Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
26 Сентябрь 2025, 15:00

Вәлиуллиндар династияһы - район ғорурлығы

Халыҡ сәләмәтлеге – ил сәләмәтлеге. Ошо изге эшкә ғүмерҙәрен бағышлаған Вәлиуллиндар династияһы вәкилдәре оҙаҡ йылдар буйы – быуындан-быуынға күсеп, Бөрйән районында, республика кимәлендә һаулыҡ һаҡлау үҫешенә ҙур өлөш индерҙеләр.

Вәлиуллиндар династияһы - район ғорурлығы
Вәлиуллиндар династияһы - район ғорурлығы

Династияның нигеҙендә – ошо көндәрҙә тыуыуына 90 йыл тулған Вәлиуллин Рәхимйән Хаммат улы. Уның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу була – 48 йыл буйы Бөрйән район үҙәк дауаханаһында эшләй. Районда хирургик хеҙмәткә ул нигеҙ һалған һәм үҫтергән.
Уның улы – Вәлиуллин Данияр Рәхимйән улы 90-сы йылдар аҙағында Бөрйән район үҙәк дауаханаһының баш табибы, хирургы булып, атаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса “ҡомартҡыһын” һаҡлау һәм үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.
1962-2009 йылдарҙа Бөрйән район үҙәк дауаханаһы хирургы,  БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Рәхимйән Хаммат улы Вәлиуллин 1935 йылдың 17 сентябрендә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуған. 1962 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң, тыуған Бөрйән районына хирург булып ҡайта һәм 48 йыл дауамында хеҙмәт эшмәкәрлеген Бөрйән үҙәк район дауаханаһына арнай. 1963 йылдан — баш табип урынбаҫары, 1999 йылдан — хирургия бүлеге мөдире.
Райондың ауыр шарттарында эшләгәндә ул хирургик ярҙамды заманса талаптар кимәленә еткереү өсөн күп көс һала. Районда тәүге тапҡыр гемотрансфузия индерә, бушлай донорлыҡты үҫтереүгә башланғыс һала.
Күп йылдар дауамында районда берҙән-бер хирург булараҡ, уға был фәндең бөтә йүнәлештәрендә хирургик ярҙам күрһәтергә тура килә. Ауылдарҙың алыҫлығын һәм юлһыҙлығын иҫәпкә алып, уға йыш ҡына операция эштәрен фельдшер-акушерлыҡ пункттарында ла башҡарырға тура килә. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, Р. Х. Вәлиуллин хирургияла яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә.
Эшләгән осоронда ул 30 меңдән ашыу операция яһай.
Фиҙакәр хеҙмәте хөкүмәт наградалары менән билдәләнә: 1966 йылда — «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы, 1970 йылда «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы, 1972 йылда «СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә, 1990 йылда «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Рәхимйән Хаммат улы ҡатыны, ғүмере буйы Иҫке Собханғол урта мәктәбендә химия уҡытыусыһы булып эшләгән Венера Ғәзиз ҡыҙы менән бик матур йәшәп, 3 улға ғүмер һәм яҡшы тәрбиә бирҙеләр. Улар барыһы ла юғары белем алып, тормошта үҙ урындарын таптылар.
Р. Вәлиуллин 2010 йылдың 9 февралендә вафат була. Иҫке Собханғол ауылы зыяратында ерләнә. Бөрйән район үҙәк дауаханаһында Рәхим Хаммат улы Вәлиуллин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Рәхимйән Хаммат улының данлы юлын уның ике улы, ейәндәре, ейәнсәре, килендәре дауам итә.
Табип-ғалим, эске эштәр майоры, медицина фәндәре кандидаты Вәлиуллин Данияр Рәхимйән улы 1968 йылдың 18 мартында Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған.
1993 йылдан —  Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының табип-офтальмологы, 1999 йылдан — Бөрйән район үҙәк дауаханаһының баш табибы, 2005 йылдан - БДМУ-ның ғилми-тикшеренеү секторы директоры, Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының медицина бүлеге етәксеһе, 2006 йылдан — «Рәсәй Эске эштәр министрлығының медицина-санитария бүлеге» федераль ҡаҙна учреждениеһының медицина бүлеге етәксеһе.
Медицина фәндәре кандидаты исеменә эйә, 3-сө дәрәжә «Хеҙмәттәге фиҙакәрлек өсөн» миҙалы, 2-се дәрәжә «Хеҙмәттәге фиҙакәрлек өсөн» миҙалы, «Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе, «Бурысҡа тоғролоҡ өсөн» билдәһе, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2008), Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты (2016) менән бүләкләнгән.
Вәлиуллин Динар Рәхимйән улы - табип-ғалим, юғары мәктәп, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге мөдире. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
Динар Рәхимйән улы Вәлиуллин 1977 йылдың 22 июлендә Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған.
Иҫке Собханғол мәктәбендә уҡый. 2000 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлай.
2003 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты ассистенты, өлкән уҡытыусыһы, декан урынбаҫары, 2007 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең социаль сәйәсәт бүлеге консультанты, әйҙәүсе консультанты, советнигы, 2010 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының һаулыҡ һаҡлау, социаль үҫеш һәм административ органдар менән үҙ-ара эш итеү бүлеге мөдире, 2011 йылдан — “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы директоры, 2012 йылдан — 1-се поликлиниканың баш табибы, 2020 йылдан - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге мөдире.
Вәлиуллин Ҡадир Рөстәм улы 1998 йылдың 6 ноябрендә Иҫке Собханғол ауылында донъяға килгән. Ул – ғүмерен информатика уҡытыусыһы һөнәренә бағышлаған Рөстәм Рәхимйән улы Вәлиуллиндың улы, Рәхимйән Хаммат улы Вәлиуллиндың ейәне.
2016 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен бик яҡшы тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия бүлегенә уҡырға инә. Өфөләге 3-сө һанлы Балалар поликлиникаһында эш башлай. Әле хирург булып эшләп йөрөй.
Вәлиева Әлфиә Рөстәм ҡыҙы 1986 йылдың 21 авгусында Иҫке Собханғол ауылында тыуған. 2004 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен отличие менән тамамлаған. Мәктәптә уҡығанында БР Президенты стипендияһына лайыҡ була. 2004-2010 йылдарҙа - Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия бүлеге студенты. 2010-2012 йылдарҙа БДМУ-ның педиатрия кафедраһында ординатурала уҡый. 2012 йылдан алып Бөрйән район үҙәк дауаханаһында табип-педиатр булып эшләй. 2014 йылдан - функциональ диагностика, 2021 йылдан ультратауыш диагностикаһы табибы. 2022 йылда БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған.
Вәлиуллина Рәмзиә Әхмәт ҡыҙы 2002 йылда БДМУ-ны тамамлаған. Ул Вәлиуллин Рәхимйән Хаммат улының килене, Динар Рәхимйән улының ҡатыны. Табип-терапевт, функциональ диагностика һәм ультратауыш диагностикаһы табибы. Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһындағы 2-се республика клиник дауаханаһында ультратауыш диагностикаһы табибы булып эшләй.
Вәлиуллина Эльвера Әлтәф ҡыҙы 1973 йылдың 30 майында тыуған. Ул Рәхимйән Хаммат улының килене, Данияр Рәхимйән улының ҡатыны. БДМУ-ны тамамлағандан һуң, 1997 йылдан 2005 йылға тиклем Бөрйән район үҙәк дауаханаһында участка табип-терапевы булып эшләй. 2005 йылдан 2009 йылға тиклем Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында табип-терапевт. 2009 йылдан алып “Рәсәй Эске эштәр министрлығының медицина-санитария бүлеге”ндә участка табип-терапевы. Юғары квалификация категорияһына эйә.
Вәлиуллин Алик Динар улы 1999 йылдың 29 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Динар Рәхимйән улының улы. 2017 йылда 3-се гимназияны тамамлай. Унан һуң БДМУ-ның стоматология факультетында белем ала. Табип-стоматолог.
Вәлиуллиндар династияһы Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының “Башҡортостан медицина династиялары” конкурсында ҡатнашҡан.
Ошо көндәрҙә тыуыуына 90 йыл тулған районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Рәхимйән Хаммат улы Вәлиуллиндың тырыш һәм ныҡышмал хеҙмәте, кешеләр сәләмәтлеге хаҡына ҡылған изгелектәре, көндө төнгә ялғап кеше ғүмерҙәре өсөн көрәшеүе эҙһеҙ юғалмаған – шәхестең исеме һәм ҡылғандары райондаштары күңелендә. Уның исемен әле лә ҙур ихтирам менән телгә алалар. Тап Рәхимйән Хаммат улының башланғысы балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең буласаҡ һөнәр һайлауына үрнәк булған. Яҙмыштарын үтә кәрәкле һәм изге һөнәргә – кеше ғүмерҙәре өсөн үлемдең үҙе менән көрәшкә сығыуға бағышлаған Вәлиуллиндар – район, республика ғорурлығы.
Был династия артабан да ҙурайһын, ишәйһен.
Т. Баһауетдинова.

Вәлиуллиндар династияһы - район ғорурлығы
Вәлиуллиндар династияһы - район ғорурлығы
Вәлиуллиндар династияһы - район ғорурлығы
Вәлиуллиндар династияһы - район ғорурлығы
Вәлиуллиндар династияһы - район ғорурлығы
Автор:
Читайте нас