

-Өләсәй, мә, бынау төймәне генә ҡап әле, дарыуҙарыңды эсә торған мәл етте. Һыуҙы күберәк эс. Юҡ, әҙ йоттоң, эсеңкерә. Атыу дарыуың ашҡаҙаныңда иҙелмәй ятыр. Вапше һыуҙы күп эсер кәрәк ул, өләсәй.
Ятып ҡына тор, йәме, өләсәй. Тауыҡтарға ем һалдым, һыу ҡойҙом. Теге аҙман сыбар тауығың тағы ҡойма аша күршеләр яғынан һикереп төштө. Тағы йомортҡаһын улар яғына һалды инде, моғайын. Әй, йөрөһөн дә, ивет, өләсәй, үҙең һау бул әле.
-Эйе, балам, иң мөһиме - баш һау булһын.
-Өләсәй, һин торам тимә, тик кенә ятып тора әле, йәме. – Ейәнсәре Гөлиә шулай хәбәрҙәрен теҙә-теҙә өҫтөндәге юрғанын һәйбәтләңкерәп япты ла, арҡаһынан һөйөп алғас, өҫтәлдәге дарыуҙарҙы кире ҡумтаһына тултырҙы.
Зарифаның күңеле тулып, күҙенән ике бөртөк кенә тамсы тәгәрәп төштө. Ул арала гөлдәргә һыу һибә һалып та өлгөргән ейәнсәре йәнә эргәһенә килеп етте.
-Өләсәй, нимә ашағың килә? Һин яратҡанса, әрсеп кенә картуф бешерәйемме? Әллә тауыҡ һурпаһы эскең киләме? Әсәй теге көндө таҙалаған бройлерҙарҙы атайҙан туратып, мишуктарға тултырып, туңдырғысҡа һалып киткәйне. Һәр береһе бер ашлыҡ, бешереп ашағыҙ, өләсәңә көн һайын әсе ҡатыҡ болғап яңы һурпа эсереп тор, тигәйне.
-Бер ҙә генә ашағым килмәй бит әле, балаҡайым. Бая ғына кисәге һурпаны эсерҙең бит. Әле ҡалды. Бөгөнгә яңыһын бешермә, шуныһы етәр. Һыуытҡыста торған нәмә ней боҙола һалып бармай бит ул.
-Өләсәй, улай тимә. Ашарға кәрәк. Атыу хәлең булмай. Әйҙә, атыу ҡарағат япрағы һалып, ҡаты ғына итеп сәй яһап бирәм. Йүкә сәскәһе лә ҡушам.
-Ярай. Үҙеңә лә яһа. Кеше менән эскән ризыҡтың тәме башҡа бит аның. – Күҙенән йәш сыҡҡансы сәсәп алғас, Зарифа һүҙен дауам итте. -Йәй тейгән ыҙғар ҡаты була ул, кешене аяҡтан йыға ла ҡуя. Үткәндә, аяҡ һыҙлағас, балнисҡа тип барғанда, автобуста тәҙрә асыҡ булғас, тымау эләктереп ҡайтҡайным бит. Эргәмдәге ҡатын да туҡтауһыҙ сөскөрөп-йүткереп килде, етмәһә. Йәнә анаугөн, төткөһөҙ эҫе булғас, өйҙөң өс тәҙрәһен дә асып, үтәтма елләткәйнем. Икәүһен яптым, береһе, карауатым эргәһендәгеһе, асыҡ ҡалғайны. Саҡ ҡына торараҡ ябырмын тигәйнем дә йоҡлап киткәнмен. Шул баяғы тымауға тамам ғына өҫтәмә булды ла ҡуйҙы. Таңға тамағым ҡорошоп, ҡолағым тоноп уяндым. Сәсәтеүе тәҡәтте ҡорота, тамаҡ ҡырылып бөттө. Ҡоро йүткерек зәрә хәлде ала. Әллә нишләп һаман йүткерек йомшармай, маңҡа серемәй ул. Сәпсим хәл юҡ. Хәлемде эсемдән һурып алғандармы ней. Көнөмдө кешегә ҡалдырма, тип күпме ялбарам Хоҙайыма. Ҡуй инде. Һеҙгә бәлә булып ятам бит бына.
-Өләсәй, күреп тор, тиҙҙән генә элекке һымаҡ йүгереп китәсәкһең.
Эргәһендә өйөрөлөп йөрөгән ейәнсәре Гөлиәгә ҡарап ятып, тағы күҙҙәренә йәш тулды Зарифаның. Ошо бала булмаһа, кем йөрөр ине эргәһендә. Ейәнсәре кер машинаһынан керҙәрҙе алып, ҡоралайҙай һикергеләп элергә сығып киткәс, ирекһеҙҙән, уйҙары үткәндәргә юлланды.
*
Ул мәлдәрҙә төн йоҡоларынан яҙҙы Зарифа. Үҙе уйлап-уйлап та уйҙарының осона сыға алмағас, кәңәш-төңәш итеп ҡарарға, бер баштан өс баш яҡшыраҡ булыр әле, тип, ахыры, 5 саҡрымда ятҡан күрше генә ауылдағы бер туған Зәриә апайы менән апайындай күргән Хәмдиә еңгәһен сәйгә саҡырып алғайны.
-Нейнәмә булып китте, Зарифа, нейнәмәгә ул ғәҙәр ут ҡапҡан һымаҡ ҡабландыраң ул? Килеп тороп еҙнәңдең ошо арала дәвлинйәһе күтәрелә лә китә. Шуға эргәһенән дә китеп бумай. Торалмамыш булып мыжып, һыуға тиктем алдыртып эсеп ята. Үҙең белмәгән ней эш бар, ирҙәр ауырый белә бит инде алар – саҡ ҡына мыршылдаһалар ҙа, брама ролгә инеп китеп, бәлә һалып ятып алалар, теңкәне ҡоротоп. Бисәләрҙең өйҙәге туҡһан эше бар ней уларға, юҡ ней. Буш йөрөгәндән кәм күрмәйҙәр инде мына. Беҙгә, бисәләргә, ауырырға ваҡыт та юҡ. Мыршылдап-һаршылдап, дәвлинйәле башыңды яулыҡ менән ҡыҫа бәйҙәп, аяғөҫтө генә ауырып алырға тура килә. Кем һине наҙландырып һалып ҡуйһын. Малы ла үҙеңдең елкәңдә, ҡош-ҡорто ла. Ул арала ашарға бешерергә, йыуырға, йышырға кәрәк. Әле мына еҙнәң төттөрмәй, ишеү етмәһә, - тип шардыуан Зәриә апайы ишектән үк хәл-әхүәлдәрен яуҙырып килеп инде. Өҫтөндәге, үҙе әйтмешләй, “ҡәҙерлегә генә кейә торған” хан заманғы үлем тейгеһеҙ кремплен күлдәгенең тышынан эләктергән мәңге арҡаһынан төшмәй торған “душогрейкаһын” сисеп, ишек төбөндәге сөйгә элергә борола бирҙе лә, ҡапыл етеҙ хәрәкәт менән шул тирәләге эскәмйәгә генә бәреп, еңдәрен төрә-төрә ҡулйыуғыс яғына боролдо. Ҡулйыуғысҡа инә һалып сыҡҡас, ҡабаланып түргә үтте - ашығыуы шул самалыр. Һеңлеһе нимәгә саҡырғанын белә һалыр кәрәк тә баһа!
Бикәсе артынан инеп килгән шымыҡай Хәмдиә еңгәһе, сәләм бирә-бирә тупһаны ашаҡлап, уң яҡтағы бүлемгә инеп ҡулын сайҡап алғас, әҙерәк туҡтап торҙо ла, башта күстәнәсле төйөнсәген түрбаш өҫтәленә һалып, хужабикә ҡушҡуллап күреште.
-Бәй-й, әллә һауҙыҡ та һорашманым инде. Һаумы, Зарифа. Күстәнәсемде, ана, душогрейка менән ҡуша таштағаным, ахыры, ҡарап ҡына ал әле. Әллә нимә тейәп кимәнем, магазинға инергә лә ваҡыт буманы. Душагрийкәһенең эс яғына ҡунаҡҡа барғанда кешенән күстәнәс-маҙар һалып апҡайтырға тип теккән елле кеҫәһенә был юлы һаранбикә апайың шуға өйҙә буған сәй менән маразилникта туңып ятҡан бер устай ғына ҡыҙыл эремсек кенә һалып алды, - тип ҡутара һөйҙәргә яратҡан апайы ла урынынан ҡалҡына һалып, ҡулын һуҙҙы.
-Һинең шул ашығыуың бөтмәҫ, Зәриә апай. Әйҙәгеҙ, түрҙән уҙығыҙ. Күстәнәс тип ыҙаламаһаң да булыр ине, бөтә нәмә бар бит, шөкөр. - Зарифа ҡунаҡтарын түргә әйҙүкләне.
-Ярай, шыпа буш ҡул кимәйең инде, бит-йөҙҙөк кәрәк. Нейнәмәгә саҡырҙың ул мәлһеҙ. Ней һуғым мәле түге, ней тыуған көнөң түге. Һин эт буғы сереп ятҡанда тыуҙың. Ҡар сереп, тишектәнеп бөткән мәл, ҡайҙа баҫһаң да аяҡ уйылып тора. Шәре гилеп тороп. Ҡар ғатыш ямғыр яуа рашҡылап. Бөгөнгө һымаҡ иҫтәйем. Шундай көндә тыуғанға ла илаҡ буғаныңдыр инде. Әсәй шаршау артында ыңғыраша, мин бы яҡта аптырап утырам. Эргәһенә барам, тиһәм, кимә, тип әрҙәй. Өйҙә бүтән кеше юҡ. Атай эштә. Ағай уҡыуҙа. Мине әсәй ул көндө уҡырға ебәрмәгәйне. Шунан күрше Әсмәбикә инәйгә йүгерҙем. “Әсминә-әй, әсәм үлеп бара шикелде. Ул үлһә, мин ҡалайтам. Беҙгә бар әле”, тип яр һалдым да кире йүгерҙем. Бер ҡатам уларҙың тапҡырында юлда шәрегә батып утырып ҡалғанын да аңғармағаным. Ярай, ул ах та ух итеп һыңар ҡатамды тотоп шундуҡ килеп тә етте. Унан мине фиршелгә йүгертте. Әсәмдең галушлы сүсинкә быймаһын кейеп йүгерҙем аныһына. Ҡайтһам, әпәт быйманың бер ҡатаһы юҡ. Әллә кем юлдан табып, шул тирәләге өйҙөң рәшәткәһенә элеп киткән буған. Әсәм танып апҡайтҡан аҙаҡ. Мин фиршелде алып килеп инеүгә һин шаршау артында яр һала инең инде...
Төшкө ашҡа ҡайтҡан атай “Кем?” ти кенә һораны ла, ҡыҙ икәнен белгәс, “Улыма иптәшкә ишеү берәй малай буһа тиһәм. Исмаһам, бесән еңеләйер ине олоғая бара”, тип кенә мығырҙаны ла, кире эшенә китте. Хатта шаршау артына күҙ ҙә һалманы. Хәл һорашыу ҡайҙа. Элек ирҙәр зәрә ҡырыҫ булды ул. Һәҙер иле лә, ире лә бала тапҡан бисәнән гируй яһайҙар. Беҙ бахырҙарҙың ғына сәпсим ҡәҙере бумаған, ҡутара бала тапһаҡ та.
-Әйҙә, апай, аш һыуына.
-Тороп тор әле. Кеше ҡунаҡҡа ҡорһаҡ тутырырға ғына кимәй биту, ошайтып үткәндәрҙе шул ҡунаҡта хәтерҙәп алаһың инда. Ҡабландырма, утыр. Аш ҡасмаҫ.
Әсмәбикә инәй булды һинең кендек инәң. Ана, беҙгә күрше Әбүзәр йәшәне бит, шуның әсәһе ине. Йәш сағыңда анауы үҙеңде баҫтырып ыҙалатҡан Әбүзәрҙе иҫтәйеңдер. Әсмәбикә инәй һин иҫ белгәнсе үлгәндер ул. Һыуға барғанда аяғы тайып китеп, мәкегә төшөп үлде ул, бахыр. Мәкенән сыға алмай яфаланып, боҙҙо тырнап бөткән, боҙ ҡап-ҡан ине, тиҙәр. Ул йылы боҙ әллә ништәп зәрә ҡалын булып туңғайны. Һыуҙы боҙ эсенә инеп китеп, мәмерйә һымаҡ мәкенән ала торғайны әсәйҙәр. Зәһәр һыуыҡ мәл ине, 35 градуслыҡ. Берәү бер һыуға бармаған да ҡуйған шу. Боҙға ҡуша туңған ҡулдарын балта менән тумырып сығарып, апҡайтып, араҡы менән ыуа һалып, шундуҡ районға ебәреп ҡаранылар ҙа ул. Мандыманы. Балниста үлеп ҡалды. Әбүзәр үгәй әсә менән генә үҫте, бахыр. Кем балаһы кемгә ғәзиз, эйй. Һәр бала үҙ әсәһенә - әсәй, үҙ атаһына атай тип үҫһен ине лә бит... Әбүзәргә барһаң, уңыр инең. Уу, уның ике ҡатты өйөндә каралива булып утырыр инең бөгөн. Дер һелкетеп көтә бит донъяһын. Ай-бай... Бисәһе бер өйөр бисәләр ыңғайына йә бәпәй йыуып, йә һыйыр быҙауҙағанды һылтау итеп эскеләй баштағайны, тиҙ генә бандаһынан айырып та алды. Хәҙер ней, ана, онот булды аныһы ла, мынамын итеп донъя көтә. Ир күтәргәнде ил күтәрә, ир ҡаҡҡанды мир ҡаға.
-Ярай, әйҙәгеҙ, тәүҙә ашап алайыҡ. Атыу аш һыуынып бара. – Зарифа һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа бора һалды.
-Һай, әллә кемдең һеңдеһе. Бишбармаҡ итеп тороп яраштырған бит әле. Һурпаһын айырым бирәңдер? Һыуғанын тоҙҙоҡта бешерҙеңме? Бешеүе етмәһә, ашағанда, зитҡа тейеп, теш араһында шығырҙап тора биту. Мин тоҙҙоҡто тимер сеүәтәгә һөҙөп алам да, эсенә ҡутара һыуған турап, мейестең аш бешеп утырған белитәһенең ситенә генә утыртам да ҡуя. Шунда белитәнең ҡыҙыуында тандыр ғына зымбырҙап ҡына бешеп тик утыра. Тоҙҙоҡ һеңеп кенә, зәрә тәмде була шулай. Әсе ҡоротоң бармы? Мине беләң, маный бутҡаһынан башҡа бөтә нәмәгә ҡорот һалам. Ҡатыҡһыҙ һурпа һурпа түге индеүе. Ҡара борос һалып тороп болғап ебәрһәң... – Һүҙ һорап кеҫәгә инеп йөрөмәгән апайы апайлығын тағы бер “еҫкәтеп” алды.
-Бар, апай, бар. Үҙем дә ҡатыҡһыҙ аш ашамаҫ булырым.
Һәүетемсә ашап алғас, ҡунаҡтар өй хужабикәһенә һораулы ҡараштарын һиреп-һирпеп ала башланы. Аңғармай буламы инде Зарифа, аңғарҙы. Тик һүҙҙе нимәнән башлай алмай аптырап ултырыуы.
-Йә, ҡуй, теңкәне ҡоротоп, зарыҡтырма. Ошо Зарифа буһа, һүҙен әллә нисә ҡат сергә төргән булып оҡшатыр ҙа утырыр. Уҡыған кеше шулай ете ҡат үнсәп, бер ҡат киҫәлер инде. Беҙ наҙан буғас, нисек бар, шулай елгәрә лә ҡуябыҙ. Хәбәреңде һатып биргәндәй генә итәһең. Маҙаға теймәй генә һөйҙә тиҙерәк. Ауыл аша кигәнбеҙ. – Апайының түҙемлеге бөттө.
-Ярай, ашыҡтырма. Үҙе беләлер ҡасан әйтергә. – Аҡ ерлеккә шау ҡыҙыл раузалар төшөрөлгән яулығы аҫтынан килеп сыҡҡан сәстәрен йәтешләп кире ҡыҫтыра-ҡыҫтыра, еңгәһе хәлде әҙерәк яйларға булды.
-Эйе, еңгә, апай, бик ҙур кәңәшкә саҡырҙым әле. Башҡа ҡайғы, тиергәме, хәсрәт, тиергәме, уймы төштө. Ашағаным - аш, йоҡтағаным йоҡо түгел.
-Еңгә, тейсе, апай тип әйт тәүҙә. Еңгәңдән алда апайың бар бит әле. Башта мине әйт. Еңгәң һинең һыҡраңды таҙалап, маңҡаңды һөрткән кеше түгел, ул һин маңҡаңды үҙең һөртөрҙөк булып, танауыңа әлеге лә баяғы Әбүзәрҙең “еҫе” инә баштағас килде беҙгә. - Еңгәһенең һүҙҙе күтәрә, шаярып төрттөргәнде аңғара торған кеше икәнен белгәнгә юрый игәреп алды Зәриә.
-Баш ҡатты инде. Ашағаным аш түгел.
Ҡунаҡтар шунда ғына Зарифаның йонсобораҡ киткән йөҙөнә иғтибарлабыраҡ күҙ һалдылар.
-Нейнәмә булды. Тура һөйҙә, борғолама. Ярҙам кәрәкһә, әйт. Ауырып киттеңмәллә?
Һүҙ башларҙан алда Зарифа, ҡунаҡтарын сәйгә әүрәтеп, йомош тапҡан булып, түрбашына сыҡҡан арала, йылы эҙләгәндәй, мейесенә һөйәнеп, йөрәген яндырған хәлдәрҙе йәһәт кенә тағы бер күңеле аша үткәрҙе...
*
“Уф, ейәндәр һөйҙөрмәй генә зарыҡтыра бит ошо. Кеше балаларына элмәндәп арыным. Уның йәштәштәре әллә ҡасан уҡ башлы-күҙле булып донъя көтә, балалар үҫтерә”, тип үҙ алдына көн һайын тиерлек һөйләнә торғас, ниһайәт, Зарифаның да теләген ишетте, ахыры, Аллаһ – һәр хәлдә һуңлап ҡына табып алған бер бөртөк кенәһе - Заһиты шундайыраҡ хәбәр тумбыта биреп ҡуйҙы. Ҡапыл йөрәге ҡабынып китһә лә, был яңылыҡты тертләберәк ҡабул итте. Әллә ниндәй ҡыҙҙыр әле уныһы...
Бер ҡараһаң, буй тиһәң - буйы, төҫ тиһәң төҫө, уҡыған уҡыуы, бына тигән эше бар килеш утыҙын тултырып ташланы шул Заһиты. Күпме темеҫкенеп, шыш-бышҡа ҡолаҡ һалып ҡараһа ла, ҡыҙ-ҡырҡын менән мауыҡҡаны ла тойолманы. Анау үрге ос Ғариф һымаҡ шыпа бисәһеҙ ҡалып, яңғыҙ кәкүктәй ҡаңғырып, парһыҙ, туғаҙаҡ ҡаҙҙай мәғәнәһеҙ ғүмер итеп ҡуймаһын тип йөрәге өкшәндәй башлағайны. Улының хәбәре күңел күген ҡапыл аяҙытып ебәргәндәй итте.
-Ундай ниәтең булғас, оҙаҡҡа һуҙмайыҡ, улым. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғыр кәрәк. Кеше-фәлән ишеткеләгәнсе эште атҡарып та ҡуяйыҡ.
-Кешенән йәшереп булмай инде ул ундай эште.
-Уныһы шулай. Тик кеше тәгәрмәсенә таяҡ тығыуҙан ләззәт табыусылар ҙа етәһе. Йә юҡ-бар һүҙ ишттерерҙәр, йә арағыҙға төшөрҙәр.
-Төшмәҫтәр.
-Кем балаһы һуң буласаҡ килен? Ҡайһы яҡтан?
-Беҙ Гөләйшә менән бергә уҡығайныҡ. Студент саҡта дуҫлашып та йөрөгәйнек. Тик юлдарыбыҙ айырылып киткәйне.
-Ҡайҙа йөрөнө һуң быға тиктем? Ништәп осрашманығыҙ? Уға ла утыҙмы?
-Юҡ. Ул минән 4 йәшкә кесерәк. Мин армиянан һуң, етмәһә, рабфак аша индем бит инде институтҡа.
Гөләйфә... тормошта булды. Ҡыҙы бар.
Зарифаның өҫтөнә бер биҙрә боҙло һыу ҡойҙолармы ней... Әле генә йәйғорҙоң ете төҫөнә мансылып балҡыған күңел күге ишелде лә төштө. Хыялдары селпәрәмә килде. Селпәрәмә килеп кенә ҡалманы, күңел көмбәҙендәге гәлсәр быялаларының ярсыҡтары, гүйә, тотошлайы менән өҫтөнә ҡойолоп төштө. Хатта селпәрәмә килеп ярылған быяла тауышы ҡолағына салынғандай булды.
Уның берҙән-бер бөртөк улы, ғүмеренең асылы, мәғәнәһе... балалы ҡатын аламы шунан. Был яҙмыш нишләп Зарифаны улай бәргеләй һуң әле ул? Ана, күрше Нәзиләнең өс улы ла бына тигән ҡыҙҙарҙы алып, гөрләтеп йәшәп яталар. Ярышып бала табалар. Ә уның олоғайып ҡына барғанда табып алған һөт өҫтөндә ҡаймаҡ ҡына булып үҫкән, эскесе ирҙән аяп, ҡуйынында ғына йөрөткән улы... балалы бисә алып ҡайта...
Ҡалай булһа ла, улы кире сикмәне. Йәнә, мин теләгәнде алып бирмәгәсегеҙ, бөтөнләй кәләш алмайым, тип ҡуйһа ни ҡылырһың. Уйлап-уйлап та үҙенең башы ғына етмәҫтәй булғас, шуға бына бөгөн иң тоғро серҙәштәре булған апайы менән еңгәһен кәңәшкә саҡыра һалып алғайны.
*
Ҡунаҡтарының сынаяҡтарын ҡаплай башлағандарын күргәс, тура ярмай булмай икәнен аңланы Зарифа. Кешене күпме ыҙалатмаҡ кәрәк инде.
-Тураһы шул инде аның - Заһит өйләнергә булды.
-Аһ-аһ-аһ! Бына шаттыҡ! Ул ниндәй уй, хәсрәт буһын. Шаттыҡ был, ҙур шаттыҡ! Утыҙы тулып, абышҡа йәшенә еткән балаһының кәләш аласағы көтөлмәгән хәл буған берәүгә. Әйтер инең 17 йәшендә һалһа шул һәбәрҙе. Был “донъяла бумаған” яңылыҡты ишетеп, көтөлмәгән, кеше белмәгән шаҡ ҡатҡыс һәл буғас, Зарифа һылыуғынам хатта ки йонсоп киткән, имеш. Һайран ҡалмалы! Әллә улыма кәләш алдым, ике ҡыҙымды кейәүгә бирҙем, бер ҙә ҡара ҡайғыға батып, бәлә саҡырып, ишеү ауыл аша кеше саҡырып, буҙҙап утырманым. Ишетеү менән ең һыҙғанып донъя бөтәйтә, туйға әҙерҙәнә баштаным. Әллә улыңды итәгең аҫтына йәшереп тик утырғың кигәйнеме? Улың утыҙ өҫтөндә, үҙең ана-мына ғына алтмышты артмаҡларға йыйынаң. Әллә апай менән ағайға иркәләнеп, кинйә генә булып үҫкәнгә шулай илаҡһың, аңдамаҫһың һине. Нимә буһа ла балауыҙ һығырға ғына тораң, ыстырам. – Тел тиһәң телеп һала инде апайы.
-Эйе, уҡыуын уҡып бөттө, мына тигән эше бар. Өйләнһен шу. Килен тотоноп, рәхәттәнеп түрҙә генә утырырһың. – Еңгәһе, ғәҙәтенсә, матур ғына итеп ҡайынбикәһенең һүҙен йөпләп ҡуйҙы.
-Киленең үҙеңде йомшап утырмаһын бер-бер. – Апайы тағы һыртын ҡабартып алды.
-Уй, аныһы шулай ҙа бит. Үҙем килендәргә алыштырғыһыҙмын әле, кеше балаһын тотонорға ашҡынып тормайым. Йәнә килен булаһы кеше... йәш ҡыҙ түгел. Аны инде килен итеп тотонғандар. Тәжрибәһе бар. - Шулай тине лә йәнә һытылды Зарифа.
-Әстәғәфирулла, утыҙ йәштек малайыңа 17 йәштек ҡыҙ өмөт иткәйнеңме әллә?
-Юҡ та. Ней... Тормошта булған. Бер балаһы бар. – Шулай тине лә тамам быуаһы йырылды Зарифаның. Битен ҡулдары менән ҡаплап сеңләп кенә илап ебәрҙе.
Бер аҙға ғына ауыр тынлыҡ урынлашты. Был тынлыҡты йәнә апайының ҡәтғи тауышы боҙҙо.
-Аның нейнәмәһенә олоп утыраң. Бөтә ҡайғың шул буһа, әҙәм ыстырамы. Тьфү! Кейәүгә барып айырылған ҡыҙ кеше түгеме әллә. Мына һин дә, ғөмөрөң буйына алкашыңа тоғролоҡ һаҡлап утырғансы, уның дөмө..., әй, үлгәс, беҙ димдәгән кешеләрҙең берәйһенә барған буһаң, һин дә балалы бисә булып кейәүгә сыҡҡан булыр инең. Унан ғына берәй ерең кәмейме? Бәлки, насар кешегә тәл буғандыр, ҡул күтәргәндер, йә бумаһа, әпсәһе һыйҙырмағандыр, һәҙерге йәштәрсә әйткәндә, һарактерҙары тура кимәгәндер. Улайға китһә, ана, беҙҙең әсәй ҙә тәүге абышҡаһынан айырылып, ике ҡатын айырған беҙҙең атайға барған бит. Шунан беҙ тыуғанбыҙ. Әсәй һине һымаҡ буҙҙап тик утырһа, беҙ ҙә бумаҫ инек. Үәт! Әсәй ауылда беренсе ҡатын булды: эштекте, таҙа. Атай менән дә ҡалай матур йәшәнеләр. Иртәнсәк тороуына атай әсәйҙең аяҡ аҫтына тәпешкәһен тоҫҡап тора торғайны – усында уҡ йөрөтмәһә лә, һыуыҡ иҙәнгә яланаяҡ та баҫтырманы. Үҙенсә яратыуы, ҡәҙерләүе, мәхәпәтен белдереүе шу буғандыр. Ул мәлдә һәҙерге һымаҡ урамда тороп, кеше алдында сәскә һоноп, мәхәппәт белдереү, тьфү, үбешеп тороу буманы, ул кеш күҙенә күрһәтмәй торған йәшерен нәмә ине бит. Әсәй ҙә атайҙы үҙенсә ҡалай яратты. Һәҙергеләр һымаҡ, ой, лублу, нимагу, тип эштән ҡайтыу менән муйынына аҫылынып, иртәгәһенә эт менән бесәй һымаҡ булып йөрөмәне улар. Атайҙың эштән ҡайтыуына әсәй беҙҙән өйҙө ҡурсаҡтай итеп йыйыштыртып, үҙе малды ҡарап, яраштырған ризығын, һыуып ҡуймаһын, тип, ҡайҙа ул мәлдә һәҙерге һымаҡ микравалнуфка, икмәк мейесе эсенә тығып, һатта күлдәген алыштыра һалып кейеп, тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп көтөп ала торғайны. Яратмаһа, улайтып алаҡандап, йөрәкһеп йөрөмәҫ ине бит. Һәҙер ней бөгөн яратам тип йөрөйҙәр ҙә иртәгәһенә бөтә мирға һөрәндәп донъя бүлешәләр. Ызнашит, әсәйҙең тәүге ире үҙ кешеһе бумаған. Айырылған бөтә кеше насар буғанға айырыла икән тейеңме? Йән тартыуы, тән тартыуы тигән нәмә лә бар бит ул. Кемдер яҙмышына күнеп, хыялындағы бәхетенә әүрәп ғүмер итә, кемдер, көстө кешеләр инде, бәхетен үҙе ҡорорға ынтыла. Йән тартмаған кешеңдән айырылып, яҙмыш хатаһын төҙәтергә ынтылыу өсөн дә ҙур көс кәрәк. Хәйер, себен тейһә лә сир итеп, айырылыуҙы эт шайы ла күрмәгәндәр ҙә бар. Ҡыхҡаһы, бер-беренә тап кигән матур кешеләр булды атай менән әсәй.
-Эйе, үҙ-ара татыу буһалар, бер-береһен яратһалар, бала ла артыҡ бумай. Күрерһең, улың үҙ балаһы кеүек яратып китер әле. – Еңгәһе йәнә ҡайынбикәһе ыңғайына һыпырҙы.
-Бәлки, ҡартайған көнөңдә шул баланан изгелек күреп утырырһың.
-Эй... Изгелек күрмәһәм дә этлеге теймәһә лә шөкөр итерһең. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай, тиҙәр бит әле.
Кеше һөйҙәр инде, мыҫҡыл итер инде. Элекке уҡыусыларым алдында ла оят.
-Ә-ә, мына нимәгә буҙҙап, ҡара ҡайғыға ҡалғаның икән. Балаңдан бикәр үҙең өсөн үҙәгең өҙөлә, имеш. Шуны аңдамай тик утырғаным бит әле. Игайыс. Гел әллә кем булып йәшәп бумай ул, әҙерәк ағым ыңғайына ла йөҙәр кәрәк. Йөҙ бормаҫ кешегә лә һуҙ ҡуштыра, хатта баш эйҙерә ул был донъя. Хатта баш һалдыра. Һәҙер, әйҙә, шул мәсьәләгә икенсе яҡтан ҡара. Бер кем дә үлмәгән, ҡаты ауырыуға дусар бумаған, Аллаһҡа шөкөр. Бәлә саҡырып, көпә-көндөҙ теште ауыҙың менән буҙҙап утыраң мында, оло ауыҙ. Кем олоһо, кем кесеһе буғаның, әҙерәк дини китаптарға ла күҙ һалғыла, бәләкәй. Һәйер, бала сағыңда ла илаҡ булдың былай. Әсәй һыйыр һауырға сыҡһа ла, артынан эйәреп тупһаға сығып, ул һыйырын һауып бөткәнсе күккә ҡарап олоп тора торғайның. Әсәй ялангәртәнән яра баҫып сығып, һыйыр ҡыуа торған сыбығын алып тупһа яғына бер-ике аҙым яһай биреп ҡуйһа ғына өйгә олаға инең, иҫеңдәлер. – Апаһы, ғәҙәте буйынса тәмләп-тәмләп һөйләй-һөйләй, тағы оҙонораҡ тәбәрәккә тәгәрәп китте. - Кеше кешене ҡасан һәйбәт тигәне бар. Кеше һүҙе, имеш. Төкөрөп бир кеше һүҙенә. Үҙ-ара татыу буһалар, кеше һөйҙәр һөйҙәр ҙә, телдәре талһа, туҡтарҙар.
-Һеҙгә әйтеүе рәхәт тә ул. – Зарифа һаман мырш-мырш танауын тартты.
-Үҙеңдән башҡаны уйҙай белмәй икәнең. Әҙерәк туғандарыңды барҙап сыҡһаң ней була. Минең оло ҡыҙ ҙа икенсе кейәү менән йәшәй ҙә баһа. Брамы ярата, Яҙгөл тип өҙөлөп кенә тора кейәү. Эйәрсән улы ла, ана, атаһының уң ҡулы булып үҫеп килә. Кейәү “улым” тип кенә тора. Тапҡаның ҡайғы. Тфү! – Зәриә апайы хатта урынына тороп китте.
Зарифа аптырауға ҡалды. Ысынлап та, Яҙгөл эсергә яратҡан иренән улы менән айырылып ҡайтып, күп тә үтмәй, икенсе бынамын тигән егеткә сығып, гөр килеп йәшәп яталар ҙа баһа!
-Күршеләреңде лә барҙап ҡараһаң ней була. Ана, юл аша Миңниса ла ике балаһы менән килде Насырйәнгә. Ҡалайтып йәшәп киттеләр.
-Аһ, эйе шул - Зарифаның йөрәге әҙ генә булһа ла урынына ултырғандай булды.
(Дауамы бар).