Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
11 Декабрь 2025, 09:15

11 балалы райондашыбыҙ өсөнсө урын яуланы!

Эльвира нисек 11 бала табырға йөрьәт иткән? Ул ниндәй конкурста өсөнсө урын яулаған? Сайттағы  “Күп балалы булыу – көтөп алған бәхете” тигән мәҡәләлә ошо һорауҙарға яуап табырһығыҙ.

11 балалы райондашыбыҙ өсөнсө урын яуланы!
11 балалы райондашыбыҙ өсөнсө урын яуланы!

“Башҡортостан” гәзите Әсә көнө уңайынан "Бәйләнештә"ге төркөмөндә “Әсә күңеле – ҡояш йылыһы” тип аталған конкурс иғлан иткәйне.

Беҙҙең райондың Брәтәк ауылында йәшәүсе 11 балалы Эльвира Фәхрийәнова был конкурста 3-сө урын яуланы. Уны ҡотлайбыҙ һәм тормош юлдашы менән балаларының тик шатлыҡтарын ғына күреп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Эльвира Фәхрийәнова – 11 бала әсәһе, балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй.

Балаларының иң өлкәненә – 23 йәш, ә иң кесеһе балалар баҡсаһына йөрөй. Бер тигеҙ генә бармаған, ауырлыҡтары етерлек булған заманда, боронғолар әйтмешләй, итәк тултырып бала үҫтерер өсөн шул ҡәҙәре тәүәккәллек, күңел киңлеге кәрәктер. Һәр береһен аяҡҡа баҫтырыр, белем биреп, һөнәрле итер ҙә бурыс бар бит.

– Ирем менән өйләнешкәс, оҙаҡ ҡына балабыҙ булманы. Әсә булыр мәлемде зарығып көттөм. Ишкилдемә рәхмәт, ауыр һүҙ әйтмәне, сабыр булды. Шул саҡта: “Әсә була алһам, 10 бала булһа ла, бөтәһен дә табам!” – тинем үҙемә. Аллаһҡа шөкөр, әсә булыу бәхетен насип итте. Мин дә һүҙемде тоттом, – тип күңел төпкөлөндәге тәрән кисерештәре менән уртаҡлаша конкурсантыбыҙ.

Фәхрийәновтар ғаиләһе ауылдаштарының, уларҙы белгән һәр кемдең ихтирамына лайыҡ. Үҙ көстәре менән тырышып, гөрләтеп донъя көтә, балаларына күркәм тәрбиә бирә улар, үҙ миҫалында күп балалы татыу ғаиләнең бөтә өҫтөнлөктәрен күрһәтә. Нурлы ғаиләлә яҡшылыҡты, яҡтылыҡты үҙ иткән, туғанлыҡ тойғоһоноң, атай-әсәйҙең ҡәҙерен белгән, татыу, берҙәм балалар буй еткерә. Ғаиләнең тормош күге гел аяҙ булһын!

Рәүилә Ғатауллина.

“Башөортостан” гәзитенән.

11 балалы райондашыбыҙ өсөнсө урын яуланы!
11 балалы райондашыбыҙ өсөнсө урын яуланы!
Автор:
Читайте нас