Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
8 Июль 2025, 17:25

55 йыл бергә

Быйыл зөбәржәт туйҙарын билдәләүсе Иҫке Мөсәт ауылынан Шәһит һәм Роза Хәйбуллиндар районыбыҙҙың матур, татыу, уңған ғаиләләренең береһе.

55 йыл бергә
55 йыл бергә

Шәһит Йыһанур улы ғүмере буйы "Яңы юл" совхозында малсы, ветеринар булып эшләй. Намыҫлы хеҙмәт өсөн бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Бөгөнгө көндә "Ҡотлоғужа" мәсетенең имам хатибы эшен башҡара.
Роза Рәхимйән ҡыҙы алдынғы һауынсы була. Халыҡты социаль яҡлау ойошмаһында ололарҙы ҡараусы булып эшләп хаҡлы ялға сыға.
Хәйбуллиндар 5 балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп үҫтергәндәр. Бөгөнгө көндә уларҙың ихтирамында, иғтибарында, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, бәхетле ғүмер итәләр.

55 йыл бергә
55 йыл бергә
55 йыл бергә
55 йыл бергә
55 йыл бергә
Автор: Г. Хафизова
Читайте нас