

Иҫке Монасип һәм Байназар ауылдарында ислам дине ҡанундары буйынса йәшәүсе ҡыҙ менән егеттең никах туйы үтте.
Байназар ауылы бөркөтө, Өфөлә Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң 6 йыл Төркиәлә дини ғилем эстәгән Айгиз Сәли улы Буранғолов менән Иҫке Монсаип ауылы һылыуы, быйыл ғына баш ҡалала дини мәҙрәсә тамамлаған Буранова Нәзилә Илшат ҡыҙы мосолман йолалары буйынса сәстәрен сәскә бәйләне.
Йәштәргә никах Яңы Монасиптағы “Ильяс” мәсетендә уҡылды. Был ҙур эште мәсеттең имам-хатибы Вәхит хәҙрәт Ҡыуандыҡов атҡарҙы. Сарала Ҡөрьән Хәфиздең дә ҡатнашыуы мосолмандарға ҙур ҡыуаныс та, яуаплылыҡ та өҫтәне.
Айгиз “Таң” гәзитенең яҡын дуҫы. Ул студент йылдарында гәзиттә практика үтте, Төркиәлә уҡыған сағында ла йәйҙәрен беҙҙә эшләп китә торғайны. Ипле, кешелекле, кеселекле, аҡыллы, диндар егет беҙгә – олораҡтар өсөн ҡустыбыҙ, хатта улыбыҙ һымаҡ булып киткәйне.
Йәштәрҙе ғүмерҙәренең иң гүзәл миҙгеле менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм бәрәкәтле тормош, уртаҡ бәхеттәр, ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ.