Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
26 Февраль , 16:00

Ауыл күрке - матур ғаиләләр

Байғаҙы ауыл мәҙәниәт йортонда Ҙур һәм татыу ғаилә йылын асыуға арналған «Матур ғаилә - ил күрке» тигән әҙәби-музыкаль кисә үтте. Кисәгә ауылыбыҙҙы төрлө өлкәлә үҫтереүҙә үҙҙәренең көсөн һалған 45 һәм дә унан да күберәк йыл бергә ғүмер итеүсе парҙар саҡырылғайны.

Ауыл күрке - матур ғаиләләр
Ауыл күрке - матур ғаиләләр

Байғаҙы ауыл мәҙәниәт йортонда Ҙур һәм татыу ғаилә йылын асыуға арналған «Матур ғаилә - ил күрке» тигән әҙәби-музыкаль кисә үтте.

Кисәгә ауылыбыҙҙы төрлө өлкәлә үҫтереүҙә үҙҙәренең көсөн һалған 45 һәм дә унан да күберәк йыл бергә ғүмер итеүсе парҙар саҡырылғайны.

Байрамды асып, ауыл хакимиәте башлығы Азат Мәзитов, ветерандар советы рәйесе Хәнә Динисламова, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Нәзирә Сабитова изге теләктәр еткереп, рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙылар. Байғаҙы мәктәбе етәксеһе Разалия Рәхмәтуллина мәғариф ветерандарын - Хәнә Ишморат ҡыҙы һәм Зиннәт Зекриә улы Динисламовтарҙы, Фәнүзә Кәбир ҡыҙы һәм Хәмзә Дамулла улы Баязитовтарҙы тәбрикләп, бүләкләп үтте. Район мәҙәниәт бүлеге һәм ауыл мәҙәниәт йорто исеменән күп йылдар ошо өлкәлә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Гүзәл Әбүзәр ҡыҙы һәм Йәмил Ғәйнетдин улы Иҫәнбаевтарға, Ләлә Сәйфетдин ҡыҙы һәм Шәфҡәт Оморҙаҡ улы Сәитбатталовтарға художество етәксеһе Рәхимйән Мәхмүтов ҡотлау һүҙҙәре еткереп, бүләктәр тапшырҙы.

Күркәм сара ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре, мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшерлыҡ пункты коллективтары һәм уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән музыкаль номерҙар менән үрелеп барҙы. Байрамдың хужаларын ҡотларға балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә килгәйне.

Ауылыбыҙҙың тарихын һәм бөгөнгөһөн яҙған матур, татыу ғаиләләр киләһе быуынға өлгө булып йәшәһен!

Г. Мәхмүтова.

Ауыл күрке - матур ғаиләләр
Ауыл күрке - матур ғаиләләр
Ауыл күрке - матур ғаиләләр
Ауыл күрке - матур ғаиләләр
Ауыл күрке - матур ғаиләләр
Ауыл күрке - матур ғаиләләр
Ауыл күрке - матур ғаиләләр
Ауыл күрке - матур ғаиләләр
Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас