Бөрйән ррайонының Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Салауат Мөхәмәтғәзе улы менән Зөһрә Риф ҡыҙы Зәйнуллиндар районда үҙҙәренең изгелекле булыуҙары һәм хеҙмәт һөйөүсәнлектәре менән билдәле кешеләр. Уларҙың Ағиҙел буйындағы йорто ысын-ысынлап ожмах мөйөшөндәй. Йәйҙәрен уларҙың ихатаһы һәм баҡсаһы гөл-сәскәгә күмелә. Һәр ерҙә оҫта ҡуллы хужаның һәм зауыҡ белгән хужабикәнең ҡул эҙҙәре һиҙелә. Ҡыҫҡаһы, ике уңған тап килгән тип тап улар хаҡында әйтергә була. Йорттағы һәр нәмәлә донъяға, тәбиғәткә, хеҙмәткә һәм кешеләргә һөйөү сағылып тора.
Салауат менән Зөһрә Зәйнуллиндарҙың бергә ғүмер итеүҙәренә 27 йыл. Бынан теүәл 12 йыл элек улар йөрәктәрен өй йылыһы, ата-әсә изгелеге һәм хәстәрлеге көҫәгән балаларға асҡандар. Шулай итеп, Руслан, Илина, Эльвина һәм Лиана үҙҙәрен йылылыҡ һәм хәстәрлек менән уратып алырға әҙер булған ата-әсә хәстәрен тапҡандар.
Ниндәй генә ауырлыҡтар килһә лә, Зәйнуллиндар бер ваҡытта ла юғалып ҡалмайҙар: улар балаларҙы хеҙмәткә өйрәтәләр, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын, шөғөлдәрен хуплайҙар, тормошта уларға үҙ урындарын табырға ярҙам итәләр.
Өлкән улдары Руслан, һөнәр алып, үҙенең ғаиләһен төҙөгән. Әлеге ваҡытта ул контракт буйынса махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Ата-әсәһе уның менән ғорурлана һәм тиҙерәк ҡайтыуын көтә. Игеҙәк ҡыҙҙар Илина менән Эльвина ла үҙҙәренә һөнәр һайлғандар: ҡыҙҙарҙың берәүһе филолог буласаҡ, икенсеһе фельдшер һөнәренең нескәлектәрен өйрәнә. Кесе ҡыҙҙары Лиана мәктәптә яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Өйҙә ата-әсәһенә ярҙам итә, өлкән туғандарынан өлгө ала.
Зөһрә Риф ҡыҙы сәскә үҫтереү менән ихлас мауыға. Уның өсөн был эш түгел, ә шатлыҡ һәм илһам сығанағы.
Салауат Мөхәмәтғәзе улы – районда билдәле умартасы. Уның хеҙмәте оло ихтирамға лайыҡ. Зәйнуллиндарҙың балы иң тәмле балдарҙың береһе.
Ғаиләгә көтөргә алынған балалар үҫкәс тә ғаиләләре менән бәйләнеште өҙмәй. Кәңәш һәм ярҙам кәрәк булғанда ла улар ата-әсәләре янына ҡайта һәм уларҙа аңлау һәм яҡлау таба. Был иң мөһим нәмә тураһында һөйләй – тимәк, Зәйнуллиндарҙың өйөндә балалар менән ғүмер буйына ҡаласаҡ һөйөү бар.
Райондаштары был ғаиләне тыйнаҡ, изгелекле булғандары һәм башҡаларға өлгө булып йәшәгәндәре өсөн ихтирам итә.