Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
8 Июль 2025, 17:00

Алтын туй – ғүмер бүләге

Иҫке Собханғол ауылынан Марат һәм Гөлсирә Йәримовтарҙың ғаилә ҡороп, бергә матур, татыу ғүмер итеүҙәренә быйыл 50 йыл. Ғаилә юбилейҙары айҡанлы уларҙы бөгөн Район мәҙәниәт һарайында уҙған "Матур ғаилә - ил күрке" тип аталған кисәлә тәбрикләп үттеләр.

Алтын туй – ғүмер бүләге
Алтын туй – ғүмер бүләге

Марат Отелло улы менән Гөлсирә Әбделмән ҡыҙы икеһе лә район өсөн тырышып эшләгән, йәшәгән кешеләр.
Марат Отелло улы "Бөрйән" совхозында баш инженер, Ҡурғашлы ауылында ауыл хужалығы идарасыһы, Бөрйән РАПО-һы рәйесенең төҙөлөш буйынса урынбаҫары, аҙаҡ район башҡfрма комитетында рәйес урынбаҫары, район хакимиәтенең төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡансы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге начальнигы була. Оҙаҡ йылдар район Советы депутаты булып һайлана.
Гөлсирә Әбделмән ҡыҙы хеҙмәт юлын балаларға белем биреү өлкәһендә башлай. Төрлө йылдарҙа инженер-диспетчер, район комитетының иҫәп секторы мөдире була. 1997 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы Халыҡты социаль яҡлау идаралығында эшләй.
Йәримовтар 2 ул һәм 1 ҡыҙға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп үҫтергәндәр, 9 ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй булып, һөйөнөшөп йәшәйҙәр.

Алтын туй – ғүмер бүләге
Алтын туй – ғүмер бүләге
Алтын туй – ғүмер бүләге
Алтын туй – ғүмер бүләге
Автор: Г. Хафизова
Читайте нас