#Ҙурһәмтатыуғаиләйылы
Әлиә һәм Әлфир Юлсуриндарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһендә 5 бала тәрбиәләнә. Әсә кеше күптән түгел ҙур наградаға лайыҡ булған.
- Иң оло ҡыҙыбыҙ Луиза Өфө иҡтисад колледжында 2 курста белем ала. Колледждың волейбол түңәрәгендә шөғөлләнә һәм барлыҡ ярыштарҙа актив ҡатнаша. Эльвина - Ғәҙелгәрәй мәктәбенең 9-се синыфында, Диана 7-се синыфта, Алина 3-сө синыфта тик “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡыйҙар. Мәктәп һәм район күләмендә үткәрелгән төрлө ярыштарҙа, олимпиадаларҙа урындар алалар. Иң бәләкәсебеҙ - улыбыҙ Тимур балалар баҡсаһына йөрөй.
Әлфир Әйүп улы "Шүлгән-Таш" ҡурсаулығында инспектор булып эшләй. Юлсуриндар йыр-моңға ғашиҡ ғаилә.
-Төрлө сараларҙа актив ҡатнашабыҙ. Балаларыбыҙ аҡыллы, тәртипле, илебеҙгә кәрәкле, ышаныслы кешеләр булып үҫһендәр тип тәрбиәләйбеҙ. Балаларыбыҙ - тормошобоҙҙоң йәме, тәме.Иҫән-һау ғына булһындар, - ти Юлсуриндар.
2025 йылда Әлиә Вәзир ҡыҙы "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булды.
Был ғаилә матурлығы, уңғанлығы, йыр-моң һәм спорт менән дуҫ булыуы менән айырылып тора.
Ауылыбыҙҙың барлыҡ ғаиләләренә лә иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
#АйыҡАуыл2025
#ТрезвоеСело2025
#БөтәДоньяБашҡорттарыҠоролтайы
#ВсемирныйКурултайБашкир
#БөрйәнБашҡорттарыҠоролтайы
#Ғәҙелгәрәйауылы
#Ҙурһәмтатыуғаиләйылы
Сығанаҡ: https://vk.com/club232782817