

Сарала район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин ҡатнашты. Ул байрам менән ҡотлап, алтын туйҙарын билдәләүсе Нәби ауылынан Мәжит һәм Шәмсиә Хисмәтуллиндарға, Иҫке Монасиптан Мансур һәм Сәғиҙә Ғазиндарға Башҡортостан Респбуликаһы Башлығының ҡотлау хаттарын тапшырҙы. Ғәҙелгәрәйҙән Рауил һәм Фәниә Билаловтар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булдылар. Шулай уҡ күп бала тәрбиәләүсе 6 әсә “Әсәлек даны” миҙалдары менән бүләкләнде.
Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренең матур сығыштары менән үрелеп барған сараны хеҙмәт коллективтары, саҡырылған ғаиләләрҙең туғандар-яҡындары ҡотлауҙар-бүләкләүҙәр менән биҙәне.