Кәрим Абдулхаҡ улы менән Дилара Ғөмөрҙаҡ ҡыҙының бергә йәшәүҙәренә 46 йыл. 4 ҡыҙ һәм 1 улға ғүмер, матур тәрбиә биреп үҫтергәндәр, барыһына ла юғары белем алырға, тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам иткәндәр. Бөгөнгө көндә 10 ейән-ейәнсәргә яратҡан олатай-өләсәй улар.
Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар етәксе эшен башҡара. Мәктәп директоры, ауыл хакимиәте башлығы була, хаҡлы ялға мәктәптә уҡытыусы булып эшләп сыға. Дилара Ғүмәрҙаҡ ҡыҙы бар ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға бағышлай. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй, намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Һаулыҡ һаҡлау отличнигы исеменә лайыҡ булған.
Күркәм ғаиләгә киләсәктә лә йәштәргә өлгө булып, бәрәкәттә, бәхеттә, именлектә йәшәргә яҙһын!