Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
1 Март , 09:00

Йәшәү йәмле ишле ғаиләлә

Башҡорт халҡының ниндәй генә йолаһын, легенда йәки эпосын алып ҡараһаң да, ғаилә ҡиммәттәренең борон-борондан тәүге урынды биләүе асыҡ күренә. Матур, татыу ғаиләлә үҫкән балалар ҙа тәрбиәле була. Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе Ғарифуллиндар ғаиләһе районыбыҙҙың күркәм, өлгөлө ғаиләләренең береһе. Ҡабатланмаҫ моңо, башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуы менән районда ғына түгел, республикала билдәлелек яулаған Сәлимә Ғарифуллинаны белмәгәндәр һирәктер. Бөгөнгө көндә ул МХО-ла хеҙмәт итеүсе тормош иптәшен сабыр ғына көтөүсе ҡатын, хәстәрлекле әсәй, ауылдың мәҙәниәт усағының алыштырғыһыҙ хеҙмәткәре лә.

Йәшәү йәмле ишле ғаиләлә
Йәшәү йәмле ишле ғаиләлә

Бер ауылда тыуып, бер мәктәптә уҡып үҫкән ҡыҙ менән егет үҫмер саҡтан уҡ дуҫлаша башлай. Хистәренең ныҡлығына һис тә шикләнмәгән йәштәр 2001 йылда ғаилә ҡора.

Ғаилә башлығы уҡыусы сағынан спортҡа ынтыла. Башлы-күҙле булғас та милли көрәш, гер күтәреү буйынса ярыштарҙа ҡатнаша. Район командаһы составында республика кимәлендә үткән бәйгеләрҙә көс һынаша. Кәләш алып, тәүге бәпәйҙәрен көткәндә яҙғы саҡырыуҙа әрме сафына алалар. Урынлашыу пунктында булғанда башҡорт майоры менән һөйләшеп, 3 көнгә ауылға ҡайта. Ошо арауыҡта тәүге улдары Ғәҙел донъяға килә. Йәш атайҙы кире армияға алмайҙар. Аҙ һүҙле, ҡырыҫ башҡорт егете хеҙмәт итергә бармауына гел көйөнә, сөнки ирмен тигән ир-егет тыуған ил алдындағы бурысын мотлаҡ үтәргә тейеш, тип һанай. Шуға ла махсус хәрби операция башланғас, ныҡлы ҡарар ҡабул итеп, һис тә икеләнмәй, МХО-ға юллана.

Сәлимә Мәжит ҡыҙы кескәй сағынан йыр-моңға ғашиҡ. Бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын үҙ итә.

-Әлегеләй иҫемдә, беҙҙең урамда Ғәйшә тигән өләсәй йәшәй торғайны. Ул гел генә эпостарҙы көйләп һөйләне. Уның сама оҙон-оҙон эпостарҙы нисек хәтерендә һаҡлағандыр, әле лә аптырайым. Минең әле мәктәпкә лә бармаған ваҡыт. Ғәйшә өләсәй урамға сыҡһа, ҡыҙҙар менән эргәһенә барып ултырабыҙ. Башҡалар уйнарға тип тороп китеп бөтәләр, мин эпос тамамланмайынса урынымдан да ҡыбырламайым.

Йыр-моңға әүәҫлегем атайымдан киләлер. Ул башҡорт халыҡ йырҙарын бик оҫта итеп башҡарҙы, гармунда уйнаны. Шуға бер саранан, ҡунаҡтан ҡалдырманылар. Хатта бер мәл Мәүлетбай Ғәйнетдиновтар концерт ҡуя килгәндә гармунсылары ауырып киткәс, артистарға аккомпанировать иткән. Аҙаҡ оҙаҡ ваҡыт Өфөгә лә саҡырып йөрөгәндәр үҙен. Атайымдың тауышы, моңо әле лә ҡолаҡта сыңлай, - ти ул.

Үҙе тәүге тапҡыр сәхнәгә 1-се класта уҡығанда “Ҡарабай” йыры менән сыға. Шунан алып сәхнәнән төшмәй тиерлек. Ауылда үткән сара булһынмы, икенсе ауылдарға концерт ҡуя барһындармы, районда үткән сара-конкурстармы – һәләтле ҡыҙҙы береһенән дә ҡалдырмайҙар. 9-сы класта уҡығанда “Ирәндек моңдары” төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсынан дипломант булып ҡайта. Мәктәпте тамамлағас, З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтына саҡырһалар ҙа, һөнәри белемде мәктәпкә тиклемге белем биреү йүнәлеше буйынса ала. Шулай ҙа йыр-моңһоҙ тормошон күҙ алдына килтермәгән һәүәҫкәр йырсы хеҙмәт юлын ауыл мәҙәниәт йортонда башлай. Халыҡ йырҙарын оҫта башҡарып, күп конкурстарҙың баһалама ағзаларын “аһ” иттерһә, “Ҡыңғырау сәскәләре”, “Муйылыма” кеүек ретро йырҙарын “Юлдаш” радиоһы аша йыш ишетергә мөмкин. Республика, халыҡ-ара конкурстарҙа мәртәбәле урындар яулап, район данын күтәреүселәрҙең береһе лә ул.

Йәш ғаиләлә бер-бер артлы 5 бала донъяға килә. Өлкәндәре Ғәҙел Өфөлә йылға училищеһын тамамлап, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Әлеге ваҡытта әсәһенең төп ярҙамсыһы, атаһының алмашсыһы ул.

Лилиә сауҙа-иҡтисад колледжын тамамлап, Мораҙым егете Айбулат менән сәстәрен-сәскә бәйләгәндәр. Йәш ғаилә Өфөлә төпләнгән. Алтынай иһә Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында башҡорт һәм ҡытай телдәре йүнәлеше буйынса 2-се курста белем ала. Кинйә балалар Ынйы менән Хансура 7-се һәм 5-се класта уҡыйҙар.

Сәлимә Мәжит ҡыҙының тынғыһыҙ эшендә ғаиләһе төп терәк, таяныс. Ауылда үткән сараларҙа балалары ҙур ярҙамсы – аппаратура артында ултырыу, сараны алып барыу, йыр-бейеү менән биҙәү улар өсөн бер ауырлыҡ тыуҙырмай. Тормош иптәше МХО-нан ялға ҡайтҡан арала ла бергәләп концерттарҙа ҡатнашалар.

 

-Беҙҙең ғаиләлә балалар тәрбиәләүҙең үҙенсәлекле ысулы бар тип әйтә алмайым, - ти Сәлимә Мәжит ҡыҙы. –Беҙ бәләкәй саҡтан эшләп үҫтек, хеҙмәт тәрбиәһе бирҙеләр. Балаларыбыҙҙы ла эшһөйәр итеп үҫтерергә тырышабыҙ. Аталары аҙ һүҙле, уҫалыраҡ булһа, минең менән бөтә серҙәрен уртаҡлаша алалар. Бәләкәй саҡтарында халҡыбыҙҙың фәһемле әкиәттәрен уҡыным, телмәрҙә йыш ҡына мәҡәлдәр ҡулландым. Мәғәнәһен аңламаһалар, һөйләп аңлата инем. Ул-ҡыҙҙарымдан артыҡ бер нәмә лә талап итмәйем – тәүфиҡлы, аҡыллы булһалар еткән. Иң мөһиме, һау булһындар, кеше булып ҡалһындар.

Тәү ҡарауға көслө холоҡло булып күренгән ҡатын тормош иптәшен МХО-ға оҙатҡас, ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнен үҙе генә белә. 9 май байрамдарында һуғыш темаһына арналған сараларҙы әҙерләгәндә үк күҙҙәренән йәш кипмәй, шуға алып барыусы эҙләп мәктәпкә мөрәжәғәт итә. Шулай ҙа бер аҙҙан башҡорт ҡатындарына хас булған сабырлығын, рух ныҡлығын алға ҡуйып, балалары хаҡына тип үҙен ҡулға ала. Ишле мал-тыуарын кәметмәй, йәй етһә, күпләп ҡош-ҡорт алып, йәшелсә-емеш үҫтереп, гөрләтеп донъя көтә. Яйы сыҡҡан һайын тормош иптәшенә адреслы ярҙам ебәрә. Уның өсөн ғаиләлә күпләп салаттар эшләнә, банкаларҙа иттәр быҡтырыла.   

Яугир ҡатыны йөрәк ялҡынын йырҙарына һалған. Бөтә күңел кисерештәрен аңлатып, шағирә Әнисә Махиянованан махсус шиғыр яҙҙырып алып, уға талантлы композитор Риф Арыҫлан көй яҙғас, һалдат иренә бағышланған “Һаҡлай күрһен Хоҙай” тип аталған йырын халыҡ хөкөмөнә сығарған.

Ғаилә – ил тотҡаһы булһа, ғаилә тотҡаһы – ул ҡатын. Тормош иптәше өсөн ныҡлы тыл булған, балалары өсөн өҙөлөп торған, матур тәрбиә биргән, эске уй-торошо ниндәй генә булһа ла, кешеләргә йыр-моң аша матурлыҡ өләшергә ынтылыусы Сәлимә Ғарифуллинаға ҡараһаң, күренекле шағирә Тамара Искәндәриәнең “Башҡорт ҡатыны” шиғыры уға ғына төбәп яҙылған төҫлө тойола. Башҡорт ғаиләләренең нигеҙе лә тап ошондай башҡорт ҡатындарында:

 

Сулпыларын сылтыратып ҡына

Ғорур атлап килә талпынып.

Мөлдөрәмә моңдан ҡараштары —

Эй, һөйкөмлө башҡорт ҡатыны!

Туңдырмаһын, тиеп, балаларҙың

Ыуыҙ йәнен заман һалҡыны,

Ҡара таңдан тороп усаҡ яға —

Эй иманлы башҡорт ҡатыны!

Тел, ғилем, тип яна йөрәгендә

Рухи шәмдәлдәре халҡының.

Илебеҙҙе йәшәтер көс һиндә,

Эй, арҙаҡлы башҡорт ҡатыны! 

 

Автор: Айгузель Уразаева
Читайте нас