

Тау башында балҡый бер ҡала, тип башлана беҙгә киң билдәле бер йыр. Шуның һымаҡ, тау башында балҡый бер урам, шул урамға ҡараш ташлап, һоҡланып ҡарап торам, тиһәм дә була инде Килдеғол ауылының тау һырттарында урынлашҡан матур-матур йорттары хаҡында.
“Йәштәр урамы”ныҡы улар, тәрән үҙәктәр аша ятҡан тау ҡабаҡтарындағы өйҙәр, әлбиттә, тарҡау ултырғандар, тик барыбер ҙә зауыҡ менән күркәм төҙөлгәндәр. Клуб менән мәктәп тә тау яғының ҡото булып балҡып торалар. Ҙур һәм матур итеп һалынған өйҙәрҙең береһе Ғәфүр менән Гүзәл Исхаҡовтарҙыҡы. Яҙғыһын Фәнүр улдары ҡайтып, өй алдарындағы баҡса штакетниктарын алмаштырғайнылар, яңылыҡ һәм яҡтылыҡ өҫтәлеүҙән донъялары тағы ла йәмләнеп ҡалғандай булды.
Ғәфүр ауылыбыҙҙың атаҡлы һунарсыһы, ҡурҡыу белмәҫ айыусы, ғүмерен колхоз эшендә уҙғарған Әмир ағайҙың улы. Әмир менән Гөлнур Исхаҡовтар ете балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ғәфүр ғаиләләге дүрт ир баланың өлкәне. Әмир ағай аҙ һүҙле, ҡырыҫыраҡ һөйләшкән, малайҙарына ҡатынҡы кеше ине, бәләкәйҙән үҙенән ҡалдырмай эйәртеп алып йөрөп улдарын эшкә өйрәтте, тормош һабаҡтары бирҙе.
«Икенсе кластан мин колхозға эшкә яраным,- тип һөйләй Ғәфүр. - Атай косилкаға өс ат егеп Кәркәбарға бесән сабырға барғанда мине лә үҙе менән алды. Ә Кәркәбар ҡайҙа ята, Ҡолғана ауылынан ары, алыҫ. Ҡыуыш ҡороп, ҡуна ятып эшләй атай. Мин уның уң ҡулы: ут яғырға, сәй ҡайнатырға, бүтән йомоштарына эшкинәм». Ҙурая килә ат өҫтөндә күбә тарттыра, унан гәрәбилкәлә бесән йыя малай.
Шулай башлана уның эшкә өйрәнеү, хеҙмәткә күнегеү йылдары. Өлкән булараҡ, атай һабағы нығыраҡ эләгә, сөнки ул ҡустыларына ла үрнәк булырға тейеш. Томан таралып та бөтмәгән йәйге иртәләрҙә атайҙың төн сығыуға тау артына ла олағып өлгөргән тышаулы атын эҙләп алып ҡайтыу ҙа аҙ тәтемәй Ғәфүргә: ысыҡҡа һыуланған аяҡтарының етеҙ йүгермәләүе, ҡыңғырау сыңлауҙарын ҡолаҡтарының һаҡ тотоуы малайҙың табышына юлыҡтырыусы иң кәрәк сифаттар була. Улай ғына ла түгел, эсе шик-шөбһә менән тулы шыр урмандың төбәп барыр адресы юҡ, аҙашмаҫ өсөн ҡояш сыҡҡан-байыған яғыңды, көньяҡ менән төньяғыңды тоҫмаллауға зирәклегең, бының өсөн йәшәгән төбәгеңдең ер-һыуын таныуың, урман төпкөлөндә ҡурҡыу белмәҫ батыр йөрәкле булыуың кәрәк. “Ер-һыуҙы, уларҙың атамаларын атайҙан ишетеп белдек беҙ, хәҙер генә ағасы ныҡ ҡырҡылыуҙан тәбиғәт үҙгәрҙе, элекке ерҙәрҙе танып та булмаҫлыҡ”, ти.
Етмешенсе йылдарҙа Ҡарағаслыбейектең үрге битләүендә булды колхоз пилорамы. Уны ла Әмир ағай эшләтте, бында ла Ғәфүр атаһы янында булды. Ата менән улды пилорам янында фотоға ла төшөрөп алғайным бер мәл.
Колхоздың ҡайнап торған тынғыһыҙ эштәре, Әмир ағайҙың шул эштәрҙә арыу-талыу белмәй көс түгеүе үҫмер малайҙа атайға һоҡланыу ҙа уятҡандыр, колхоздың бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәре ҡыҙыҡ та, күңелле лә булып тойолғандыр. 16 йәшендә ихласлап эш башлай.“Урал”колхозы идараһында 1976 йылда тултырылған хеҙмәт кенәгәһе шул хаҡта һөйләй. Документҡа күҙ һалам да аптырайым: бер йыллыҡ эш хаҡтары совет аҡсаһы менән 2064 һум, 1680, 1539 һәм башҡа шундай юғары һандар - һумдар. Бына ниндәй иркен йәшәп алған замандар булған колхозсыларға. Түгел инде хәҙерге һымаҡ ауылдағы эшһеҙлек, йәштәрҙең эш артынан ҡырға сығып китеүҙәре, ауылдың ҡартайыуы, бөтөүгә табан барыуы — был ауыл яҙмышының эс бошорғос, бер нисек тә аңлап та, төҙәтеп тә булмаҫтай ҡурҡыныс, билдәһеҙ бөгөнгө хәле.
1979-81 йылдарҙа хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайта ла йәнә колхозға эшкә сыға Ғәфүр, ауылдан, колхоздан ҡайҙалыр китеү сәбәбе лә, теләге лә булмай егеттең. Сөнки колхозда эш күп, йәнең теләгәнен һайлап, тырышып эшлә генә.
Ҡырҡ йылдан ашыу хеҙмәт менән үткән ғүмерендә ҡайҙа ғына эшләмәй: армияға тиклем алған һөнәре буйынса трактористарға алмашсы булып йөрөй, ике йыл ауыл һыйырын көтә, ғаиләһе менән йәйләүҙә лә эшләп ҡайталар. Ул ваҡытта атаһы менән Әйүпов Хәйҙәр ағай көткән була бригада йылҡыларын. Әмир ағай отпускала саҡта урынына ҡалып тора ла оҡшата был эште Ғәфүр, артабан йылҡы көтөүсе булып китә. Һикһәненсе йылдарҙа Килдеғолда ҡымыҙ етештереү фермаһы ла булды.
Әлеге кенәгәнән күренеүенсә, 1998 йылдың 16 ғинуарынан Ғәфүр Исхаҡов Көньяҡ Үҙән лесничествоһына лесник итеп эшкә алына. Артабанғы эше урман менән бәйле була. Ә колхоздағы хеҙмәте “Ауыл хужалығы өлкәһендә күп йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн” 1997 йылда Башҡортостан Республикаһы президенты Мортаза Рәхимовтың Маҡтау ҡағыҙы менән баһалана. Алғараҡ китеп шуны ла әйтәйем. Унан алда ла, һуңынан да эштәре хөрмәттә була. 1988 йылда колхоз йүнәлтмәһе менән Учалылағы “Урал” шифаханаһына бара. Ә хаҡлы ялға сыҡҡас райондың ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев Ғәфүр Исхаҡовты Өфөләге Хәрби госпиталгә ебәреп ала.
Ғәфүрҙең ғаилә хәле хаҡында лә ихлас һөйләрлек. Армиянан ҡайтҡас күрше Ҡолғана ауылы сибәре Гүзәл исемле ҡыҙ менән таныша һәм был өлкәлә лә өлгөрлөк күрһәтә - 1982 йылдың көҙөндә ата-әсәләре йәштәргә туй яһай, ауылдың тағы бер һөйөнөсө булып ғаилә ҡорола. Ғәфүрҙең Гүзәле төҫ-башҡа ла, эшкә лә, донъя көтөүгә лә бик гүзәл. Эшһөйәр, ипле-әҙәпле заттан булып сыға. Һайланып та тормай, бер эштән дә ҡурҡыу белмәй Гүзәл: завклуб та булып ала, мәктәптә йыйыштырыусы, магазинда һатыусы, балалар баҡсаһында ашнаҡсы була. Донъяһын матур көтә, баҡсаһы тулы гөл-сәскә, йәшелсә, үҙе бәйләмгә, сигеүгә, ҡорамаға оҫта, өй эсе һәр ваҡыт нурлы, аш-һыуы тәмле, күңеле асыҡ, йөҙө яҡты, һөйләшеүе яғымлы. 91 йәшлек әсәһен дә ҡәҙерләп ҡарай, ҡәйнәһенә лә иғтибарлы, ихтирамлы. Ауылдағы активист ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе лә ул: клубта МХО-ға гуманитар ярҙам әҙерләүҙә, дошмандан һаҡланыу селтәрҙәре үреүҙә ҡатнаша, ауылдағы төрлө сараларҙа һүҙе менән дә, эше менән дә айырылып тора, өмәләрҙә алдан йөрөй, клубта үткән кисәләрҙән, концерт-спектаклдәрҙән ҡалмай, килендәштәре, туғандары менән татыу. Аралашҡан кешеләре, дуҫтары күп.
Исхаҡовтар өс балаға - ике ҡыҙға, бер улға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиәләп үҫтерҙеләр, бөгөн улар туғыҙ балаға өләсәй-олатай булып ҡыуанып, ейән-ейәнсәрҙәрен хәстәрләп ултыралар. Баҙал биҫтәһендә йәшәгән Фәнүр менән Гөлназ Исхаҡовтарҙың улдары Батыр өләсәйҙәренә бер ҡайтҡанында бына нимә ти: “Олатай, мин ҙурайғас кәләш алам да бында ауылға ҡайтам. Тәүҙә һеҙҙең өйҙә йәшәйем, унан ҡапҡа яғына матур итеп ике ҡатлы өй һалам”.Был үҙе үк өлкәндәрҙең күңел матурлығының, ябайлығының һәм татыулығының, йорттоң ҡотло, тыныс һәм йәмле булыуының бала йөрәгенә ятыуы, йылы йоғонтоһо түгелме?..
Ғәфүрҙең бүре һунарына маһир ҡустыһы Хәбир хаҡында бер йылы гәзиттә мәҡәлә баҫтырғайным, унда “атлы, этле, мылтыҡлы Хәбир,” тигән юлдарым бар ине. Әмир ағайҙың ҡомары, ҡаны ҡайнай малайҙарында – Ғәфүр ҙә атлы, этле, мылтыҡлы. Ғүмере буйы аты-ҡанаты рухи юлдашы булды. Бөгөн дә кәртәһендәге атына иғтибары айырым. Күп йылдар колхоз йылҡыһын көттө, Хәйҙәр ағай Әйүпов менән ҡолон алып, теүәл үҫтереп, районда алдынғы булып маҡталып йөрөнөләр. Туғыҙ йыл район буйынса саналы атта ярышып, призлы урындарҙы яулаған сәмсел кеше лә ул. Этһеҙ ҙә түгел. Һунарсылыҡ ҡомары ла ҡанында. Хәйҙәр ағай менән һыбай баҫтырып ҡамап, малға тейгән айыуҙы нисек атып алғандарын, уның улы, ҡурҡыу белмәҫ һунарсы Әйүпов Фәнил менән һыбай бер юлы ике бүре ҡыуып, атып алыуҙарын мауыҡтырғыс хикәйәт һымаҡ хәтерләп, кинәнеп һөйләй бөгөн.
Һунарсы йәшен уҙҙым, тиһә лә, хәҙер ҙә тик ятмай, балыҡҡа йөрөй, былтыр Һарағы тамағынан ҡармаҡлап эре-эре бәрҙеләр алып ҡайтыуын иҫкә ала. Бөгөн дә көнө эшһеҙ үтмәй, йортондағы эштәре менән була, теге йылдарҙағы яңылыҡҡа ҡуҙғалыш заманында, ул да сосайып, улы менән пилорам ултыртҡайнылар, ара-тирә уныһын да эшкә ебәреп, кәрәк-яраҡтарына таҡта-фәлән бысып алалар.
Кәртәләге быҙаулы ике һыйыр, башмаҡтар, ҡолонло бейә, һарыҡтар, ҡош-ҡорт, баҡса эштәре өйҙәгеләрҙең көндәлек тормошон тынғыһыҙ һәм мәшәҡәтле иткәндәй тойолһа ла, ауыл кешеһенә хас был эштәр үҙе бер йәм, күңел шөғөлө, көнитмеш мәғәнәһе генә.
Мөнир Фәйзуллин,
Авторҙан: Мәҡәләмде тиккә генә Исхаҡовтарҙың торған урын-еренә бәйле башламаным. 1908 йылғы, ҡояштай сыуаҡ йөҙлө һәм саф аңлы Ғәлиә инәй Көмөшбаева: “Килдеғол ҡарт ауыл еренә килгәс, ҡустылары менән иң әүәл әлеге Ғәфүр, Хәдиттәр ултырған тирәгә ҡыуыштарын ҡорған, тип һөйләр ине ҡарттар”, тип яҙҙырғайны. Был хаҡта элегерәк яҙған бер мәҡәләмдә лә телгә алғайным. Ғәфүрҙең өләсәһе Зөлхизә инәй Килдеғолдоң ҡустыһы Байрамғол быуынынан. Тимер ауылы Исхаҡов Заһретдинға тормошҡа сыға Зөлхизә Байрамғолова. Әмир, Рәшиҙә, Зәкирә исемле өс балаға ғүмер бирәләр. Бөйөк Ватан һуғышы сыҡҡас, Заһретдин һуғышҡа алына һәм 1944 йылда 42 йәшендә яу ҡырында хәбәрһеҙ юғала. Килдеғолдағы артель етәксеһе Хәлил Әхмәтов Зөлхизәне ата-олаталары төйәгенә эшкә тип ауылға күсереп алып ҡайта. Зөлхизә инәй яҡты сырайлы бик мөләйем инәй ине, әсәй менән матур аралашыуҙары күңел түрендә һаҡлана.
Әле уйлап ҡуям: Ғәфүр менән Гүзәлгә бынан ике быуаттан ашыу йылдар элек Байрамғол олаталары тороп киткән был урында донъя ҡороп, матур ғүмер итергә Аллаһ Тәғәлә үҙе фатихаланымы икән әллә?..
Ҡалай ҙа, имен-һау булып, әлегеләй күңел күтәренкелегендә, тормоштары етешлегендә, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡыуанысында рәхәтләнеп оҙон-оҙаҡ ғүмер итергә яҙһын ауылыбыҙҙың абруйлы ғаиләләренең береһе булған Исхаҡовтарға.