Ғәилә
15 Мая , 11:42

Ишле ғаилә – ил тотҡаһы

Бөрйән районы данлыҡлы Шүлгәнташы, бал ҡорто менән генә түгел, матур, татыу, күп балалы ғаиләләре менән дә дан тота. Күркәм ғаиләләр – илебеҙҙең тотҡаһы, таянысы. Сөнки тап ғаиләлә тыуған илгә, телгә һөйөү тәрбиәләнә, рухи һәм мәҙәни сифаттарға нигеҙ һалына. Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Илгиз һәм Гөлдәр Мөхәмәтйәновтар ғаиләһендә лә бала тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Әлеге көндә татыу ғаиләлә һөйөү һәм хәстәрлек солғанышында 2 ул һәм 2 ҡыҙ үҫә.

Ишле ғаилә – ил тотҡаһыИшле ғаилә – ил тотҡаһы
Ишле ғаилә – ил тотҡаһы

Илгиз - Ейәнсура егете. Атаһы физкультура уҡытыусыһы булғанлыҡтан, бәләкәй сағынан спортҡа ылығып, сәләмәт мөхиттә тәрбиәләнә. Ғөмүмән, ғаиләләре менән спортты үҙ итеп, төрлө ярыштарҙа ҡатнашалар, бик күп еңеүҙәргә өлгәшәләр. Мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡтағы физкультура техникумына уҡырға инә. Артабан армия сафтарына алынып, Биробиджан ҡалаһында өлкән механик-водитель булып хеҙмәт итә. Унан ике йыл тыуған ауылында физкультура уҡытыусыһы булып эшләгәндән һуң, Бөрйәнгә эске эштәр бүлегенә эшкә урынлаша. Әлеге көндә баш ҡалала шәхси һаҡ предприятиеһында эшләй.

Гөлдәр иһә Бөрйән ҡыҙы, Иҫке Собханғол ауылында Әҡсән һәм Зөлфирә Байморатовтарҙың ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән. 5 бала үҫтергән Байморатовтар ғаиләһендә һәр ваҡыт тәртип, хеҙмәт тәрбиәһе өҫтөнлөк итә. Уҡыуҙа ла һынатмай, гел “4” һәм “5” билдәләренә өлгәшә. 11-се класты тамамлағас, Сибай институтында математика һәм информатика факультетында уҡый. Һуңыраҡ ситтән тороп юридик белем ала. 2006 йылдан райондағы ер кадастр палатаһында эшләй. Әлеге көндә кесе улдары Аяз менән декрет ялында.

Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан йәштәр 2004 йылда гөрләтеп туй үткәрә. Тырыш, сос ғаилә башлығы ата-әсәһе менән кәңәшләшеп, Бөрйәндә төпләнергә ҡарар итә. Күп тә үтмәй, ҙур, иркен йорт һалып сығалар. Йәш ғаиләнең бәхетен арттырып, тәүге улдары Алмаз донъяға килә. Әле генә тәпәй атлап киткән малай хәҙер ҙур егет, күптән түгел генә тыуған ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәп, ата-әсәһе янына ҡайтып төшкән. Хәрби бурысын Мәскәү өлкәһендә элемтәсе булараҡ үткән.

Ир бала – һөйөнөс, ҡыҙ бала – ҡыуаныс, тигәндәй, йәш ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп, ҡыҙҙары Динә менән Рүзилә донъяға килә. Ҡыҙҙар икеһе лә яҡшы уҡыуҙары, тәрбиәле, ипле булыуҙары менән ҡыуандыра. Динә уҡыусы сағында “Ялҡын” өлгөлө бейеү ансамбле составында бейей. Әлеге көндә Өфө күп профилле һөнәри колледжда “Матурлыҡ индустрияһы технологиялары” йүнәлешендә һуңғы курста белем ала. Рүзилә 5-се класта уҡый, тик “5”-ле билдәләренә генә өлгәшә. Тырыш, маҡсатлы ҡыҙ төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ә төпсөктәре Аязға 3 йәш.    

Малайға тәрбиә биреп, ил тәрбиәләйһең, ҡыҙға тәрбиә биреп, милләт тәрбиәләйһең, тигәндәй, улдарына ла, ҡыҙҙарына ла берҙәй күркәм тәрбиә бирә Мөхәмәтйәновтар. Ғаиләлә айырыуса дини байрамдарға - Ураҙа, Ҡорбан байрамдарына өҫтөнлөк бирелә. Ата-әсәнән бер-береһенә ихтирам, һөйөү, хәстәрлек күреп үҫкән балалар кешелекле, кеселекле, ололарҙы ла, кеселәрҙе лә хөрмәт итә.

“Ғаиләнең ныҡлығы, татыулығы бер-береңде аңлап, тыңлап йәшәүҙә. Тормош булғас төрлө хәлдәр була, сабыр булһаң, бер-береңә ихтирамды юғалтмаһаң, ғаилә йөгөн тигеҙ тартһаң, ғаилә ептәре лә ныҡ була”, - ти матур ҙа, ишле лә, татыу ҙа Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас