

Бөгөнгө көндә районда, нигеҙҙә, дүрт дәүләт программаһына теркәлергә мөмкин. “РФ субъекттарына торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыуҙа граждандарға ярҙам итеү” федераль проекты сиктәрендә республикала “РФ граждандарын арзан һәм уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһы эшләй. Унда 35 йәшкә тиклемге ғаиләләр иҫәпкә тора ала (ғаилә парының береһенә 35 йәш тулған осраҡта улар исемлектән төшөп ҡала). Был программа йорт төҙөүгә йәки һатып алыуға киткән сығымдың 30 процентын (балалы ғаиләләргә 35 процентын) ҡаплай, ҡалған өлөшө ғаиләнең үҙенән. Программаға тороу өсөн торлаҡҡа мохтаж булыу тураһында белешмә, килемде раҫлаусы документ талап ителә. Өҫтөнлөк күп балалы һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә бирелә.
Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы тарафынан финансланған программала районда исемлектә сиратта 30-ҙан ашыу ғаилә иҫәпләнә.
“Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһында 20-нән ашыу кеше сиратта тора. Йәш сикләүе юҡ. Программаға торғанда граждандың 30 процент (өйҙөң нигеҙе йәки бураһы) үҙ өлөшө булырға тейеш, ҡалған 70 проценты – дәүләттән. Был программаға бюджет өлкәһендә эшләүселәр, шәхси эшҡыуарҙар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр инә ала.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү республика программаһына тороу өсөн дә йәш сикләүе юҡ. Тик был осраҡта, положениеға ярашлы, ауырыуҙың коды тура килергә тейеш. Мәҫәлән, туберкулез (А15, А17-А19), яман шеш ауырыуҙары (С00-С97), эпилепсия (G40-G41) һәм башҡа сирлеләр торлаҡ алыуға сиратҡа торорға хоҡуҡлы. Гражданинға теләге буйынса сертификат йәки райондан йорт тәҡдим ителә. Программала райондан ундан ашыу кеше теркәлгән.
Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләр Башҡортостан Республикаһы Министрҙар кабинетының «БР-ҙа күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында” Законын тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһында» ҡарарына ярашлы торлаҡ һатып алыуға социаль ярҙамға дәғүә итә ала. Был программа буйынса тейешле документтарҙы йыйған ғаилә дөйөм республика исемлегенә теркәлә. МХО ғаиләләренә өҫтөнлөк бирелә.
Барлыҡ программаларға ла иҫәпкә тороу өсөн торлаҡҡа мохтажлыҡ тураһында белешмә талап ителә. Уны алыу өсөн ғаилә теркәлгән торлаҡ майҙаны бер кешегә 12 квадрат метрҙан артыҡ булмаҫҡа тейеш. Белешмә ауыл хакимиәттәрендә бирелә.
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса дәүләт ярҙамы алыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт өсөн район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр һәм торлаҡ программалары буйынса баш белгесе Нурһылыу Рамаҙан ҡыҙы Сөләймәноваға мөрәжәғәт итергә була. Адресы: район хакимиәте бинаһы, 2-се ҡат, 9-сы бүлмә. Белешмә өсөн телефон: 3-62-01.