уны тоҡҡа тейәп алып китәләр. Саң-томан араһында эшләйһең инде. Йәшәп торорға өй бирҙеләр. Төҙөлөш материалдары ла бирерҙәр ине, тик беҙ унда оҙаҡ эшләй алманыҡ.
1984 йылда Ғәлиәкбәргә ҡайтып төштөк. Зөлфирә: «Золхоя өләсәй ныҡ ауырый, һағына, зарыға. Өләсәйҙе ҡарашырға кәрәк», - тип яҙа ине йыш ҡына.
Мине Рита апайҙың юлһыҙ, утһыҙ төпкөл ауыл тураһында тәүге тәьҫораттары ҡыҙыҡһындыра ине. Шул турала һорамай булдыра алманым.
- Әйберҙәрҙе ҡайтарҙыҡ та үҙебеҙ юлға сыҡтыҡ, - тип дауам итте һүҙен Рита апай.
Бөрйәндән Ғәлиәкбәргә ДТ-75 тракторы менән ҡайттыҡ. «Цивилизация юҡ. Бында йәшәп булырмы икән?» - тип уйланым.
- Туғандарығыҙ, атай-әсәйегеҙ нимә тине һуң?
- Соҡор эсенә инеп батҡанһың, - тип аптыранылар. Әммә әсәйем беҙгә ҡаршы булманы. «Барғас - йәшә!» - тине.
- Ул йылдарҙа электр уты ла юҡ ине бит әле...
- Эйе. Торбалы шәм йәки майшәм булды. Һыуҙы көйәнтәләп Нөгөштән ташый инек. Шул мәлдә эсем төшөп барған һымаҡ була торғайны.
- Ә шулай ҙа һеҙ ошо ергә ереккәнһегеҙ, телде үҙ иткәнһегеҙ. Аҡыллы, уңған алты бала тәрбиәләп үҫтергәнһегеҙ: Айгөл, Эльвира, Азамат, Эльмира, Гөлйемеш, Айнур. Һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡан.
- Айнур тыуғанда миңә 43 йәш ине. Көтөлмәгән мөғжизә, ҙур шатлыҡ итеп ҡабул иттек уны. Азаматыбыҙға ла иптәш булды. Хәҙер ул да ҙурайҙы, Өфөлә уҡый, программист һөнәрен үҙләштерә.
- Шулай ҙа бындағы тормошҡа яраҡлашыуҙың үҙ үҙенсәлектәре булғандыр бит?
- Ағайың русса-башҡортса һүҙлек эшләп бирҙе. Золхоя өләсәй ҙә мине бик яратты. Арҡамдан һөйөп-һөйөп ала торғайны. Үҙе белгән доғаларын да өйрәтте. Телде белмәһәң, донъя өйрәтә бит ул. Иң мөһиме - бер-береңде хөрмәт итеү. Шунһыҙ йәшәп булмай.
Мин – ябай ауыл ҡыҙы. Ни эшләһәм дә урынына еткереп эшләргә тырышам. Малды күп көттөк. Өс-дүрт һыйыр, һарыҡтар, ат тоттоҡ. Бесәнде күп әҙерләргә тура килде. Мөлөк, Ташмәсет яҡтарына йөрөп, бесән саптыҡ. Иртәнсәк эшкә сығып китәбеҙ. Кис мин ат менеп ауылға ҡайтам, иптәшем сабынлыҡта ҡала. Мал бикләйем, иртәле-кисле һыйыр һауып, сепараттан үткәреп, яңы ҡаймаҡ алып китәм. Сәскәләрҙе йәлләһәм дә, сабырға өйрәндем. Кистәрен атты тышап, иртәнсәк менеп китә торғайным. Шулай әрһеҙ эшләгәс, «Әнүәрҙең малайы» ти торғайнылар.
- Беҙҙең ауыл нимәһе менән сихырланы һеҙҙе?
- Тәбиғәте менән. Урманға сыҡһам, күңелемә рәхәт. Энергия алам. Дәртләнеп китәм. Шул дәрт менән сыраҡҡа ла ирем менән бергә төштөм, кәшмәккә ултырып та аҡтым. Әнүәр әҙерләү контораһында эшләгәндә селек бәйләп, мәтрүшкә, кесерткән һәм башҡа дарыу үләндәре йыйыштым.
- Тыуған яҡтарығыҙҙы һағынаһығыҙмы?
- Эйе. Таҙа һыулы һалҡын шишмәбеҙ һағындыра. Бала саҡта балыҡтарҙы ҡарап тора торғайныҡ. Ямғыр теләп, кешеләр аҡса ташлаған тау ҙа һағындыра.
Ауылыма 1985 йылда, Айгөлөмә дүрт-биш ай тигәндә ҡайтып килдем. Күрше ҡыҙы Гөлназ иптәшкә барҙы. Икенсегә ун биш йыл үткәс кенә ҡайта алдым. Хат яҙышып торҙоҡ, туғандар менән араларҙы өҙмәнек.
- Һеҙҙе тыңлап ултырам да, шундай фекер тыуа: барыһы ла еңел генә бирелгән һымаҡ. Һәр эште лә ихлас эшләгәнгә, шикләнмәй тотонғанғамы икән? Шулай ҙа иң ҡыйыны нимә булды?
- Балаларҙы уҡытыуы. Тәүге балам мәктәпкә йөрөй башлағас: «Әсәй, апай улай тип әйтмәй», - тип төҙәтә торғайны. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтмәгәнмендер инде. «Әлифба»ны үҙем дә бергә уҡып, бергәләп өйрәндек.
«Бәхетлеһегеҙме һеҙ?» - тип һорарға ынтылдым да, телем әйләнмәне. Бәхетһеҙ кеше шулай алсаҡ була, ихлас йылмая аламы ни?
Әнүәр ағай башта геолог, һуңғы йылдарҙа әҙерлек конторына тире һәм башҡа сеймал йыйыусы булып эшләп, пенсияға сыҡҡан. Рита апай ҙа пенсияла, социаль хеҙмәткәр булып, ололарға ярҙам иткән. Балалары һәр береһе башлы-күҙле, һөнәрле булып бөткән. Ейән-ейәнсәрҙәр (уларҙың ун бер ейәне бар!) Әнүәр ағай менән Рита апайҙарға ҡайтып йөрөй.
Йәш сағындағы ҡыйыу аҙымы, ят ауылға яраҡлашыу ҡыйынлыҡтары бөгөн Рита апай өсөн йылмайып ҡына иҫкә ала торған хәтирәгә әйләнгән. Әнүәр ағайҙың ышаныслы яурыны һәм Рита апайҙың түҙемлеге ошо бәхетле тормоштоң нигеҙенә әйләнгән.
Тамырҙары ике төрлө булһа ла, бер тупраҡта сәскә атҡан был парҙың тормош юлы һәр кемгә гүзәл бер үрнәк.
Рәйлә Нурмөхәмәтова (Күлбаева).