Кеше матур эше менән тигән әйтем бөгөн дә актуаллеген юғалтмай. Күпме генә йылдар үтһә лә, мөкиббән китеп эшләгән кешене халыҡ онотмай. Юҡ-юҡта ла иҫтәренә төшөрөп, үҙенә, үҙенә булмаһа, балаларына һәм яҡындарына булһа ла рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, ихтирамдарын белдереп торалар. Шундай Байназар ауылы уңғандарының береһе - ғүмеренең 13 йылын икмәк бешереүгә арнаған Айытҡолова Ғәлиә Мөхәмәтшәриф ҡыҙы бөгөн дә мәрхәмәтле булмышына кинәнеп, рәхмәт һүҙҙәре ишетеп йәшәй.
Күптән түгел интернет селтәрендә Өфөлә йәшәүсе Байназар ҡыҙы Миңһылыу Алмаеваның (Сөләймәнова) рәхмәт һүҙҙәрен уҡып, ҡәйнәм өсөн бик ғорурландым. Бала саҡтарында бөтә донъялары янып юҡҡа сыҡҡас, ҡәйнәм уларҙы даими икмәк менән тәьмин итеп торған. “Ауыр хәлгә дусар ителгәс, Ғәлиә апай беҙҙе ас үлемдән ҡотҡарҙы. Уға оло рәхмәтемде белдереп, ҡайнар сәләмемде юллайым. Иҫәнлек-һаулыҡ теләйем”, - тиелгән ине унда.
Ҡәйнәмдең бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килә. Атаһы Юлбирҙин Мөхәмәтшәриф Мөхәмәтәмин улы 1942 йылда һуғышҡа алына. Ҡәйнәмә ул саҡта 3 йәш кенә була. Атаһы ауыр һуғыш йылдарын үтеп, Венгрияны азат итеүҙә ҡатнашып, 1945 йылдың майында ҡайтып төшә. Ләкин һаулығы ҡаҡшап, эшлектән сығып ҡайтыу сәбәпле, бер йыл ғына йәшәп, үлеп китә. Ғәлимә өләсәй 5 ҡыҙы менән тағы яңғыҙ ҡала. Иң бәләкәйҙәре булған ҡәйнәмә 7 йәш була. Өләсәй көслө рухлы, бик ҡыйыу, тура һүҙле булған. Һуғыш осоронда колхоздың бөтә ауыр эштәрен башҡарған. Йылҡы көтөүсеһе булып эшләгәндә бер атты бүре ашай. Өләсәй һуңғы һыйырын биреп, ат хаҡын түләргә мәжбүр була. Аҡһыҙ балаларҙы көтөп булмаҫ, тип ҡәйнәмде Байназар ауылындағы балалар йортона тапшыра. Ләкин 2-3 айҙан һуң, йәлләп, кире барып ала.
-Юҡлыҡ заманында ней мәлендә уҡырға ла бара алманым. Өҫ-башҡа, аяҡҡа кейергә булмағас, 9 йәшемдә генә уҡырға төштөм. Унда ла биш класты ғына бөтөп өлгөрҙөм. Ҡул араһына индең инде, тип әсәйем уҡыуҙы ташлатты, - тип хәтерләй бала сағын ҡәйнәм. Шулай итеп, 13 йәшенән сайыр йыйыуҙа эшләгән бер туған Хәлимә апайына ярҙам итергә тип Бөрйән леспромхозының Кордон участкаһына эшкә бара. 3 йыл ярҙамсы булып йөрөгәс, 16 йәшенән үҙ аллы эшләй башлай. Ошо ауыр эштә 6 йыл йөрөп ташлай. 1959 йылда Байназар ауылына килен булып төшә. Ә 1964 йылда инде 3 бала әсәһе булып киткән Ғәлиә Мөхәмәтшәриф ҡыҙын Байназар мәктәбе янында эшләп килгән пекарняға эшкә саҡыралар. Ул саҡта мәктәп яны интернатында 200-250 бала йәшәгән.
-Өсәр-өсәр итеп беркетелгән 75 форма, 1-1,5 метрлыҡ утын һыйҙырышлы олоғара мейес. Көнөнә - 2, ҡайһы саҡта 3 мәртәбә бешерергә кәрәк. Төндә 10-11-ҙә икмәк әсетеп ҡайтам. Ул саҡта әлеге кеүек әҙер әсеткеһе ҡайҙа. Йәйгеһен ҡутараһынан ҡомалаҡ йыйып, әҙерләп алам. Икмәкте гел ҡомалаҡ әсеткеһенән бешерҙем. Иртәнсәк 6-нан тороп, икмәк баҫырға барам. Күпкәс, формаларға һалам да, ҡамырҙы күберәк ҡалдырып, икенсегә баҫам. Уныһын әсетеп тормайым. Тәүге партия сәғәт 11-гә бешеп сыға. Икенсегә баҫҡаны төштән һуңға әҙер була. Өсөнсөгә бешерергә тура килһә, сәпсим төнгә ҡалып китәһең инде. Көн һайын ике тоҡ он китә.
Күберәк бешерергә тура килә ине шул. Ауылдың яңғыҙ йәшәгән ололарына, уҡытыусыларға икмәк һатырға ҡушалар ине, - тип һүҙен дауам итә ҡәйнәм.
Уның бешергән икмәген ашаған кешеләр һаман маҡтап һөйләйҙәр. Күпереп торған, ҡомалаҡтан ғына әсетеп бешерелгән икмәк ашап туйғыһыҙ тәмле ине, тейҙәр.
-Ҡайным менән ҡәйнәм бик яҡшы кеше булдылар. Бер ишек алдында йәшәнек. Балалар, мал-тыуар улар ҡарамағында булды инде. Ҡайның колхоз эшенән бушаманы.
Аптырап һорайым:
-Ул тиклем эште нисек яңғыҙ атҡарып сыҡмаҡ кәрәк. Һис юғы интернат балалары ярҙам итмәнеме һуң?
-Юҡ, улар үҙҙәре лә бушамайҙар ине, эштәре күп булды. Дәрестәрен дә ҡарарға кәрәк ине бит. Утынды ла шәп сағында ҡайным әҙерләп бирә ине, һуңынан балалар ҡул араһына инде.
-Ә һыу?
-Һыуҙың әллә ней мәшәҡәте булманы ул. Эргәләге ҡаҙылған ҡоҙоҡтан ала торғайным. 4-5 көйәнтә! Һыу етә ине. Тик ҡыш көнө ҡоҙоҡҡа боҙ туңып ыҙалатты. Ул саҡта һыуҙы Иҙелдән ташырға тура килә инде. Иң ауыры ишек алдында айырым һарай һымаҡ ергә урынлашҡан келәттән он алып килеү булды. 50, 75 килолыҡ ондарҙы күтәреү үҙе бер хәсрәт була торғайны. Ярай, ҡыш сана менән һөйрәргә була. Яҙлы-көҙлө бысраҡтарҙа кәритәгә һалып һөйрәп ҡарайым.
Шулайтып ҡәҙимге генә эштәй күреп үткәндәрен бәйән итә ҡәйнәм. Ә мин хайран ҡалып тыңлайым. Үҙем ҡәйнәмдең ҡулдарынан гөлдәр тамыҙып, ашап туйғыһыҙ итеп бешергән ризыҡтарын уйлайым. Икмәкте лә тәмле итеп бешереү өсөн теләк кенә аҙҙыр. Күңел йылыһын, изге теләктәрҙе лә ҡушырға кәрәктер.
Иҫәп-хисапҡа теүәл булыуы, намыҫлы эше өсөн етәкселәренән гел маҡталып, халыҡтан рәхмәт ишетеп тора. Отчеттарын да ваҡытында еренә еткереп эшләй. Ошо сифаттарын иҫәпкә алып, 1975 йылда ауылда ҙур пекарня асылғас, шунда мөдир итеп күсерәләр. Ләкин бер йылдан саҡ ҡына күберәк эшләгәс, ул пекарня ябыла. Шунан һуң, 1989 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы, райпо магазиндарында йыйыштырыусы булып эшләй.
Ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләһә лә, Ғәлиә Мөхәмәтшәриф ҡыҙы эшен яратып, намыҫ менән башҡарған. Үҙе лә был турала: “Аллаһҡа шөкөр, ҡулыма бер тин дә харам инмәне. Бергә эшләгән кешеләр менән һәр саҡ килешеп эшләнем, һүҙгә килешеп, тәмһеҙләшеп йөрөмәнем”, - тей.
Шулайҙыр, күңеле тыныс, намыҫы таҙа булғанға ла бөгөн ул саф аҡылында үҙ зиһенендә, үҙ аяғында нурлы булмышын яҡындарына мул өләшеп ғүмер кисерә.
Ҡайным менән 49 йыл йәшәп, 6 балаға ғүмер биргәндәр. Бала ҡайғыһы, ҡайнымдың иртә генә үлеп китеүен кисерһә лә, 87-се йәше менән барған ҡәйнәм әле бирешмәй. Йыш ҡына Өфөлә, Магнитогорскиҙа йәшәгән ҡыҙҙарында ҡунаҡ булып ҡайта. Ауылдағылары ла уның даими контролендә. Һуңғы осорҙа китап уҡырға әүәҫләнеп алды. Ишекте ипле генә асып, матур баҫып, мут йылмайып миңә лә йыш инә. “Ҡана, библиотекарь, тағы берәй матур ғына китабыңды бир әле”, ти. Шул арала уҡып бөтөп алып ингән китабының эстәлеген 1-2 һөйләм менән бәйән итеп ебәрә. Минең өйҙә булған китаптарҙы ихлас уҡый.
Ҡәйнәмде ололар көнө менән ҡотлайым. Беҙгә терәк-таяныс булып, киләсәктә лә һаулыҡта, муллыҡта, именлектә йәшәргә яҙһын.
З. Айытҡолова,
Байназар ауылы.