Ғәилә
17 Апреля , 03:45

“Зебра” тәмлекәсе

Ошо ысул менән бешерелгән “Зебра” тел йоторлоҡ килеп сыға! #хужабикәгә_ярҙамға

“Зебра” тәмлекәсе“Зебра” тәмлекәсе
“Зебра” тәмлекәсе

Кәрәк була:

-3 йомортҡа;

-1 стакан кефир;

-1 стакан шәкәр;

-2 стакан он;

-ярты балғалаҡ тоҙ;

-2 аш ҡалағы какао;

-1 семтем генә сода.

Йомортҡаны шәкәр менән күпертәбеҙ. Уға кефир, тоҙ өҫтәп, йәнә күпертеп алабыҙ. Әҙләп кенә он ҡушып болғатабыҙ.

Унан һуң ҡамырҙы ике һауытҡа айырабыҙ. Берәүһенә какао һалып яҡшылап болғатабыҙ.

Формаға фольга йәйеп, аҡ май менән майлайбыҙ.

Форманың уртаһына башта бер аҙ (бер аш ҡалағы мөмкин) аҡ ҡамыр, унан какаолыһын ағыҙабыҙ. Ҡамырҙар бөткәнсе шулай сиратлаштырып ҡойоп сығабыҙ.

Шунан теш таяҡсалары менән үҙәктән сит яҡтарға табан һыҙыҡтар һыҙабыҙ. Бик матур һүрәт килеп сыға.

180 градусҡа ҡәҙәр йылытылған духовкала ярты сәғәт бешерәбеҙ. Бәлеште табынға һыуығас биреү яҡшыраҡ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле, тормоштарығыҙ ғәмле, эштәрегеҙ сәмле, уйҙарығыҙ йәмле булһын!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас