Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
19 Октябрь 2025, 10:10

Атайым – ныҡлы терәгем

Атайҙар көнө 2021 йылдан башлап октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә.

Атайым – ныҡлы терәгем
Атайым – ныҡлы терәгем

Ильяс Ишмөхәмәтов:

-Минең атайым Ишмөхәмәтов Радик Рәшит улы Ғәҙелгәрәй ауылынан. Ул 2005-2007 йылдарҙа һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Атайым аҡыллы, ауырлыҡтарға бирешмәй, ипле һүҙле. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Яуаплы, кешелекле. Беҙгә лә шулай булығыҙ тип өйрәтә. Ғаиләбеҙ матур, етеш йәшәһен, тәрбиәле булһын өсөн тырыша.

Cаимә Ғүмәрова:

-Атайымды иҫләһәм, илайым да ҡуям. Ныҡ һағынам. Ваҡыт дауалай, тиһәләр ҙә, йылдар үткән һайын яралар нығыраҡ әрней кеүек... Уны иҫләһәм, иң беренсе, шылтыратып хәл белешеүе, эшемә туҡылдата баҫып килеп инеүе хәтергә төшә. Һаман да килеп инер кеүек булып китә.

Бәләкәй саҡтан намыҫлы, ғәҙел булырға, эште еренә еткереп эшләргә өйрәтте. Тәбиғәтте яратыуы менән айырылып торҙо. Һөйләгән, эшләгәндәрен мәҡәлдәр менән нығытып ҡуя ине. Шул яҡлап мин уға ныҡ оҡшағанмын. Йыш күрешеп торһаҡ та, нишләп тере сағында эргәһендә күберәк булманым икән, тип үкенәм. Мәлдең ҡәҙерен белеп йәшә, тигән нәмәне аңлап еткермәгәнбеҙ, күрәһең.

Нуриман Әминев:

-Яҡшы атай булырға тырышам. Өс ҡыҙым бар. Олоһо һөнәр алып сыҡты. Икенсеһе мәктәптә, бәләкәсебеҙгә бер йәш кенә. Өс ҡыҙымда өс төрлө характер, һәр береһе менән аралашыуҙың яйын беләм.

Ҡатын-ҡыҙ заттарына ҡаты бәрелеп булмай бит, шуға йомшаҡлыҡ күрһәтәм. Ваҡыт бүлеп, күңелдәребеҙ булғансы һөйләшә алабыҙ. Олоһо гел янда булмағас, бик килеп сыҡмай, ә мәктәптә уҡығаны менән ихлас һөйләшәбеҙ. Уның күҙ ҡарашынан хәлен аңлайым, ипләп кенә һөйләшә бирһәң, асылып китә.

Зарема Дәүләтҡужина:

-Атайымды хөрмәт итәм, сөнки ул изгелекле, оло йөрәкле, хәлебеҙҙе аңлай, hәр ваҡыт ярҙамға килә. Беҙҙе бәләкәстән иркәләп, яратып үҫтерҙе. Өс балаһын да уҡытып, һөнәр алырға ярҙам итте. Атайыма бик рәхмәтлемен, артабан да беҙгә терәк-таяныс булып оҙаҡ йәшәүен теләйем.

Айгиз Шәрипов:

-Атайымды һәр ваҡыт ҙур хөрмәт менән иҫкә алам. Уның эшләгән эштәренән үрнәк алырға тырыштым. Килеп сыҡҡан мәсьәлә буйынса гел кәңәш һорап мин генә түгел, уны яҡшы белгән башҡа кешеләр ҙә мөрәжәғәт итә торғайны. Бер баштан ике баш яҡшы, тигәндәй, аҡыллы кәңәштәренән бер ваҡытта ла айырманы. Мәҡәлдәр менән яуап бирергә яратты, аҙағынан “Башҡорттоң мәҡәле ул туҙға яҙылмаған закон” тип өҫтәп ҡуя торғайны.

Әлфиә Кинйәбулатова:

-Атайымды уйлаһам, ғәмһеҙ, бер ҡайғыһыҙ, ҡурсаулы саҡтарым иҫкә төшә. Бушҡа ғына «Атайлы бала – арҡалы», тимәгәндәр бит. Атайым тауыш күтәреп тәрбиәләмәне беҙҙе. Беҙҙең өсөн уның бер ҡарашы, бер һүҙе генә етә ине - шул ҡараш менән нимә әйтерен аңлай инек. Хеҙмәт һөйҙө. Бөтөн эштәрҙе һәр ваҡыт бергәләп башҡарҙыҡ. Ғаиләбеҙгә ныҡлы терәк булды. Ышаныслы, тура һүҙле булыуын хөрмәт иттем атайымдың, тик ғүмер генәһе ҡыҫҡа булды...

Илмира Уразаева:

-Атайыбыҙ йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, физкультура дәрестәренән уҡытты, әле хаҡлы ялда. Ике улы, күп кенә уҡыусылары ла шул йүнәлештә уҡырға инделәр. Бер улы хәрби булһа, икенсеһе ҡотҡарыусы һөнәрен алып сыҡты. Әлеге ваҡытта улар МХО-ла ҡатнашалар. Атайым улар янына барып ҡайтты.

Беҙҙе техникаға, спортҡа ылыҡтырҙы. Мин йәштән рулгә ултырҙым. Бәләкәйҙән үҙ аллы көн дә күнекмәләр яһаныҡ. Беҙ игеҙәктәр булғас, кем иң беренсе атайҙы ярата, кем арҡаһына ултыра, тип талаша торғайныҡ. Ауырлыҡтарҙы йырып сығырға, тик үҙ көсөңә ышанырға, ярҙамсыл, кешелекле булырға, хеҙмәт һөйөргә өйрәтте атайыбыҙ.

Артур Ямғурсин:

-Минең атайым Әхәт Әхтәм улы Әтек ауылында йәшәй. Беҙҙе бәләкәйҙән сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырҙы. Үҙ аллы, көслө, тырыш, кешелекле, ысын егет булып үҫеүебеҙҙе, үҙ юлыбыҙҙы табыуыбыҙҙы теләне, башланғыстарыбыҙҙы һәр саҡ хупланы. Атайыбыҙ беҙҙе яратып үҫтерҙе, иркәләтеп тә ала торғайны, кәрәк сағында ҡаты ла булды. Эшкә өйрәтте - бәләкәйҙән мал көттөк, бесән саптыҡ, донъя көтөүҙә кәрәкле бар нәмәне белеп үҫтек. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә әсәйем менән гөрләтеп донъя көтәләр. Беҙ ял һайын һағынып ҡайтабыҙ. 

Автор: Ә. Юлсурина
Читайте нас